Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өс бәләкәс аяҡ осонда йоҡлай...”
“Өс бәләкәс аяҡ осонда йоҡлай...”Ете баланы тәрбиәгә алған Әхмәтвәлиевтәргә торлағын киңәйтеүҙә кем ярҙам ҡулы һуҙыр?
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: әле һүҙ барасаҡ ғаилә кеүектәр тормошобоҙҙа һирәгерәк осрай. Шаран районындағы Әхмәтвәлиевтәр, ике балаға ғүмер бүләк итеүҙән тыш, яҙмыш ҡосағына ташланған, ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙарға йөрәк йылыһын да еткерә. Уларҙың ете етемде тәрбиәгә алыуы, минеңсә, үҙе бер батырлыҡҡа тиң.
Күркәм ғаилә менән тәүге тапҡыр өс йыл ярым самаһы элек танышҡайныҡ. Люзиә Рауил ҡыҙы менән Фәнис Нәжип улын ҡыуаныслы ваҡиғалары айҡанлы ҡотлағайным. Өфөлә Конгресс-холда ойошторолған тантанала күмәк балалы Әхмәтвәлиевтәрҙе сәхнә түренә саҡырып ҙурлағайнылар. Уларға “ГАЗель” автобусы асҡысы тапшырғайнылар.
Оҙаҡламай ғаилә йылыһына тилмергән балаларҙы ҡурсалаған миһырбанлы ата-әсәнең исем-шәрифе тағы алыҫ тарафтарға яңғыраны. Әхмәтвәлиевтәр, патронат һәм опекун ғаиләләрҙең республика конкурсында еңеү яулап, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Фәнис менән Люзиә Шаран районында тыуып үҫкән. Бер-береһен ихтирам итеп, мөхәббәтле ғүмер кисерәләр. Балалары буй еткереп килә, Регинаға 19-сы йәш, Октябрьский ҡалаһындағы нефть колледжында белем ала, ә Резеда Шаран урта мәктәбенең VIII класында уҡый.
Йорттарында тәүге тапҡыр булғанда, Әхмәтвәлиевтәрҙән әлеге заманда ғаиләһен ишәйтеүе, иңдәренә оло хәстәр һәм мәшәҡәт алырға йөрьәт итеүе менән ҡыҙыҡһындым.
— Ирем малайыбыҙ булыуын теләне. Аҙаҡ бәләкәсте приюттан алып ҡайтайыҡ, тип һүҙ ҡуҙғатты. Теләгенә ҡаршы килмәнем. Шунан Туймазы үҙәк район дауаханаһына юлландыҡ. Әсәһе ташлап киткән ике айлыҡ Ильясты уллыҡҡа алдыҡ. Ваҡытынан элек тыуған сабыйҙы тәрбиәләүе еңелдән булманы. Уға балаларға тәғәйенләнгән аҙыҡ яраманы, шуға күрә кәзә һатып алырға тура килде.
“Өс бәләкәс аяҡ осонда йоҡлай...”Улыбыҙ бер үҙе генә үҫмәһен әле тинек тә, Руслан исемле малайҙы патронат тәрбиәгә биреүҙәрен үтендек. Балалар йортона барып йөрөгәндә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабыйҙарҙың күп булыуын күреп күңел һыҙланы. Ул йылдарҙа Туймазы районының Татар-Олҡан ауылында социаль приют бар ине. Ата-әсә наҙы күрмәй үҫкән балаларҙы ял көндәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтырға булдыҡ. Өйҙә аш ашатып, йыуатып ебәрәйек, тинек. Шулай итеп, бер туған Сычевтарҙы ҡыуандырмаҡсы иттек. Күңелдәре кителгән балаларға һый-хөрмәт күрһәттек һәм ике көндән һуң илтеп ҡуйыу өсөн юлға йыйына башланыҡ. Үҙем тулҡынланам. Фәнис: “Әйберҙәрегеҙҙе алдығыҙмы, хәҙер приютҡа ҡуҙғалабыҙ”, — тигәс, Кирилл илап ебәрҙе. Бер аҙҙан үҙен ҡулға алған малай: “Һеҙ — алдаҡсылар”, — тимәһенме? Һеңлеһе Ангелина ла бер мөйөштә һыҡтай. Беҙҙең дә күңел йомшарҙы. Шул саҡ атай кеше: “Ярай, Хоҙай үҙе ҡушҡандыр, аслыҡ йылдарында ла кешеләр балаһын ташламаған, алып ҡалайыҡ Кирилл менән Ангелинаны”, — тип хужабикә ғаиләгә балаларҙың нисек килеп юлығыуы менән таныштырҙы.
Бер аҙҙан ғаилә тағы ла ишәйә: Әхмәтвәлиевтәр дүрт бер туған Вәлиуллиндарҙы тәрбиәгә ала.
— Был хәл 2008 йылдың башында булды. Бер көн документтар тапшырырға райондың опека бүлегенә барҙым. “Ташлап ҡалдырылған балалар Шаранда ла бармы?” — тип ҡыҙыҡһындым. “Декабрҙән алып дауаханала дүрт етем бала ята, 14 һәм 11 йәштәге ҡыҙҙарҙы тәрбиәгә алырға теләүселәр бар, ә ике бәләкәскә эйә юҡ. Уларҙы сабыйҙар йортона ебәрергә йыйыналар”, — тинеләр. Ирем менән килештек тә етемлеккә дусар ителгән балаларҙы күрергә киттек. Баш педиатр Галина Мөхкәм ҡыҙына изге ниәтебеҙҙе еткерҙек. “Дүртеһен дә алаһығыҙмы?” — тине ул. “Эйе, сөнки бер туғандарҙы айырырға ярамай бит, һуңынан бер-береһен эҙләп йөрөрҙәр. Ә былай бергә үҫәсәк”, — тинек. Ошо яуапты ишеткәс, табиптың хатта күңеле тулды. Шунан балалар менән таныштырҙы, — тип һүҙен дауам итте Люзиә Рауил ҡыҙы.
Шәфҡәтлелек бөркөлөп торған был йортта һәр балаға күңел йылыһы табыла. Хәҙер шатлыҡ-ҡыуаныс кисереп йәшәгән балалар ҙа үҫә төшкән.
— Вәлиуллиндарҙың иң кесеһе Мәрйәмгә быйыл биш йәш тула, — ти Люзиә ханым. — Сәлим дә, уллыҡҡа алған Ильяс та бәләкәйерәк әле, өсөһө лә район үҙәгендәге “Батыр” балалар баҡсаһына йөрөй. Тәрбиәселәргә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ, һәр береһенең яҙмышын аңлайҙар, һәләттәрен үҫтерергә, төрлө сараларҙа ҡатнаштырырға тырышалар. Руслан IV класта белем ала, яҡшы уҡый. VII кластағы Алина ла матур уңыштары менән ҡыуандыра. Ул һүрәт төшөрөргә ярата. Үҙ донъяһын сағыу төҫтәр менән асырға тырыша. Руслан менән Ангелина бейергә әүәҫ. Хәҙер сәхнәлә лә үҙҙәрен ҡыйыу тоталар. Районда ойошторолған конкурста сығыш яһап, беренсе урынды яулауыбыҙға бәләкәстәр айырыуса ныҡ шатланды, — ти хужабикә.
Ғаиләлә туғыҙ бала тип әйтеүе генә анһат, уларҙы тәрбиәләргә, һау-сәләмәт үҫһен өсөн һәр ҡайһыһына иғтибар бүлергә кәрәк. Юғарыла телгә алған Кирилл Сычев ауыр холоҡло булып сыҡҡан. Ике йыл тыныс ҡына йәшәгән малай бер ваҡыт өйҙән ҡаса башлай. Ошондай күңелһеҙ хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Ауыл кешеләренең күбеһе опекун ата-әсәне ғәйепләй. Аптырағас, Кириллды Мичурин ауылындағы приютҡа илтергә мәжбүр булалар.
— Бындай ваҡытта балалар психологының ярҙамы бик кәрәк ине, ләкин районда ундай белгестәр юҡ, — ти Люзиә Рауил ҡыҙы. — Ағаһын ғаиләнән айырғас, һеңлеһе Ангелинаның уҡыуы насарайҙы. Кириллды бөтәбеҙ ҙә юҡһынабыҙ, араны һыуытмаҫҡа тырышабыҙ, эргәһенә барып йөрөйбөҙ, — ти әсә.
Шуны әйтергә кәрәк: матди яҡтан да Әхмәтвәлиевтәргә еңелдән түгел. Региналары түләүле төркөмдә уҡый, техникум кассаһына йылына 82 мең һум аҡса индерергә тура килә.
— Ошо мәсьәләлә аңлау тапмаҫбыҙмы тип, колледж етәкселәренә мөрәжәғәт итеүебеҙ бушҡа ғына булды. Шул ғына күңелде йыуата: тәрбиәгә алған ҡыҙыбыҙ Виктория ла шунда уҡый. Уға дәүләт ярҙам итә, ятаҡта ла бушлай тора, социаль стипендия ала. Шул аҡсаны үҙенә еткерә.
Ҡайһы берәүҙәр, Әхмәтвәлиевтәргә дәүләттән аҡса мул эләгә, тип фекер йөрөтә. Ысынында нисек һуң? Эйе, законда ҡаралғанса, тәрбиәгә алынған балаларға айына 4600 һум пособие бирәләр. Бөгөнгө көндә ул күп түгел, хатта баланың ихтыяжына етмәй ҙә ҡала. Уларҙы табынға көнөнә 5-6 тапҡыр йыйырға кәрәк. Бәләкәстәрҙе тәмле-татлынан да өҙмәҫкә тырышабыҙ. 4600 һумға балаларҙы кейендерергә лә тейешһең, өҫ-баштарына алғанда үҙемдең эш хаҡын да ҡушам. Бала-саға кейемде тиҙ туҙҙыра, оло ҡыҙҙарға йылына ике-өс пар аяҡ кейеме алабыҙ. Хәҙер мәктәптә өҫ-башың килешле түгел тип йәберләргә генә торалар. Күрше-күлән дә, Люзиә ай һайын бер балаға биш мең һум ала, тип арттырып-сурытып һөйләргә ярата.
Мин аҫрауға ҡалған дүрт балаға (Вәлиуллиндарға. — М.Ш.) 7 мең һум эш хаҡы алам. Руслан Тахтаев ҡына патронат тәрбиәлә. Уға яңыраҡ 5500 һум ала башланым. Хөкүмәт артығын түләмәй, күреүегеҙсә, биргәндәре лә осто-осҡа ялғарға ғына етә, — ти хужабикә.
Ете етем үҫмерҙе йылы ҡанаттары аҫтына һыйындырған Әхмәтвәлиевтәрҙе тағы бер проблема борсой. Үҙҙәре төҙөп ингән йорт ишле ғаилә өсөн бәләкәйерәк. Бер нисә йыл элек торлаҡтарын киңәйтергә тотоноп ҡарағандар, төкәтмә өсөн бура ҡайтарыуҙа район хакимиәте ярҙам да иткән. Люзиә әйтеүенсә, шул бураны үҙ көстәре менән күтәреп ҡуйғандар. Үкенескә ҡаршы, эш шуның менән туҡталып ҡалған, төкәтмәнең түбәһе ябылмаған.
— Аҡсаһыҙлыҡ бәләһе инде, — ти Фәнис. — Төҙөлөштө тамамлау өсөн кәмендә 250-300 мең һум аҡса кәрәк. Субсидия йәки процентһыҙ ссуда биреүҙәрен һорап ғариза ла яҙғайныҡ, ләкин райондың ундай мөмкинлеге юҡ, тип яуап ҡайтарҙылар. Ташламалы шарттарҙа кредит бирә алмаҫтармы тип банктарҙы ла йөрөп сыҡтым. Береһендә лә өмөтләндермәнеләр. Рәхим итегеҙ, башҡалар кеүек 19-20 процент ставка менән алығыҙ, тиҙәр.
— Бәләкәстәрҙән Мәрйәмдең әсәлек капиталы бар, — тип һүҙҙе ялғаны Люзиә ханым. — Законды өйрәнеп, уны нисек файҙаланыу тураһында белештем. Сит балаларҙы аҫрауға алған әсә булараҡ, был аҡсаны юллай алаһың, тинеләр. Төрлө инстанциялар буйлап йөрөй ҙә башлағайным, ләкин опека бүлеге хеҙмәткәрҙәре рөхсәт итмәне. “Оялмайынса ул баланың аҡсаһына нисек ҡул һуҙырға итәһең, беҙ киләсәктә Вәлиуллиндарға фатир алғанда шул аҡсаны ҡушасаҡбыҙ”, — тип әрләп ташланы. Ғәрләнеп ҡайтып киттем.
Был сетерекле мәсьәләлә урындағы етәкселәр, күрәһең, законды һүҙмә-һүҙ үтәү яғын ҡарай торғандыр, сөнки бәлиғ булыу йәшенә еткән социаль етемдәргә торлаҡлы булыуҙа дәүләт ярҙам итергә тейеш. Быны мәрхәмәтле Әхмәтвәлиевтәр ҙә яҡшы аңлай. Люзиә ханым телгә алғанса, тәрбиәләрендәге балаларҙың һәр ҡайһыһын йортло итергә уларҙың көсөнән килмәйәсәк тә.
— Исмаһам, төкәтмәне төҙөүҙә ярҙам ҡулы һуҙһындар ине, — тип өҙгөләнә ул. — Балалар үҫә, уларға айырым бүлмәләр кәрәк. Бөгөн ишле ғаиләбеҙ менән ҡыҫынҡы шарттарҙа йәшәргә мәжбүрбеҙ. Әле өс бәләкәс беҙҙең аяҡ осонда йоҡлай. Торлаҡты киңәйтеү мәсьәләһендә хәлебеҙгә инергә тырышһындар ине. Беҙ фатир һорамайбыҙ, төкәтмәне төҙөү өсөн процентһыҙ 300 мең һум тирәһе ссуда ғына кәрәк.
Һүҙ эйәрә һүҙ ялғанып, ғаилә башлығы башҡа ҡыйынлыҡтарҙы ла телгә алды. Әхмәтвәлиевтәр йәшәгән йортҡа һыу инмәгән. Ошо урамдағыларҙың күбеһе был мәсьәләне үҙҙәре хәл иткән. “Беҙ генә ҡалдыҡ, сөнки аҡса еткереп булмай. Ә ишле ғаилә һыуҙы күп тотона. Люзиә көн һайын ҡул менән әллә күпме кер йыуа. Былтыр көҙ торба килтереп ташланылар ҙа шуның менән эштәре лә бөттө”, — ти Фәнис.
Изге күңелле Әхмәтвәлиевтәр ете етемде һыйындырыуына, уларҙы бәхетлерәк итергә тырышыуына һис үкенмәй. Тик урындағы хакимиәт менән төрлө яуаплы ойошмалар ишле ғаиләнең проблемаларына төптәнерәк ҡарарға, тормош-көнкүреш шарттарын һис кенә лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Яңыраҡ ведомство-ара советтың киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та муниципаль властар алдына шундай бурыс ҡуйҙы, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтеүҙе талап итте.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Шаран районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840