Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юрист кәңәштәре
Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Йәшәргә яраҡһыҙ. Тик быны танымайҙар

— Әсәйем — Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны. Ул иҫке, 1800 йылда төҙөлгән, элек мәсет булған йортта йәшәй. Өй бик һалҡын, йылытыуы үтә ауыр. Хосусилаштырылмаған, майҙаны — 48 квадрат метр. Яңы торлаҡ алырға теләгәйнек, комиссия килеп тикшергәндән һуң, метраж етә, ә йорт ни бары 58 процентҡа иҫкергән, тинеләр. Әсәйемә — 82 йәш, уға был йортта йәшәүе ауыр. Юғары судҡа ла мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, башҡарма власть органдарына ла хат яҙҙыҡ, әммә ыңғай һөҙөмтә юҡ. Торлаҡты йәшәүгә яраҡһыҙ тип кем таный һәм ниндәй ҡанундарға таянырға мөмкин? Ошо турала аңлатып яҙһағыҙ ине.
Дилара,
Учалы районы.


— Һеҙҙең һорауға яуап бирер алдынан “иҫке” һәм “авария хәлендәге торлаҡ” һүҙҙәренең мәғәнәһенә төшөнәйек. Бының өсөн ҡануниәткә мөрәжәғәт итһәк, бинаны торлаҡ фондына индереү, йорттоң йәшәүгә яраҡһыҙлығын билдәләү һәм күп фатирлы йортто, авария хәлендә тип танып һүтеү тураһында 2006 йылдың 28 ғинуарында сыҡҡан 47-се положение бар. Унда теге йәки был йорттоң авария хәлендә икәнен раҫлаусы төп баһаламалар бирелгән. Торлаҡтың авария хәлендә булыуын таныу һәм уны һүтеү тураһында ҡарарҙы махсус ведомство-ара комиссия сығара. Шуға күрә йортоғоҙҙо емерелеү хәлендә тип теркәргә теләһәгеҙ, башҡарма власть органдарына ғариза яҙығыҙ һәм түбәндәге документтарҙы ҡушып һалығыҙ:
— фатирға хоҡуғығыҙҙы билдәләгән документтарҙың нотариус тарафынан раҫланған күсермәһе;
— техник паспорты менән бергә торлаҡ бинаның планы;
— фатирҙың техник паспорты;
— шулай уҡ күршеләрегеҙҙең һәм бүтән хужаларҙың торлаҡты йәшәүгә яраҡһыҙ тип раҫлау хаҡында ғаризаһын һәм ялыуҙарын.
Ошо ғаризаға ярашлы, 30 көн эсендә йорттоң техник хәлен тикшереүсе комиссия төҙөлә. Уға төрлө ведомство ағзалары — урындағы үҙидара органы, санитария-эпидемиология күҙәтеүе, янғын хеҙмәте вәкилдәре, экологтар, ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошма хеҙмәткәре, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө комитеттарынан вәкилдәр һәм башҡалар инергә тейеш. Бынан тыш, комиссия составына тауыш биреү хоҡуғы менән торлаҡтың хужаһы ла индерелә.
Бинаны ҡарағандан һуң комиссия ҡарар сығара һәм биш көн эсендә уны ғариза биреүсегә танышыу өсөн ебәрә. Йорт авария хәлендә һәм һүтелергә тейеш тип табылған осраҡта, ҡануниәткә ярашлы, социаль яллау һәм ҡуртым килешеүҙәре өҙөлә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: комиссияның ҡарары менән риза булмаһағыҙ, судҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бының өсөн бойондороҡһоҙ техник экспертиза үткәреү кәрәк.

Бүләк итеү яҡшыраҡ

— Өс кеше исеменә хосусилаштырылған ике бүлмәле фатирҙа мин һәм бәлиғ булмаған ҡыҙым теркәлгән. Өсөнсө милексе — ике туған ағайыбыҙ — бүтән урында йәшәй. Фатирҙың берҙән-бер хужаһы тип ҡыҙыбыҙҙы ғына ҡалдырырға теләгәйнек, быны нисек эшләргә була? Ниндәй юл еңелерәк, тиҙерәк һәм арзаныраҡ?
Резида,
Өфө ҡалаһы.


— Һеҙҙең осраҡта бүләк итеү — иң яҡшы һәм еңел ысул. Берҙән-бер ауырлыҡты ҡыҙығыҙҙың бәлиғ булмауы ғына тыуҙыра ала. Әммә был мәсьәлә лә хәл ителерлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513