Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош йәмле булһа, ауыл йәшәйәсәк
Яңыртылған клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, сәхнә – барыһы ла халыҡ өсөн.

Яңы йыл байрамы бөрйәндәр өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды — районда бер юлы бер нисә социаль объект сафҡа инде. Халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та килде.

Һаулыҡ һаҡлау – иғтибар үҙәгендә

Һуңғы ваҡытта республика етәк­селеге тарафынан һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур хәстәрлек күрһәтелә. Бөрйән үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллинға Зариф Закир улы ике “Ашығыс ярҙам” ма­шинаһының асҡысын тапшырҙы. Медицина учреждениеһының автопаркын яңыртыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Транспорттың береһе Байназар амбулаторияһы һәм паллиатив ярҙам бүлексәһе ҡарама­ғына биреләсәк. Әйткәндәй, оҙаҡ­ламай өсөнсө автомобилдең дә ҡайтарылыуы көтөлә. Майҙаны буйынса республиканың ҙур райондарының береһе һаналған Бөрйән өсөн был бик мөһим.

Әбделмәмбәт ауылы халҡына Ҡабан йылы бигерәк тә ҙур һөйөнөс алып килде. Бында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
— Ауылда 800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Демография күрһәткесе буйынса ыңғай динамика күҙәтелә, былтыр 18 сабый донъяға килде. Элекке ФАП уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгәйне. Даими ремонт үткәрелеп торһа ла, бер талаптарға ла яуап бирмәне. Бигерәк тә ҡышҡы һалҡын көндәрҙә мейес яғып йылытыуы учреждение хеҙмәткәрҙәренә ауырға тура килде. Модулле ФАП тиҙ ҡорола торған төҙөлөш объекты һанала, шуға күрә ул ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә сафҡа индерелде. Подрядсы — Санкт-Петербургтың “Диаком” йәмғиәте үҙ эшенә яуаплы ҡарап, бинаны ваҡытында тапшырыуға өлгәште.

Унда халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған — ул ике ҙур бүлмәнән тора, һыу, канализация үткәрелгән, электр энергияһы менән йылытыла, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ауылы­быҙҙа яңы ФАП-тың барлыҡҡа килеүенә барыһы ла, бигерәк тә оло йәштәгеләр шат, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нур Усманов.

Мәҙәниәт тә хәстәрләнә

Ә Иҫке Монасип ауылы халҡы яңы йылды төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йортонда ҡаршы алды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы сиктәрендә капиталь ремонт һәм учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу өсөн өс миллион һигеҙ йөҙ мең һум аҡса бүленә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бина бөтөнләй яңы төҫ ала.

Иҫке Монасип районда ҙур ауылдарҙан һанала, унда 900-ҙән ашыу кеше йәшәй. Эш табыу мәсьәләһе киҫкен торһа ла, йәштәр йорт һалып, йәнтөйәктә ҡалырға тырыша. Былтыр 15 бала тыуған. Урта мәктәптә 115 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаһында 36 кескәй тәрбиәләнә.
Иҫке монасиптар — бик дәртле кешеләр, районда уҙғарылған бер генә мәҙәни сара ла уларҙан тыш үтмәй. “Йәҙгәр”, “Гөрөлдәк”, “Йәшлек”, “Хазина” ансамблдәре бөрйәндәргә яҡшы таныш.

— Клубтың торошо ғына күңелде ҡыра ине. 35 йыл элек совет заманында “Ҡыҙыл таң” колхозы һал­ған ағас бинаның бүрәнәләре сереп, нигеҙе ҡаҡшап, ҡыйшая баш­ла­ғайны инде. Яҙын-көҙөн ҡы­йыҡтан һыу тамсылап та ыҙалатты, газ менән йылытылһа ла, ҡышын бик һалҡын була торғайны.

Район етәкселеге хәстәрлеге арҡаһында мәҙәниәт усағын яңыр­тыуға ирештек, — тип шатлығын йәшермәй биләмә хакимиәте башлығы Гүзәл Баймырҙина.

Бина әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Тәҙрәләр, ишектәр евроға алмаштырылған, клубтың ҡыйығы ла яңыртылған, тышы заманса материал менән көпләнгән.

— Шуныһы яҡшы, шәхси эшҡы­уар Ислам Ҡунафин етәкселегендә эштәрҙе үҙебеҙҙең егеттәр баш­ҡарҙы. Бинаны һүтеп, серегән бүрәнәләрҙе яңыға алмаш­тыр­ҙылар, нигеҙен дә нығыттылар, иҙәнен дә яңырттылар – бурыстарына бик яуаплы ҡаранылар, — ти Гүзәл Тимерғәли ҡыҙы.
Мәҙәниәт йортоноң эсен бө­төнләй танырлыҡ түгел: ул ту­лыһынса заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып ремонт­ланған, яңы ултырғыстар, яңы сәхнә шаршауҙары ҡуйылған, музыка ҡоралдары, аппаратура, сәхнә кейемдәре һатып алынған. Балалар өсөн айырым бүлмә лә йыһаз­лан­дырылған, кескәйҙәргә бында төрлө тренажерҙарҙа шөғөллә­нергә, ҙур телевизорҙан мультфильмдар ҡарарға, ҡоро бассейнда “һыу инергә” мөмкинлек булдырылған. Мәҙәниәт йортоноң ихатаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған — яңы төҙөлгән майҙансыҡта балалар тауышы тынмай, тиҙәр.

Ҡаланыҡынан кәм түгел

Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” программаһы 2017 йылдан башлап тормошҡа ашырыла. Тәүҙә унда ҡалалар ғына индерелһә, былтыр халҡы мең кешенән күберәк булған ауыл, ҡасабалар ҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Район үҙәге Иҫке Собханғолда ете меңгә яҡын кеше йәшәй. Ауыл йылдан-йыл үҫә, матурая, яңы йорт­тар, социаль объекттар ҡалҡып сыға, былтыр 117 бала донъяға кил­гән. Быға тиклем байрамдар, тантаналар район мәҙәниәт йортонда ойошторола, күп халыҡ йы­йылған сараларҙы урамда уҙғарыу өсөн мөмкинлек булмай. Һәм бына бөрйәндәр ошо программа арҡа­һында йәнә бер бүләк — үҙәк урамда урынлашҡан мөһабәт сәхнәгә эйә булды. Хәҙер артистарға сығыш яһарға ел-ямғыр ҙа ҡурҡыныс түгел — сәхнәнең ҡыйығы ла бар.

— Конструкцияның хаҡы ике миллион дүрт йөҙ мең һум. Уны ҡорған подрядсылар – Өфө ҡалаһының “Селена” йәмғиәте эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы. Яҙ еткәс, сәхнәнең тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре көтә, — тине хакимиәттең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлегенең баш белгесе Иршат Ейәнбаев.

Иҫке Собханғолда булған һәр кем уның иҫ киткес гүзәл ерҙә урынлашҡанына һоҡланмай ҡал­майҙыр. Ауыл эргәһенән генә аҡҡан Ағиҙел йылғаһы, ҡая-таштар уға ҡабатланмаҫ йәм өҫтәй. Турис­тар ҙа, ауыл халҡы ла бында ял итергә ярата. Әммә ошоғаса яр буйы төҙөкләндерелмәгәйне. Һәм бына программа арҡаһында боҙ урынынан ҡуҙғалды. Ағиҙел йыл­ғаһы буйы яҡтыртылды. 2,4 километр ара­уыҡта энергияны күп сарыф итмәгән диодлы 87 яҡтыртҡыс ҡуйылды.

— Был программа 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән, унда артабан да ҡатнашырға күҙаллайбыҙ, киләһе йыл эскәмйәләр, беседкалар урынлаштырып, халыҡҡа махсус ял итеү урындары булдырырға ниәт итәбеҙ, — ти Иҫке Собханғол ауылы хакимиәте башлығы Раян Шаһниязов.
Бына шундай ҡыуаныслы ваҡиғалар алып килде яңы 2019 йыл бөрйәндәргә. Рәсәй Феде­рацияһы Президенты Владимир Путин “Ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙа ла, ауыл ерендә лә халыҡтың тормош сифатын яҡшыртырға” тигән бурыс ҡуйғайны үҙенең мөрә­жәғәтнамәһендә. Был юҫыҡта Бөрйәндә барыһы ла эшләнә тип ҡыйыу әйтергә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518