Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа нисек ҡаршылайҙар?

Яңы йылды 1 ғинуарҙа түгел, ә ҡасандыр башҡа бер көндә ҡаршылағандар тип хәҙер инде күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, әммә был тап шулай булған. Йылдар килә лә китә, улар менән бергә йолалар ҙа йә тыуа, йә юғала.

Бынан 318 йыл элек мәскәүҙәр “донъя яраты­лыуҙан алып 7208 йылдың 1 сентябрендә” Яңы йыл килеүен байрам итергә йыйына. Рәсәйҙә ХV быуаттан уҡ ошо көн Яңы йыл башы булып иҫәпләнгән, ләкин был юлы байрам итергә насип булмай уларға. Майҙанда Петр I ярандары: “Бөгөндән башлап һәм мәңгегә 1 сентябрь ябай көн тип иҫәпләнә. 7208 йылдың 31 де­кабре­нән һуң Рәсәйҙә, башҡа Европа илдәрен­дәге кеүек үк, Яңы йыл — христиан эраһының 1700 йылының 1 ғинуары башлана”, — тип батша әмерен уҡыйҙар.

31 декабрҙә ярты төн уртаһында тантананы Петр I үҙе аса. Ҡулындағы факел менән ут ҡабыҙа, еңел шартлаған ҡатнашмаларҙан торған төрлө биҙәү уттары күккә атылып, йыйылған халыҡты осҡонға, көлгә, ҡоромға күмә. Батша әмере буйынса туптар ата. Хәрби оркестр күңелле көй уйнай. Шыршы, ҡарағай ботаҡтары менән ҡапҡалар биҙәлә. Байрам итеү бер аҙнаға һуҙыла. Батша шулай уҡ кәйеф-сафа өсөн бер-береһен ҡотлау бурысын йөкмәтә. Ана шулай Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ғинуар Яңы йылы үткәрелә.

Башҡортостанда Яңы йылды элеккесә 1сентябрҙә ҡаршылау 1730 йылға тиклем бара. Тик ошо йылдан алып ҡына ғинуарҙа ҡаршылау башлана.
Шыршы биҙәү йолаһы урта быуаттарҙа Германияла барлыҡҡа килә. Аҙаҡ Скандинавияға, Францияға, Рәсәйгә, хатта йәшел һылыуҙар үҫмәгән илдәргә лә тарала. Мәҫәлән, Италияға, Грецияға шыршы, ҡарағайҙарҙы төньяҡ илдәрҙән килтерәләр.

Ләкин барлыҡ илдәрҙә лә Яңы йыл танта­наһын, шыршы биҙәп, 1 ғинуарҙа ҡаршылайҙар тип бөгөн дә раҫлап булмай әле. Донъяның төрлө киңлектәрендә йәшәгән халыҡтар уны төрлө ваҡытта: яҙын да, йәйен, көҙөн дә, ә ҡайһы илдәрҙә йылына бер нисә тапҡыр билдәләй. Өҫтәүенә һәр халыҡ, үҙ йолаларына ярашлы, иҫке йылды оҙатыу байрамын үҙенсә уҙғарырға тырыша. Әйтәйек, индеецтар Яңы йылды аҡланда ҙур усаҡ янында ҡаршы ала. Улар, аҡтан кейенеп, осонда ҡауырһындан яһалған шарҙар ҡуйылған таяҡ тотоп ут тирәләй бейей. Бейеүселәр утҡа яҡыныраҡ килергә тырыша. Әгәр шарҙар тоҡанып яна башлаһа, улар сикһеҙ шатлана. Ун алты иң көслө ир ҙур ҡыҙыл шарҙы бағана осона мендереп элә. Шул ваҡыт барыһы ла: “Яңы йыл тыуҙы! Яңы йыл килде!” – тип ҡысҡырыша.

Шотландияла Яңы йылда һәр йорттоң ишеге асыҡ: теләгән кеше өйгә инә ала. Ҡунаҡ үҙе менән күмер алып килергә һәм уны хужаның мейесенә ташлап: “Был өйҙә йылы усаҡ бер ҡасан да һүнмәһен”, — тип әйтергә тейеш.

Кенияла Яңы йылды һыуҙа байрам итәләр. Был көндә халыҡ йылғаларҙа, күлдәрҙә, Һинд океанында оҙаҡ һыу инә, кәмәлә йөҙә, күңел аса.
Итальяндар уҙып барған йылдың һуңғы минуттарында барлыҡ эшен бөтөрөп ҡалырға, береһе менән дә әрләшмәҫкә, асыуланышмаҫҡа тырыша һәм бурысҡа аҡса алмай. Ә кескәйҙәр түҙемһеҙлек менән тылсымсы ҡарсыҡ Бефананы көтә: ул өйгә мейес торбаһы аша инә, имеш. Шунан аяҡ кейеме эсенә бүләк һала.

Болгарияла сәғәт нәҡ 12-лә өйҙәрҙә бер нисә минутҡа ут һүндерелә. Был — Яңы йыл үбешеүҙәре ваҡыты. Байрам өҫтәлендә тантаналы рәүештә эсенә сувенирҙар һалып бешерелгән тортты киҫәләр. Кемгә аҡса эләгә — ул Яңы йылда байыясаҡ, кемгә — роза сәскәһе ботағы, тимәк, бәхетле буласаҡ.

Күп илдәрҙә Яңы йыл бүләктәрен Ҡыш бабай өләшә. Әйтеп үтергә кәрәк, беҙҙең яратҡан Ҡыш бабай әллә ни ҡарт түгел. Ул ХIХ быуаттың беренсе яртыһында ғына тыуған. Ә унан алда бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә булған. Уҫал һәм ҡурҡыныс “һалдат кнехт Рупрехт” шыршы байрамына килгән. Ул балаларҙы үҙенең тоғона йәшерергә яратҡан.

АҠШ-та, Финляндияла һәм башҡа күп илдәрҙә Ҡыш бабайҙы “Санта Клаус” тип атайҙар. Ул һыуыҡ Лапландия тауҙарында йәшәй икән. Яңы йыл алдынан ошо илгә — Финляндияға пла­нетабыҙҙың бик күп төбәктәренән балаларҙың хаттары һәм телеграммалары килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512