Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһы
Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһыМилли батырыбыҙға иң ҙур һәйкәл йәки Pухи ярлылыҡтан арынырбыҙмы?

Мәрхәмәтһеҙ ваҡыт алға ҡарап йән-фарман елдереүен генә белә. Уны, ҡаты ҡуллы хужа булып, бер мәлгә туҡтатыу ҙа, бойороу ҙа мөмкин түгел. Һиҙҙермәй генә үткән ваҡытты ҡайтарып та, ҡабатлап та булмауы үкенесле. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң аҙ ғына ваҡыт арауығында ҡола яланда барлыҡҡа килгән Салауат ҡалаһы ла, гүзәл йәшлек осорон артта ҡалдырып, бөгөн олпатлыҡ, өлгөргәнлек дәүеренә аяҡ баҫты. Хәйер, тарих үлсәмдәре буйынса 63 йәш “малайлыҡ” осоро ғына әле ул.

Исеменә тура килһен есеме

156,1 мең кеше йәшәгән, халыҡ һаны буйынса республикала өсөнсө урында торған, сәнәғәт етештереүе өлкәһендә алдынғылыҡты бирмәгән йәшеллек ҡалаһының ҡасандыр беҙ белмәгән әллә күпме тереклек эйәһе мыжғып торған диңгеҙ төбө булыуын күҙ алдына килтереп ҡараһаң, ваҡыттың йәнә ниндәй аяуһыҙ, үҙгәреүсән икәненә инанаһың.
Заманында коралл утрауҙарын хасил иткән Торатау һәм Шәкетау, беҙҙе һоҡландырыуҙан, ғәжәпләндереүҙән тыш, бай ятҡылыҡтары менән предприятие хужаларын ымһындырып, күпме бәхәс, ығы-зығы тыуҙырҙы. Иң көслө хакимдарға ла буйһонмаҫ йүгерек ваҡыттың үҙ артынан емереклектәр, үкенесле хаталар ҡалдырыуына ла
Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһышаһитбыҙ.
Милли батырыбыҙҙың исемен йөрөткән ҡаланы төҙөү барышында ошо ерҙәрҙәге 17 ауылдың “йотолғанын” тарихтан яҡшы беләбеҙ. Аллағыуат, Бәләкәй Аллағыуат, Ҡарлыкүл, Ҡыҙыл ауыл, Юрматы, Ирек, Бәләкәй Муса, Сынтимер, Алаҡай... Ошо ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының барлыҡ михнәттәрен үҙ елкәһендә татыған. 1773 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында Аллағыуат аша Салауат Юлаевтың отряды менән Ырымбур ҡалаһына юл тотҡаны һәм Ашҡаҙар пристане аша кире әйләнгәне лә билдәле. Бәрәкәтле Юрматы ере үҙенең яу һәм хеҙмәт батырҙары менән хаҡлы ғорурлана ала.
Дала уртаһында өр-яңы ҡаланың ҡалҡып сығыуы байтаҡ ауыл һәм әҙәм яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән, әлбиттә. Үкенес, юҡһыныу ҙа етерлек булғандыр бындай киҫкен боролоштарҙа. Ауыл кешеләренең бер өлөшө Ишембайға, Мәләүез районына күсерелгән. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға, юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, көндән-көн матурлана, йәшәрә барған ҡала быуаттар дауамында халыҡтың милли батырына иң ҙур һәйкәл булып торасаҡ әле.
Ҡалаға инеү менән күҙгә ташланған 12 метр бейеклектәге һыбайлы батыр һәйкәлен Салауаттың “визит карточкаһы” тип атарға була. Азатлыҡҡа мәңгелек ынтылышты кәүҙәләндергән һыбайлы һәм ыласын образы салауаттар өсөн, бәлки, ғәҙәти, күнегелгән күренешкә әүерелгәндер, әммә ошо һәйкәлһеҙ батыр исемен йөрөткән ҡаланы хатта күҙ алдына килтереү ҙә ауыр. Осош, бейеклек һәм ҡаҙаныштар символы салауаттарҙың рухи үҫешендә сағылыш таба алдымы икән тигән һорауҙың тыуыуы ла бик тәбиғи.
Билдәле булыуынса, 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе кешеләрҙең белем кимәленең артыуын күрһәтте. Республикабыҙҙа 15 йәшлек һәм унан өлкәнерәктәрҙең 94 процентының белеме төп дөйөм кимәленән юғары булып сыҡты. Бындай ыңғай үҙгәрештәр салауаттарға ла ҡағылмай ҡалманы. Һөйөнөслө хәл, әлбиттә. Тик шуныһы күңелде ҡыра: республикабыҙҙың иҡтисадын, социаль өлкәһен, фәнен, мәғарифын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе, йәмғиәтте туплауға һәм рухи йәһәттән тергеҙеүгә ҙур өлөш индереүсе милли матбуғат баҫмаһын таратыу һәм алдырыуға ни өсөн мөнәсәбәт йылдан-йыл һыуына, һүлпәнләнә бара? 28 меңдән ашыу башҡорт, 32 меңдән ашыу туғандаш татар халҡы йәшәгән төбәктә “Башҡортостан” гәзитенең бөгөн ни бары 64 дана ғына таралыуын ишетеү үкенесле тойғолар уята.
Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп, күҙ уңынан иң мөһим мәсьәләне — балаһына рухи яҡтан ныҡлы, үҙ илеңдә ысын хужа, мәҙәниле булып йәшәү бәхетен ысҡындырмаймы беҙҙең ата-әсәләр? Үҙ телен хөрмәт иткән телһөйәрҙәр, тыуған ерен, тәбиғәтен ихлас яратҡан, ҡәҙерләгән илһөйәрҙәр, һеҙ ҡайҙа? Беҙҙе был донъяла тап ошо һөйөү тойғоһо йәшәткәнен, үҫтергәнен, матурлыҡты танырға, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәткәнен онотмайыҡ.

Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһыКөтөп алынған “ҡунаҡ”

— Тыуған телдән, милли матбуғаттан мәхрүм булып йәшәү бәхетһеҙлек бит ул. “Телһеҙ” кеше ер-һыуынан, тарихынан, рухи моңонан айырылған, милләтенең меңәр йыллыҡ тәжрибәһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан зат һымаҡ... Ҡалабыҙҙа милли телдәрҙе уҡытыу, өйрәнеү тейешле кимәлдә ойошторолған. 700 бала уҡыған 25-се башҡорт мәктәбендә белем алыу шарттары яҡшы, хатта урыҫ балалары ла бында уҡырға килергә ашҡынып тора. “Ни өсөн башҡорт мәктәбенә балағыҙҙы уҡырға бирҙегеҙ?” — тип ата-әсәләрҙән һорағаным да булды. Тәртип, тәрбиә яғынан өҫтөнлөгөн сәбәп итте күбеһе. Халҡымдың телен, мәҙәниәтен өйрәнгеһе килгән баланы кире бороп сығарырға намыҫым етмәй минең. Әйҙә, уҡыһындар, күп тел белеү бер кемгә лә ҡамасауламай.
Мәктәпте тамамлаусыларҙың ҙур өлөшө юғары уҡыу йорттарына инә, өлгәш тә, тәртип тә яҡшы. Ә туған телгә һөйөү, үҙ телеңдә китап, гәзит-журнал уҡыуға ынтылыш ғаиләлә тәрбиәләнә. Беҙ бәләкәй саҡта йортҡа килгән һәр баҫма өсөн “көрәшә” инек, беренсе булып эләктереп ҡалһаң, һинән дә бәхетле кеше юҡ! “Ағиҙел” барыбыҙ өсөн дә оло ҡыуаныс булһа, “Башҡортостан” иң ҡиммәтле бүләктәй тойолдо. “Пионер” журналы, “Башҡортостан пионеры” беҙгә бала саҡта серҙәш тә, дуҫ та, кәңәшсе лә ине. Яҙыусылар, артистар менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙар, йылы мөнәсәбәт һаман да күңел түрендә.
Беләһегеҙме, хәҙерге Интернет, юғары технологиялар заманында ла кеше күңеле һис ҡатмаған, нескә хис-тойғолары тупаҫланмаған, һаман да әүәлгесә йылы мөхиткә, матур осрашыуҙарға зар-интизар булып йәшәй ул. Халыҡ аралашыуҙарға, аҡыллы һүҙ байлығына, рухи берҙәмлеккә, яҡтылыҡҡа һыуһаған.
Мин, тиҫтәләрсә йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, әле булһа Мәләүез районының Һарыш ауылына яҙыусы Р. Паль етәкселегендә килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “десантын” юҡһынып иҫемә алам. Бала күңеленә уйылған хәтирәләр ғүмерле бит ул, оҙайлы йылдар ҙа уңдырмай.
Беҙҙең ҡалала 21 мәктәп, 47 балалар баҡсаһы, һигеҙ өҫтәмә белем биреү учреждениеһы иҫәпләнә. Шуларҙың һәр береһенә милли матбуғат баҫмаларын яҙҙырыу үҙе менән ниндәй һөйөнөс, тиң булмаған аҡыл, ынйы һүҙҙәр хазинаһын килтерер ине!
“Интернет булғас, гәзит-журнал ниңә кәрәк ул?” — тип эре сирттергәндәр менән һис килешмәйем. Аш — ашҡа, урыны башҡа, ти халыҡ. Заманында кино сәнғәте ырамлы аҙымдар менән алға киткәс, “театрҙың көнө бөттө”, тип фаразлаусыларҙың тәрән хаталаныуын бөгөн яҡшы күрәбеҙ. Театр сәнғәте элеккесә ылыҡтырғыс, үҙ тамашасыһы, үҙ репертуары бар. Кисә генә ҡаланың драма театрында Софокл әҫәре буйынса ҡуйылған “Әҙип хан” трагедияһының аншлаг менән үтеүе — әйткәндәремә дәлил.
Салауат ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Фруза Хәбибуллинаның һүҙҙәре кире ҡаҡҡыһыҙ. Ҡулайлаштырыу еле лә, тармаҡты яңыртыу программалары ла милли матбуғатты таратыуҙа ҡамасау була алмай. Әлбиттә, был мөһим сараны үткәреүҙә аяҡ салыусы кәртәләр етерлек, шуларҙың береһе — уҡыусылар ғына түгел, журналистар ҙа өнәп еткермәгән, сей елкәгә тейгән яғы — ярты йыл һайын баҫмаға яҙылыуҙы ойоштороуҙың үтә мәшәҡәтле булыуы. “Рәсәй почтаһы”, бәлки, ҡасан да булһа үҙ хеҙмәтен халыҡтың теләген иҫәпкә алып, уңайлыраҡ ойошторор, гәзиттәге мәғлүмәттәрҙең һәр өйгә ваҡытында барып етеүе өсөн тырышлыҡ күрһәтер тигән өмөт бар.

Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһыМилли театры булған ҡала — бәхетле...

Тормошобоҙҙоң асыҡ көҙгөһө ул театр. Ваҡыт уҙыу менән ул да һиҙелерлек үҙгәреш кисерә. Йылы өйҙәге “зәңгәр экран” да, икһеҙ-сикһеҙ Интернет диңгеҙе лә сәхнә менән тамашасы араһындағы йәнле аралашыуҙы алмаштыра алмай, күрәһең.
Салауат дәүләт башҡорт драма театрының бөгөн “йондоҙло” мәле. 1956 йылда тыуған театрҙың үҙенә генә хас яҙмышы бар. Тиҫтәләрсә йыл буйы үҙ сәхнәһе булмау, өйҙәшлектә көн күреү, оҙон юл йөрөүҙәр — барыһы ла баштан үткән. Күсмә театрҙың, ниһайәт, йортло булыуы өр-яңы офоҡтар асты, аҙымдар ырамланды, ижади ҡомар көсәйҙе... Милләт традицияларын, йолаларын, телен, мәҙәниәтен һаҡлаусы театр — рухты нығытыусы, күңелдәрҙе бөтәйтеүсе сәнғәт һарайы, милләттәштәрҙең күтәренке кәйеф менән осрашыу майҙаны. Ғөмүмән, милли театры булған ҡала халҡы бик бәхетле. Бәлки, әлегә уның ҡәҙерен генә баһалап еткермәйбеҙҙер. Директор Наилә Сәфәрғолованың “театр етәксеһе вазифаһы ҡатын-ҡыҙ эше түгел” тигән һүҙҙәре менән килешмәүебеҙҙе белдерҙек. Гел алдынғылар рәтенә ынтылыу, тынғы белмәү, ижади йорттағы тәртипте, бөхтәлекте, татыулыҡты һаҡлау, ҡала мәҙәниәтенең генә түгел, тотош республиканың йөҙөк ҡашы булырға тырышыу — ошо нескә күңелле, рухлы аҫыл зат вәкиленең булмышында.
Гастролдәргә сығыу үҙе бер ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек булһа, зал, транспорт, йәшәү мәсьәләләрен хәл итеү йәнә бер башватҡысҡа әүерелә. Ырымбур, Силәбе, Яр Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһыСаллы, Минзәлә, Әлмәт, Бөгөлмә, Ҡазан тамашасыһының, салауаттарҙы көслө алҡыштарға күмеп, аяғөҫтө хөрмәтләп оҙатҡаны хәтерҙә. Шулай ҙа иң ҙур, яуаплы һынауҙы баш ҡала сәхнәләрендә үтергә тура килә. Өҫтәүенә талантлы йәш көстәр, бил нығытҡан сәхнәһен ҡалдырып, Өфө театрҙарына ағыла тора.
“Театрҙың халыҡ байлығы, тел, аҡыл хазинаһы икәнен аңламаған етәкселәр алдында ла үҙебеҙҙең кәрәклегебеҙҙе, барлығыбыҙҙы һәм буласағыбыҙҙы ҡат-ҡат раҫларға тура килеүе арыта, әлбиттә. Аңлашылмаусанлыҡ кәртәләрен аҙ еңмәнек, — тип көрһөнә Наилә Әбделхәй ҡыҙы. — Дәүләт ярҙамынан тыш театр йәшәй алмай. Өҫтәүенә сәхнәнең халыҡты үҙенә магниттай тартыуы өсөн яҡшы драма әҫәрҙәре кәрәк. Ә беҙ был йәһәттән бик уңдыҡ. Драматург Флорид Бүләков менән ижади бәйләнештең ныҡлығына күптәр көнләшерлек. Сәхнәбеҙҙә ҙур йәки эйәрсен ролдәр юҡ, барыһы ла мөһим, яуаплы, сөнки спектаклдең уңышын бер генә артист хәл итә алмай”.
Бынан 20 быуат элек яҙылған Софокл әҫәре буйынса ҡуйылған “Әҙип хан” трагедияһы премьераһы менән театр үҙенең 79-сы миҙгелен тамамлай. Етди спектаклдең режиссеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Олег Ханов үҙенең күптән хыялланған әҫәренә энтузиазм менән тотона. Драматург Айҙар Хөсәйеновтың илһамлы тырышлығы менән пьеса әҙерләнә. Төп әҫәрҙең асылын һаҡлап ҡалыу менән бергә уны башҡорт сәхнәһендә ҡуйғанда милли үҙенсәлектәр, халыҡтың мәҙәниәтенә һәм рухына яраҡлаштырыу ҙа күҙ уңынан ысҡынмаған. Һәр образ өҫтөндә ентекле эшләү бушҡа китмәй, тәрән мәғәнәле спектаклдең тулы зал һәм алҡыштар менән үтеүе — театр коллективына оло баһа.
Театр миҙгеле тамамланды, әммә ижади эшмәкәрлектә каникул юҡ. Наилә Сәфәрғолованың: “Театр директорының хеҙмәтен антрактһыҙ спектакль менән сағыштырыу урынлы”, — тигән һүҙҙәре лә хәтерҙә. Беҙҙеңсә, халыҡты эш менән тәьмин иткән, ҡаланы йәшәткән “Газпром нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Салауатнефтемаш”, “Салауатбыяла” һәм башҡа ҡеүәтле предприятиеларҙың абруйы янында кешеләргә рухи аҙыҡ биреүсе, милли үҙаңды уятыусы, тормош түбәнлегенән юғарыға күтәреүсе оло сәнғәт йорто — театрҙың өлөшө һис тә ҡайтыш түгел.

Иғтибар үҙәгендә — Салауат ҡалаһыИкмәк — Италияла ла икмәк

Йәштәр тәүәккәл, булдыҡлы хәҙер. Маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшеү өсөн бөтә тырышлығын, белемен һалып ынтылыусылар ифрат күбәйҙе. Юля менән Максимды ла ҡыйыу рәүештә шундайҙар рәтенә индерергә була.
Быйыл йәштәр, икмәк бешереү цехы асып, салауаттарҙы һөйөндөргән. Коваленколар — белемдәре буйынса машина эшләү тармағы технологтары. “Бына шулай машина эшләүҙән икмәк бешереүгә күстек, — тип йылмая Юля. — Ирем күптән инде хуш еҫле, тәмле икмәк һалыу рецепттары менән ҡыҙыҡһына, унда ҡамыр аштары, кондитер изделиелары әҙерләү теләге барлығын һиҙенә инем”.
Улар эшҡыуарлыҡ юлын һайлағанға ҡәҙәр Италияла бәхет “эҙләгән”, шулай ҙа йәштәрҙе тыуған яҡ тупрағы үҙенә тартҡан. “Сит илгә сәйәхәт эҙһеҙ булманы. Ҡайҙа барһаҡ та, итальяндарҙың ҡамыр аштарын нисек әҙерләүе, бигерәк тә икмәк бешереү серҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Бына уларҙан отоп алған рецепт буйынса бешерелгән икмәк”, — тип Юля беҙгә ҡабарынҡы, мамыҡтай йомшаҡ эҫе икмәкте һуҙҙы.
Йәш эшҡыуарҙар 195 мең һумлыҡ субсидия, ҡуртымға бина алып эш башлай. Ғүмер буйы Салауат икмәк бешереү комбинатында эшләп, предприятие ябылғас, аптырашта ҡалған Әлмирә Кәлимуллинаға ла яйы сыға, яратҡан һөнәрен “Коваленко” шәхси предприятиеһында дауам итә. Вера Семавина менән сәғәт иртәнге 8-ҙә эш башлайҙар ҙа продукцияны егермегә яҡын магазинға оҙаталар.
— Әсеткеһеҙ бешерелгән икмәктең тәме лә, сифаты ла һүҙ тейҙергеһеҙ, — ти Әлмирә. — Рецебы итальяндарҙыҡы булһа ла, оно бит үҙебеҙҙеке!

Кешегә һалынған инвестиция — иң отошлоһо

— Беҙҙә лә демография күрһәткестәре юғары, — ти ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Данир Йәүҙәт улы Зөбәйеров. — Һуңғы осорҙа кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһы менән тәьмин итеү ҙур проблемаға әүерелде. Әле 220 урынға иҫәпләнгән ике баҡса төҙөлә. Быйыл мотлаҡ файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Өҫтәүенә элекке баҡсаларҙы ҡайтарыу, реконструкциялау буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Әлбиттә, үҙгәртеп ҡороу, ҡорамалдар менән йыһазландырыу үтә ҡиммәткә төшә. Бынан алты йыл элек “Алмас” бассейнын яңыртыу эштәре башланып, аҡса булмау сәбәпле, ярты юлда туҡталып ҡалғайны. Халыҡ-ара ярыштар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән ҙур бассейн да оҙаҡламай эш башлар, тип өмөтләнәбеҙ. “Һаҡаллы” төҙөлөштәрҙең береһе, оҙаҡ ваҡыт телдән төшмәгән ҡала дауаханаһына ла йән инде. Социаль әһәмиәтле ике йортто октябрҙә файҙаланыуға тапшырып, торлаҡҡа мохтаждарҙы һөйөндөрәсәкбеҙ.
Ысынлап та, үткән йыл ҡаланың оҙаҡ йылдар сиселмәгән “төйөн”дәрен тағатыу, хәл ителмәгән социаль проблемаларын тормошҡа ашырыу йылы булған. Күп функциялы дауахана төҙөлөшөнөң, ниһайәт, яңы һулыш алыуы, балалар баҡсаһына сираттың яртылаш ҡыҫҡарыуы, стратегик әһәмиәтле предприятиеларҙы һаҡлап ҡалыу — барыһы ла ошонда йәшәгән һәр кемдең тормош сифатын яҡшыртасаҡ. Салауат ҡалаһының бер нисә адреслы инвестиция программаһына инеүе лә халыҡ файҙаһына. Быйыл 1 миллиард һум күләмендә социаль программалар комплексы тормошҡа ашырыласаҡ.
Оҙайлы, социаль йүнәлешле инвестицияларҙы кешегә һалынған иң отошло капитал тип иҫәпләргә була. Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында 2-се микрорайонда “Уҡытыусылар йорто” өсөн майҙан да билдәләнгән. Ғөмүмән, уҡытыусыларҙың баһаһы, ҡәҙере бында юғары. Һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшкән мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, уҡыу йорттарына матди ярҙам күрһәтеү яҡшы йолаға әүерелгән. Ә иң алдынғы уҡыусылар ай һайын ҡала хакимиәте башлығы стипендияһын алып ҡыуана.
Төҙөк, таҙа, матур ҡалала һәр кемдең шатланып йәшәүен, кинәнеп ижад итеүен теләргә генә ҡала. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡты хәл итеүҙең бер һөҙөмтәле юлын тапҡандар: ун йәш белгескә яңы фатир асҡысы тапшырып, уларҙы ҡалала төпләндереү хәстәрен күргәндәр. Яңы килгән йәштәр, күркәм Салауатты ысын күңелдән яратып, ғүмерлеккә ошо ерҙе үҙенеке итер ҙә әле, бәлки...
“Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем...”
Ҡалаға исем биргән милли батырыбыҙҙың халҡына, тәбиғәткә, тыуған иленә оло мөхәббәте, көслө рухы салауаттарҙы берләштерһен, йылытһын, текә артылыштарҙы ҡыйыу үтергә ярҙам итһен. Быуаттар тауышы булып, һүҙ хазинаһының ҡиммәтле гәүһәрҙәре рәүешендә яугирҙең халҡына әйләнеп ҡайтҡан шиғриәте теле барҙың ғына иле, милләте барлығына ишара түгелме ни? Юғалтыуҙарҙы үҙ башынан аҙ кисермәгән халыҡтың быны оноторға хаҡы юҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511