Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалҡын боҙға йән өрөүсе

Учалы оҫтаһы, һындар яһап, Башҡортостан данын яҡлай.

Ирек Әсфәндиәровты Учалыла күптәр белә. Бына инде байтаҡ йылдар мәҙәниәт һәм ял паркында уның Яңы йылға арнап боҙҙан эшләгән һындары Гран-приға лайыҡ була. “Фәрештә донъяны ҡотҡарыр”, “Ожмах бәүелсәге”, “Пегас”, “Балыҡтар” һәм башҡа ҡабатланмаҫ композициялары йыл һайын учалыларҙың һөйөүен яулай.

– Бала саҡтан һүрәт төшө­рөү менән мауыға инем, хеҙмәт дәресен көтөп ала торғайным, ағастан төрлө һындар эшләргә яраттым, – ти Ирек Юлай улы.

Иманғол ауылында IX клас­ты тамамлағас, егет Учалы сән­ғәт һәм мәҙәниәт учили­щеһының ҡулланма-биҙәү һәм халыҡ кәсептәре бүлегенә уҡырға инә. Бер дәресте лә ҡалдырмай, ихлас тырышып шөғөлләнә ул.

2006 йылда ҡулына диплом алғас, Магнитогорск дәү­ләт университетының “Һынлы сәнғәт һәм дизайн” факультетында ситтән тороп уҡыуын дауам итә, бында ла һынат­май белем үҙләштерә егет. Бер үк ваҡытта Учалы художество мәктәбенә эшкә урынлаша һәм тиҫтә йылдан ашыу кескәйҙәрҙе сәнғәт серҙәренә төшөндөрә.

– Буш ваҡытымда ағастан төрлө ҡош, хайуан һындары эшләргә яратам. Һорап килеүселәрҙе лә кире бороп сығармайым.
Ысынлап та, алтын ҡуллы егеттең йортона йәнлектәр “ҡунаҡҡа килгән” тиерһең – үҙеңде әкиәт донъяһына эләккәндәй хис итәһең: бер мөйөштә жираф, эргәһендә ҡауҙы, өҫтәлдә сәтләүек “кимереп” ултырған тейен...

Ә ҡыш Ирек боҙҙан төрлө һындар яһай. Был эш менән ул инде 13 йыл шөғөлләнә.
– Яңы йыл алдынан район кимәлендә уҙғарылған конкурста көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Башта бер ниндәй ҙә урын тәтемәне, балта менән генә маташтыра инем. Тора-бара оҫтарып алдым, интернеттан алған мәғлүмәт тә ярҙам итте, ҡорамалдар даирәһе лә киңәйҙе: бысҡы, лобзик менән тотона башланым.

Ирек Әсфәндиәров 2012 йылдан алып боҙҙан һындар яһау буйынса төрлө Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша башлай. Тәүге тап­ҡыр Байкал күлендә ойош­торолған ярышта көсөн һынап ҡарай ул. Интернеттан сара тураһында уҡығас, оҙаҡ уйлап тормай, “Гәлсәр нерпа” тип аталған боҙ скульптуралары яһау буйынса бөтә донъя чемпионатының һайлап алыу турына сығып китә. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән өс-дүрт кешенән торған командалар сығыш яһай конкурста. Башҡортостан данын Ирек бер үҙе яҡлай. Әйткәндәй, бәйге шарттары буйынса, командаға исем кәрәк була – оҙаҡ уйлап тормай, уны егет “Ирәмәл” тип атай. Ярыш аҙна буйы бара, тәҡдим иткән “Ожмах күле” композицияһын жюри ағзалары ла, халыҡ та юғары баһалай.

Бынан һуң ҡанаттары үҫкән егет дәртләнеп әллә күпме конкурста ҡатнаша. Салехард, Новосибирск, Петрозаводск ҡалаларында үҙен һынап, тәжрибә туплай, оҫталығын арттыра.

Былтыр Ирек үҙенең дуҫы һәм фекерҙәше, оҫта ҡуллы Илшат Билалов менән Яҡут­станға барып ҡайта. “Яҡут гәүһәрҙәре ” тип аталған бөтә донъя боҙ һәм ҡарҙан эшлән­гән скульптуралар конкурсында Ҡытай, Монголия, Франция, Голландия, Эстония, Белоруссиянан һәм илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән алтмыштан ашыу оҫта ҡат­наша. Конкурс шарттарына ярашлы, ике кешенән торған командалар өс көн эсендә боҙҙан “Яҡут­стан йөрәге” темаһына композиция эшләр­гә тейеш була. Бының өсөн егеттәр иң тәүҙә интернет аша яҡуттарҙың тарихы, йола-традициялары менән таныша. “Халыҡтар берҙәмлеге” тип атай улар эштәрен.

– Борон яҡуттар ағас һәм туҙҙан эшләнгән ҡыуыштарҙа йәшәгән, “уласа” тип йөрөт­кәндәр уны. Ат бәйләр өсөн һәр уласа эргәһендә бағана – серге ултыртыр булғандар. Бөгөн серге милли традиция­ларға нигеҙләнгән мәҙәниәт һәм архитектураның киң та­рал­ған элементына әйләнгән. Композицияны эшләгәндә беҙ тап уны файҙаланырға бул­дыҡ. Серге өҫтөндәге ҡояш, уның тирәләй ете ромб һын­дары аша республикала йәшә­­гән төп халыҡтарҙы күрһәтергә, ә бағананы уратып аҡҡан Лена йылғаһын кәүҙә­ләндереп, уның был ерҙәрҙең йәшәү сығанағы икәнлегенә ишара яһарға тырыштыҡ, – ти Ирек.

Егеттәрҙең эше барыһына ла, бигерәк тә яҡуттарға оҡшай. Ә быйыл декабрь башында боҙҙан һындар яһау буйынса халыҡ-ара конкурс йәнә Салехардта уҙғарыла. “Рәсәй-Ҡытай – бер юлда” тип атала сараның темаһы. Унда дүрт илдән иң көслө тип табылған 11 команда көс һынаша.
Был юлы үҙенә ярҙамсы итеп Ирек Учалы тау-байыҡ­тырыу комбинатында эшләгән ике туған ағаһы Азат Әхмәт­йәновты алып бара. Буш ва­ҡы­тында боҙ һындарын эш­ләргә яратҡан ағаһы, ял осоро булғас, шатланып риза була. Туғыҙ көн буйы егеттәр Ҡытай аждаһаһын һынландырыу өҫтөндә эшләй. Оҙонлоғо – биш, бейеклеге өс метр булған мөһабәт скульптура килеп сыға. Тырышлыҡтары бушҡа китмәй, призлы урын алмаһалар ҙа, баһалама ағзалары Башҡортостан оҫталарының эшен юғары баһалай. Был юлы ла әллә күпме дуҫ-фекерҙәш табып, донъя күреп, дәртләнеп ҡайта егеттәр.

– Һеҙгә күп ерҙәрҙе күрергә, төрлө кешеләр менән ара­лашырға тура килә, ниндәй ваҡиға хәтерегеҙҙә уйылып ҡалды? – тип һорайым әңгәмәсемдән.

– Байкалда уҙғарылған конкурстың һуңғы этабы ине, композицияларыбыҙҙы эшләп бөткәйнек инде, көтөлмәгән хәл булды. Байкал күле үҙенең “фиғелен” күрһәтте: ер тетрәнеме ул, нимә булған­дыр, уныһын аңлап та бөт­мәнек, күк күкрәгәндәй тауыш сыҡты ла аяҡ аҫтындағы боҙ шатырлап ярылды. Красноярск ҡалаһынан килгән команданың скульптураһы тулыһынса ишелеп төштө. Минең композициям аҫтында ла боҙ сатнап, ҡайһы бер элементтары һынды. Бына шундай күңелһеҙерәк хәлдәр ҙә була, ә, дөйөм алғанда, һәр ерҙә лә бик йылы ҡаршы алалар, яңы таныштар, яңы ҡалаларҙы күреү аң даирәһен киңәйтә, яңы эштәргә, идея­лар­ға этәргес бирә, – ти Ирек Әсфәндиәров.

Фестиваль-конкурстар, ғәҙәттә, ҡырыҫ тәбиғәтле ерҙәрҙә уҙғарыла, аҙналар буйы асыҡ һауала, сатнама һыуыҡта, хатта кистәрен фонарь яҡтылығында ла боҙҙан мөғжизә тыуҙыра оҫталар. Билдәле, бындай шарттарҙа һаулыҡтары ныҡлы булған кешеләр генә эшләй ала. Ирек сәләмәт тормош яҡлы, спортты күптән үҙ иткән: буш ваҡыттарында тренажер залында, бассейнда шөғөлләнә. Һуңғы ваҡытта уҡ-ян менән дә ҡыҙыҡһына башлаған.

Йәй айҙарын да буш уҙғар­май егет, күптән түгел ул бетондан һындар яһау алымын үҙләштергән. Ҡаланың үҙәк урамындағы айыуҙарҙың, арыҫ­ландарҙың, кеҫәрткенең, балалар китапханаһы алдын­дағы китап менән өкө һын­дары – Иректең тырышлығы һөҙөмтәһе.
– Бетон менән эшләү еңе­лерәкме, әллә боҙ менәнме? – тип һорайым оҫтанан.

– Бетонды ҡулланыу оҙағы­раҡ ваҡыт талап итә, тәүҙә металдан каркас яһайһың, скульптураны эшләгәс, кибе­үен көтәһең, шымартаһың, буяйһың – мәшәҡәте лә күбе­рәк. Ә боҙ тиҙ ватылыусан, мурт булһа ла, киҫәктәрҙе бер-береһенә йәбештереүе бигүк ауырлыҡ тыуҙырмай: яҡшы итеп шымартаһың да араһына юғары баҫым аҫтын­да шприц йәки пипетка менән һыу ебәрәһең.

Киләсәккә ниндәй пландар менән янғанын да ҡыҙыҡһын­дым әңгәмәсемдән.
– Ҡалабыҙ тағы ла гүзә­лерәк булһын өсөн, бетондан тематик композиция эшләү хыялым, бынан тыш, сит илдә уҙғарылған берәй конкурста ла көсөмдө һынап ҡарарға ине иҫәп, – тине Ирек.

Бына шундай егәрле, юға­ры маҡсаттар менән янған, оҫта ҡуллы егет йәшәй Учалыла. “Тырышҡандың даны сыға” тиҙәр, Иректең Баш­ҡорт­ос­таныбыҙҙы тағы ла юғарыраҡ даирәләрҙә танытасағы алда әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518