Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ күңелдә ярала
Дуҫлыҡ күңелдә яралаБашҡа милләттәр менән татыу, килешеп йәшәү, дуҫлыҡ, туғанлыҡ төшөнсәләре һуңғы йылдарҙа артҡы планға күсә, онотола бара. Онотолоу ғына түгел, тарһыныу, бер халыҡты икенсеһенән өҫтөн ҡуйырға тырышыу ҡайһы бер экстремистик, шовинистик ҡарашлы кешеләр тарафынан алға һөрөлә. Йөҙҙән ашыу милләтле Рәсәйҙең теге йәки был ҡитғаһында ҡайта-ҡайта тоҡанып торған, бихисап бәлә-ҡаза килтергән низағтар ҙа йәнгә әсенеүле, шомло шик-шөбһә өҫтәй.
Ике йыл элек Мәскәүҙең Манеж майҙанында булған ғауғалы, ҡорбанлы сыуалыш юғарыла әйтеп үткәндәремә асыҡ бер миҫал. Ҡайҙа бара илебеҙ, был ҡурҡыныс тартҡылаштарҙың нигеҙендә нимә ята, һыйышып, аралашып йәшәргә беҙгә нимә ҡамасаулай? Милләттәрҙең тигеҙлеген һанға һуҡмаған битараф ҡараш киләсәктә лә йәшәһә, бер күрше икенсеһен күрә алмау сигенә етһә, Рәсәйебеҙҙең ҡабаттан яҙғы боҙҙай ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнеүен көт тә тор. Икенсе тапҡыр тарҡалыуҙы илебеҙ күтәрә алмаясаҡ — быныһы көн кеүек асыҡ. Ни сәбәптән бер халыҡ икенсеһенә һыуынды, Тыуған илгә һөйөү тойғоһо ни өсөн юҡ кимәлендә? Бөгөнгө уйҙарым ана шулар хаҡында. Аҡыллыға ишара тигәндәй, кинәйәле фекеремде зиһенле уҡыусы, моғайын, һүҙ араһында үҙе лә табыр.
Яҙмамды шунан башламаҡсымын: Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Рәсәйҙә милли сәйәсәт үткәрелмәне, хатта ул ғына ла түгел, һәр милләт үҙ “йорто”на инеп бикләнеп, үҙ ҡаҙанында ҡайнаны, үҙ яйын ҡайырҙы, үҙ мәнфәғәтен күҙәтте. Туҡһанынсы йылдарҙағы “Суверенитеттар парады”н хәтергә төшөрәйек әле. Бында мин суверенитетҡа ҡаршы сыҡмайым, үҙаллылыҡҡа тел тейҙермәйем. Әгәр һәр төбәк иҡтисади йәһәттән айырым көн итә, халҡының көнкүрешен үҙ мөмкинлектәренән сығып яҡшыртырға ынтыла икән, бының нимәһе насар?! Айырымланыу осоронда беҙ икенсе нәмәне — татыу мөнәсәбәттә күрше йәшәү әмәлен — онотоп ебәрҙек, баҙар ҡанундарын алға ҡуйып, тамаҡ ҡайғыртып, рухи ҡиммәттәребеҙҙе юғалттыҡ. Билдәле булыуынса, бөтөн нәмә лә баҙар бизмәнендә үлсәнмәй, баҙар рухлы, баҙар мәҙәниәтле, баҙар телле булып көн итеү мөмкин түгел. Былай ҙа бит өҫтөбөҙҙә бөгөн баҙар балтаһы аҫылынып тора: артығын киҫеп ырғыта, тигеҙләй, шымарта, дөйөм ҡалыпҡа һыймалы итеп беҙҙән алыпһатар әүәләй. Баҙарға ингәндә инде, кеше ҡайғыһы төштән һуң тигәндәй, халыҡтар, милләттәр тураһында уй ҙа юҡ. Советтар Союзы осорондағы милләттәргә ҡағылышлы бай тәжрибәне өйрәнеп, артабан да ҡулланһаҡ, бөгөнгө хаталар ебәрелмәҫ ине, бәлки. Элеккене һағынып, уға дан йырлауҙан фәтүә самалы, әммә ул замандағы әҙәбиәт, мәҙәниәт, матбуғат, телевидение, кино дуҫлыҡҡа йүнәлтелгән, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләгән дәүләт сәйәсәтен үткәрә ине, шуға ла татыу милләттәрҙе берләштергән ҡеүәтле илдә көн күреүебеҙгә һәр ваҡыт ғорурландыҡ.
Милли сәйәсәтте ҡатмарлы, буталсыҡ итеп төшөндөрөргә тырышалар ҡайһы саҡ. Үтә ябайлаштырып әйткәндә, ул былайыраҡ яңғырай: “Милли сәйәсәт — ул үҙ милләтеңде ихлас яратып, башҡа милләттәрҙе тәрән хөрмәт итеү”. Быны шовинизм, милләтселек менән бутарға ярамай. Үҙ телендә һөйләшмәгән, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һанға һуҡмаған, әҙәбиәтендә, мәҙәниәтендә һай йөҙгән маргинал йәнле кеше икенсе халыҡтың рухи ҡиммәттәрен аңлай, төшөнә, хөрмәт итә аламы? Юҡ!
Рәсәйҙә милли сәйәсәт алып барылмағанлығын тағы ла шуның менән иҫбатламаҡсымын: бөгөн үҙәк телевидениенан өҫтөбөҙгә бысраҡ һәм әшәкелек ағыла. Ҡан ҡойошто данлаған, әтрәгәләмлекте, әрәмтамаҡлыҡты маҡтаған бихисап тапшырыуҙы, башты әйләндергән, бутаған рекламаларҙы хисаплап тормай, айырым милләтте хурлаған бер фактҡа ғына туҡталмаҡсымын. Ул да булһа — наҙан, булдыҡһыҙ итеп күрһәтелгән Равшан менән Джамшуд (был ике персонаж тотош көньяҡ халҡын сағылдырған йыйылма образ шикелле). Һорау тыуа: тотош көньяҡ халҡы шул кимәлдәме ни? Армияла бер ротала егерменән ашыу милләт егеттәре хеҙмәт иттек, арабыҙҙа ҡаҙаҡтар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа, тажиктар ҙа, үзбәктәр ҙә бар ине. Улар әҙәпле, уңған, эскерһеҙ, киң күңелле, эшһөйәр булыуы менән айырылып торҙо. Концерт ҡуйһаҡ, һәр береһе сәхнәгә сығып, үҙ телендә сығыш яһай, уйын ҡоралдарында уйнай, йырлай торғайны. Бына ниндәй бейеклектә булған икән ул замандағы халыҡтар дуҫлығы! Беҙҙе бер кем дә дуҫ йәшәгеҙ, талашмағыҙ, тип өгөтләп йөрөмәне, асыҡҡанда һуңғы телемде бүлешеп, киҫкен мәлдәрҙә иңде-иңгә терәп, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Шул хеҙмәттәштәремде бөгөн дә һағынам, уларҙы әле лә оло хөрмәт менән иҫкә алам.
Мәскәүҙә булғанымда тимер юл вокзалында бер мәл паспорт тикшерергә булып киттеләр. Шуға иғтибар иттем: нишләптер көньяҡтан килгән юлаусылар ғына ентекле күҙәтелде (дөрөҫөрәге, тентелде), йәнә тәртип һаҡлаусыларының, әҙәп төшөнсәләрен онотоп, тупаҫ ҡыланыуы хайран итте. Бәлки, шулай кәрәк тә булғандыр, тик террорсыларҙы фәҡәт тау халҡы араһында эҙләү уларҙы башҡалар алдында кәмһетте һәм түбәнһетте. Кавказ да бит бынамын тигән аҡыллы ирҙәре, егәрле ҡатындары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Уҡытыусы булараҡ чечен балаларын уҡыттым. Улар ҙа башҡаларҙан бер яғы менән дә айырылманы: эскерһеҙ, шаян, бер ҡатлылар ине. Әле лә осраһалар, әллә ҡайҙан йүгереп килеп етеп, хәл-әхүәлдәрен һөйләргә керешеп китәләр. Террорсы, тигәндәй, уларҙы тотһалар, ҡулға төшөрөлгән ҡоралдар менән бергә мосолман халҡы өсөн изгеләрҙән-изге иҫәпләнгән Ҡөрьәнде ҡуйып тотош илгә күрһәтәләр. Бында рухыбыҙ юғарылығын сағылдырған китаптың ни ҡыҫылышы? Бына ошондай йәмһеҙ күренештәрҙе күрәһең дә эстән һыҙаһың, йәнең көйә, билләһи.
Рәсәйҙең төп милләтен урыҫ халҡы тәшкил итә, илдең атамаһы ла шунан килеп сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн урыҫ милләте илебеҙҙең күпселек халҡын тәшкил иткән хәлдә лә яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Быны мин асыҡтан-асыҡ әйтә алам: уның һутлы, аһәңле, бөйөк Пушкин, Толстой, Достоевскийҙар һөйләшкән, аралашҡан теле, йолҡҡолана барып, урам һөйләше кимәленә төшөп бара. Мәғариф өлкәһендә бөгөн урыҫ теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен төп дәрестәр теҙмәһенә индереү-индермәү хаҡында бәхәс алып барыла икән, урыҫ теленең хәле үтә лә мөшкөл. Йәнә урыҫ ир-егетен һәр ваҡыт ҡулына араҡы тоттороп, болғаңлатып, йүнһеҙ итеп күрһәтәләр. Ошомо урыҫ кешеһенең бөгөнгө образы? Ышанмайым! Тағы ла шул Мәскәүҙә, Рәсәй халыҡтары телдәре съезында ҡатнашҡан сағымды хәтергә төшөрәм. Беҙҙең алда Мәскәү дәүләт университетының профессоры сығыш яһаны һәм уның әйткәндәрен һүҙмә-һүҙ килтерәм: “Урыҫ теле — ҙур ағастың үҙәк тамыры, әммә вағыраҡ милләт телдәренән хасил булған бәләкәйерәк тамырҙар уны һутлы итеп тотоп тора һәм йәшәтә. Әгәр улар юҡҡа сыҡһа, тамыр ҙа һәләкәткә дусар...” Ҡайһылай ҙа тәрән мәғәнә һалынған сағыштырыу! Шул һүҙҙәрҙе әйткәндә профессор, милләттәр теле менән бер рәттән, халыҡтар дуҫлығын да күҙ уңында тотҡандыр, моғайын. Эйе, беҙҙәге бер милләт икенсеһенә меңдәрсә еп менән айырылғыһыҙ бәйләнгән, һәммәбеҙ ҙә бер ҡыйыҡ аҫтында көн итәбеҙ, шуға ла ҡатнашып, ут күршеләр булып йәшәй белергә өйрәнергә тейешбеҙ.
Бөгөн күп осраҡта халыҡтар дуҫлығын ҡатнаш никахта ғына күрәләр. Төптө хата фекер. Бында мин ҡатнаш никахты тыйыу йәһәтенән әйтмәйем, сөнки өйләнеү һәр кемдең үҙ эше. Бында ниндәй ҙә булһа кәңәш биреү урынһыҙ. Милләттәр дуҫлығы ҡатнаш никахҡа ғына килеп терәлмәгән бит әле, дуҫлыҡтың нигеҙендә иң әүәл милләттәр кимәлендә бер-береңде аңлау һәм хөрмәт итеү ята. Ауылда беҙгә күрше булып Татьяна Кручинина тигән мәрйә йәшәне. Башҡортсаны һыу һымаҡ эсә ине ул, балалары менән үҙ телебеҙҙә аралашып, бергә уйнап үҫтек, хәстәрҙәребеҙ ҙә, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙ ҙа уртаҡ була торғайны. Күршебеҙ мине үҙ улындай күреп яратты, мин дә уны ысын күңелдән хөрмәт иттем, әле лә һағынып телгә алам. Ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанмай урыҫсаға өйрәтте, шул телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләне. Урыҫ телен белеү менән генә мин урыҫлашып китмәнем бит, киреһенсә, күңел донъям байып, ҡараш офоҡтарым киңәйҙе. Юғиһә бөгөн ҡайһы бер ата-әсә башҡортлаштырыу бара тип, балаһына башҡорт телен өйрәтеүҙе мөрхәтһенмәй, тауыш ҡуптара. Башҡортостанда төп халыҡтың телен белеү кемгә генә ҡамасаулаһын инде? Ул бит, киреһенсә, аңлашыу, яҡынлашыу сараһы. Саф башҡорт мәктәбен бөткән ауыл малайы булһам да, институттың урыҫ теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Уҡыу мәлендә бер кем дә мине урыҫса насар беләһең тип битәрләмәне. Бының нигеҙендә, моғайын, Татьяна Кирилловнаның мәктәбе ятҡандыр, тип уйлап алам.
Уҙған йыл Башҡортостанда милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналды. Бик тәрәндән уйланған, аҡыллы ҡарар, сөнки республикабыҙҙа йөҙҙән ашыу милләт йәшәй, шуға ла дуҫ булып, бер-береңде аңлап көн итеү беҙҙең өсөн тәү сираттағы эш. Бының өсөн республикала бөтөн шарттар ҙа булдырылған: милли мәктәптәр эшләп килә, театрҙарыбыҙ, күп төрлө, бай телле баҫмаларыбыҙ бар. Иң мөһиме — нисәмә быуаттар буйы бер ерҙә йәшәйбеҙ, бер ҡатарҙан эшләп, республикабыҙҙың үҫеше өсөн тир түгәбеҙ. Шулай булғас, бүлешер нәмәбеҙ ҙә юҡ.
Башта әйтеп үткәнемсә, бөгөн ҡәрҙәшлек хаҡында көндән-көн һирәгерәк һөйләйбеҙ һымаҡ, дуҫ булырға, туғанлашып йәшәргә өгөтләһәләр ҙә, тейеш булған өсөн генә атҡарыла төҫлө. Шул яһалмалыҡ, ҡылыҡтарыбыҙҙа сағылыш тапмаған һүҙ бутҡаһы бешереү күп осраҡта кире һөҙөмтә бирә лә инде. Бер-береңде аңлау, ауыр саҡта ярҙамға ашығыу, башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтен, әҙәбиәтен хөрмәт итеү изге теләктән икән, ул һүҙһеҙ ҙә аңлашыла, ышандыра. Туғанлыҡҡа саҡырыу ялған лозунгтар тәьҫиренән түгел, ә күңелдә бөрөләнергә, йөрәктә яралырға тейеш. Милләт айырыу, бер милләтте икенсеһенән өҫтөн ҡуйырға тырышыу — төптө мәғәнәһеҙлек. Бөтөн халыҡтар ҙа бөйөк, барлыҡ мәҙәниәттәр, милләтте милләт иткән телдәр ҙә ҡабатланмаҫ. Сәстәребеҙҙең, йөҙҙәребеҙҙең, күҙҙәребеҙҙең төҫө айырылһа ла, телдәребеҙ үҙенсә яңғыраһа ла, иң әүәл беҙ — кеше. Ерҙе йәмләр өсөн, матурлыҡ ҡалдырыр өсөн, дуҫлашып, туғанлашып йәшәр өсөн килгәнбеҙ был ергә — шуны онотмаһаҡ ине!
Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 25.05.2012, 18:21
    Етди,кин карашлы,белемле,логик фекергэ эйэ кеше язган был мэкэлэне.hуззэрендэ тэрэн мэгэнэ ята.Авторга рэхмэт! Уземдэн бер-ике hуз остэп эйтмэксемен. 1.Хэтерегеззэ булhа, эуэлерэк укытыусылар ата-эсэлэрзе берэй ойгэ йыйып,азнаhына бер тапкыр политинформация уткэрэ торгайны. Унда ата-эсэне халык-ара хэл менэн таныштыргандан hун, мэзэни, тэрбиэуи темага кусеп кителэ ине.Шулай итеп,белемле укытыусы азна hайын уз белемен ата-эсэгэ тапшыра ине.Халыктын анын(сознание) устереузэ ошо алым отошло булгандыр, тип уйлайым.Уны тергезеу зэ насар булмас,могайын. 2.Без барыбыз за бер ата -- Алла --балалары.Мисал осэн,грузин осетинды тупэлэй,ти. Тимэк,грузин Алла баласын рэнйетэ.Гонаh! Йэгни,дини тэрбиэ дорэс алып барылганда ла акылга ултырыусылар байтак булыр ине,тимэксемен.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840