Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Стәрле беҙгә өлгө
Стәрле беҙгә өлгөСтәрлетамаҡта Ҡала көнө билдәләнде. Егәрле, эшсән стәрлеләр байрамды күңел асыуға ғына ҡороп ҡалманы. Был көндө логистика үҙәгенең беренсе сираты эшкә ҡушылды.

Тантаналарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Советы депутаты Ирек Зарипов, яҡын-тирәләге район һәм ҡалалар башлыҡтары, предприятие етәкселәре ҡатнашты.
Логистика үҙәгенең асылыуы — республика кимәлендәге мөһим ваҡиға. Стәрлетамаҡтар беренселәрҙән булып Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡуйған бурысты үтәне. Президент, аҙыҡ-түлек баҙарында хаҡтарҙың “бәйһеҙ” булыуына хафаланып, мәсьәләне тикшерергә һәм хәл итеү юлдарын эҙләргә ҡушҡайны. Билдәле булыуынса, республикала аҙыҡ-түлек тауарын ваҡлап һатыу күмәртәләп һатыуға ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән. Шул сәбәпле хаҡтар йыш “һикерә”. Әлеге хәлде яйға һалыу өсөн эре ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә күмәртәләп һатыуҙы арттырыу буйынса яңы логистика үҙәктәрен сафҡа индереү кәрәк ине. Ә стәрлетамаҡтар был бурысты тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырҙы.
Стәрле беҙгә өлгөЯңы асылған үҙәктә тәьмин итеүселәрҙән тауар ҡабул итәләр, уларҙы һаҡлау урындарын билдәләйҙәр һәм магазиндарға оҙаталар. Был хаҡта “Тандер” ябык акционерҙар йәмғиәтенең Көнсығыш төбәге директоры Василий Лапкин һөйләне. Ул ҡунаҡтарға үҙәктә экскурсия ойошторҙо, административ, көнкүреш биналарын, складтарҙы һәм тауар ҡабул итеү урындарын күрһәтте. Бында бөгөндән 800-гә яҡын кеше өсөн эш урыны булдырылған. Үҙәктең икенсе сираты асылыу менән ул 1100-гә тиклем артасаҡ, ә тулы ҡеүәтендә эшләй башлаһа, мең ярым самаһы кеше эш менән тәьмин ителәсәк. Яңы логистика үҙәгенең социаль әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Бюджетҡа һалым күберәк инәсәк, урындағы тауар етештереүселәргә һатыу мөмкинлеге буласаҡ, ә иң мөһиме, хаҡтар бик артмаясаҡ.
— Беҙҙең хаҡтар, башҡа күмәртә магазиндары селтәре менән сағыштырғанда 3 — 5 процентҡа ғына кәмерәк булһа ла, был яҡшы күрһәткес, — ти компания вәкилдәре.
Тулы ҡеүәтендә үҙәк йыл аҙағында эшләй башлаясаҡ. Уның дөйөм майҙаны — 16 гектар, шул иҫәптән 46500 квадрат метры — келәттәр.
— Республика Президенты эре күмәртәләп һатыусыларҙы магазиндарға яҡынайтыу бурысын ҡуйғайны. “Магнит” компанияһы менән бер йыл элек хеҙмәттәшлек итә башланыҡ һәм уртаҡ тел таптыҡ, — ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов. — Беҙ уларға ер участкаһы бүлеп бирҙек, хәҙер улар 500 километр араһындағы эре ҡалаларҙы тауар менән тәьмин итә. Бында Стәрлетамаҡ, Өфө, Орск, Ырымбур, Магнитогорск кеүек ҡалалар ҙа эләгә.
Ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып логистика үҙәге менән танышты, уның нисек эшләүен күҙәтте, һорауҙарға яуаптар алды. Аҙаҡ ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдылар. Унда улар ҡаланың һәм төбәктең тарихы, бөгөнгөһө менән танышты.
Ә был ваҡытта Стәрлетамаҡтың төрлө майҙандарында байрам ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Балалар асфальтта һүрәт төшөрҙө, спорт ярыштарында, ҡыҙыҡлы бәйгеләрҙә ҡатнашты, шулай уҡ концерттар үтте. Өлкәндәр өсөн дә спорт ярыштары ҡаралғайны: еңел атлетика, волейбол, теннис, футбол, стритбол буйынса турнирҙар уҙғарылған урындан кеше өҙөлмәне.
Ҡала көнө менән бергә Химиктар көнө лә билдәләнде. Байрам төнгә тиклем дауам итте, ул сағыу концерт һәм салют менән тамамланды.
Әлфиә ӘЙҮПОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518