Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниңә ашыҡҡандыр, ҡайҙа атлыҡҡандыр?
Ниңә ашыҡҡандыр, ҡайҙа атлыҡҡандыр?…Гел ҡабаланды һеңлем. Аяҡтары ергә теймәй йүгереп йөрөр ине. Һоҡлана ла, хәүефләнеп тә ҡуя торғайным.

Кинйә бала булды ул. Биш йәшендә бер кемдең дә әйткәнен тыңламай, илай-илай мәктәпкә барҙы. Уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә гел алдынғылар рәтендә булды. Ун алты йәше тулыр-тулмаҫтан юғары уҡыу йортона инде. Күп тә тормай, буласаҡ кейәү менән таныштырҙы, йәһәтләп туй үткәрҙек. Бишенсе курсты тамамлағанында ике ҡыҙы үҫә ине инде.

Диплом алыу тантанаһына барыр алдынан бәләкәстәрҙе беҙгә килтерҙеләр (баш ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылда йәшәйбеҙ). Байрамдары иртәгә көндөҙ икелә башлана икән.

– Улай булғас, бөгөнгә беҙҙә ҡалып тороғоҙ, – тинем. – Ҡаланың шау-шыуынан аҙға булһа ла ял итерһегеҙ, мунса инерһегеҙ. Иртәгә таң менән тороп сыҡһағыҙ ҙа, әҙерләнеүгә әллә күпме ваҡытығыҙ ҡала әле.

– Юҡ, апай, – тип шунда уҡ ҡаршы төштө баҫҡан ерендә бейеп торған һеңлем. – Ҡайтырға кәрәк. Бөгөн үк башҡарып ҡуяһы эш күп. Иртәгә үҙебеҙ өсөн ваҡыт та ҡалмаҫ әле: тантананы, аҙаҡ курсташтар менән хушлашыу байрамын ойоштороуҙы үҙ өҫтөмә алғанмын.
Шулайтып ҡабалана-ҡабалана йыйына башланы. Юлға бигүк сығырға теләмәгән кейәү кәйефһеҙ генә машинаһын ҡабыҙҙы. Йәһәтләп ҡуҙғалып киттеләр. Оҙаҡ та үтмәҫтән, йәшен тиҙлегендә хәбәр килеп етте: яҡындарыбыҙҙы беҙҙең ауылдан оло юлға сыҡҡан ерҙә ҙур йөк машинаһы бәрҙереп киткән...

Әҙәм балаһына ғүмер бер тапҡыр ғына бирелә. Кемгәлер ҡартайғансы йәшәү бәхете тейһә, икенселәр тормоштоң тәмен дә татып өлгөрмәй... Үҙенә ғүмерҙең сама менән бирелгәнен һиҙеп тә ашыҡтымы икән һеңлем? Барыһына өлгөрөп ҡалайым тинеме? Ниңә мине тыңламаны, кейәүҙең теләген иҫәпкә алманы, үҙенекен һүҙ итергә тырышты? Динебеҙҙә “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән әйтем бар ҙа бит, әммә сабыр итеү, башҡаларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу мөһимлеге юғарыраҡ урынға ҡуйылған даһа...

Ниндәй осраҡтарҙа ҡабаланырға кәрәк? “Аҙан тауышын ишетеү менән намаҙ уҡырға, йәше еткәнде өйләндерергә һәм баҡыйлыҡҡа күскәнде ерләргә ашығығыҙ”, – тип өйрәтә Ислам. Эйе, ғибәҙәт ҡылырға һуңларға ярамай. Йәштәрҙе өйләндереүгә килгәндә лә, ваҡытты һуҙмау мөһим. Ни өсөн тигәндә, әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә, изге ғәмәлдәр башҡарып өлгөрөргә тейеш. “Баҡыйлыҡҡа күскәнде ерләргә ашығығыҙ” тип ҡушыуҙың нигеҙендә лә, дин әһелдәребеҙ әйтеүенсә, тормош-көнкүреш хәҡиҡәте ята.

Ә башҡа ваҡыттарҙа ҡабаланыуҙың хәүеф менән янау ихтималлығын ниңә онота икән әҙәм балаһы? Айырыуса юлда. “Еңел автомобиль трассаға “осоп” килеп сыҡты”, – тип һөйләне беҙгә лә шаһиттар яҡындарыбыҙҙың фажиғәһенән һуң. Һис һүҙһеҙ, һеңлем тиҙләтеп барғандыр. Юл бит ул оло тормош кеүек: ҡабаланғанды өнәмәй, күҙ йомоп алға сығырға тырышҡанды йәһәт кенә урынына ултыртып ҡуя. “Ашыҡҡан ашҡа бешер”, “Ҡабаланғандың сәфәре ҡыҫҡа”, “Аяҡтарың йүгергәндә лә, йөрәгең осонмаһын” кеүек әйтемдәр юҡтан ғына яралғанмы ни?

Күңелем әрней, күҙ йәштәрем туҡтауһыҙ аға. Ә ҡосағымда – ике ҡыҙсыҡ. Йәшәүҙең нимә икәнен аңлап та өлгөр¬мәҫтән етем ҡалған сабыйҙар. Эй тынғыһыҙ, тиктормаҫ, шуҡ үҙҙәре. Әсәйҙәре кеүек... Тик түҙемһеҙлегегеҙ сабый сағығыҙҙа тороп ҡалһасы, ҡыҙсыҡтарым. Аллаһ Тәғәлә киләсәк тормошоғоҙҙа сабырлыҡ насип итһәсе, оҙон ғүмер бирһәсе...

Р. МИНҺАЖЕВАның һөйләгәндәренән.


Фото: steemitimages.com сайтынан алынды
Район: Өфө районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509