Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Киләсәк – фәнгә, ә фән һеҙгә таяна”
Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Төбәк етәкселеге исеменән йәш ғалимдарҙы республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов тәбрикләне.

Быйылғы премияға 2016-2017 йылдарҙа башҡарылған 31 ғилми эш дәғүә итте, шуларҙың туғыҙы – техник, 11-е – гуманитар, тағы ла 11-е тәбиғи фәндәр өлкәһенә ҡағылышлы. Улар араһынан Денис Гусаков, Руслан Кәримов, Айбулат Миңлейәров, Алһыу Үләева, Юлия Федорова һәм Ғәлиә Ғималованың хеҙмәттәре иң яҡшылары тип табылды.

– Республикабыҙ етәкселеге тарафынан беҙгә, йәш ғалимдарға, ошондай иғтибар күрһәтелеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы. Бындай дәртләндереү саралары яңы ҡаҙаныштарға, үрҙәргә әйҙәй, – тине Рәсәй Фәндәр академия­һының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең йәш ғалимәһе Алһыу Үләева. Уның фәнни хеҙмәте агломера­цияларҙың, йәғни ҙур ҡалаларҙың эргә-тирә биләмә менән берлектәге үҫешенә, был күренеште халыҡ өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ, зыянһыҙыраҡ итеүгә арналған. Алһыуҙың хеҙмәттәштәре – ошо уҡ үҙәктең Биология һәм генетика институтында фән өлкәһенә ҡыйыу аҙымдар яһаған Ғәлиә Ғималова менән Юлия Федорова – йәш генетиктар. Улар аллергендарҙың кеше сәләмәтлегенә тәьҫирен һәм уларҙы дауалау алымдарын өйрәнә.


– Талантлы йәштәрҙе ғилми эшмәкәрлеккә йәлеп итеү – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ. Киләсәк – фәнгә, ә фән һеҙгә таяна, – тигәйне йәш ғалимдарҙы
тәбрикләү барышында Артур Фәрүәз улы. Был һүҙҙәр әлеге сараның асылын да, маҡсатын да асыҡ сағылдырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518