Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең ауыл мәҙәктәре
Атаһын алдаған

Радиола оҙаҡ йылдар диктор булып эшләгән Лира Фәйзуллина беҙҙең ауылдан. Бер мәл атаһы Фәхри бабай, радио аяҙ көн вәғәҙә иткәс, әйберҙәрен йыйып, умарталыҡҡа килә. Көтмәгәндә ямғыр яуып ебәрә лә ҡарттың уй-хыялын селпәрәмә килтерә. Фәхри бабай шырмый (беҙҙә йор теллене шулай тиҙәр) кеше ине. “Үҙ ҡыҙың да алдағас, башҡаларҙан нимә көтәһең”, — тигән. Шунан бирле беҙҙә һауа торошо радиола әйтелгәнгә тура килмәһә, “атаһын алдаған бит ул”, тиҙәр.

Елтерәтергә!

Күрше Ҡаранйылға ауылы кешеләре шаянлығы менән дан тота. Вәдүт исемле кеше ҡунаҡҡа һуңлабыраҡ килгән. Күрәһең, сирләберәк торғандыр, кереү менән сөскөрөп ебәргән. Ләкин шырмыйлығына барып: “Егеттәр, әгәр рәттән генә өс тапҡыр сөскөрһәм, мин иҫергән булырмын, ай-вайыма ҡарамай өйөмә елтерәтерһегеҙ”, — тигән. Ә үҙенән дә шырмыйыраҡ Ҡазыхандың ниндәй этлек эшләрен уйламаған. Ул тегенең танауына борос борҡотҡан. Әйҙә Вәдүт сөскөрә башлаған. Өс тапҡыр сөскөрөүгә, “Елтерәтергә!” тигән команда яңғырай. Йәштәр Вәдүтте: “Иҫергәнһең, ағай, ҡайтып ят”, — тип өйөнә табан һөйрәй башлаған. “Әле ике стакан да эсмәнем, шуға иҫерәләр тиме ни”, — тип ҡараһа ла, “Үҙең ай-вайыма ҡарамағыҙ тип әйттең”, тигән егеттәр һәм өйөнә алып киткән. Һуңынан ғәфү үтенгәндәр, әлбиттә, бының шаярыу ғына булыуын аңлатҡандар.
Шунан бирле берәйһе өс рәт сөскөрһә, “Елтерәтергә!” тиҙәр, ә инде өскә еткермәһә, “Йә тағы берҙе” тиҙәр.

Балыҡ майы һалырға кәрәк

Күрше Ҡолҡан ауылында Әхмәр исемле кеше йәшәй ине. Ул отош-шаяртыуҙар ярата, алдаштыра торғайны. Шуға уны “Алдар” тип йөрөттөләр.
Мөхтәр исемле кеше мал ҡарай ине. Әхмәр менән ниндәйҙер туғанлыҡтары ла бар, шуға аралашып торалар. Бер шулай һөйләшеп ултырғанда, Әхмәр Мөхтәргә: “Ана һарыҡтарың баҫыуға ингән”, — тип хәбәр һала. Тегеһе торналарҙан башҡа бер ни күрмәй. Шунан Әхмәр: “Күҙең боҙолған, балыҡ майы һалырға кәрәк”, — ти. Әхмәрҙең ҡатыны ветеринар, йорттарында трахомаға ҡаршы дарыу булған, Әхмәр ошоно Мөхтәрҙең күҙенә һала. Ҡуйы, йәбешкәк шыйыҡсанан бының күҙҙәре байтаҡ бер ни күрмәй тора.
Беҙҙә әле лә берәйһе нимәнелер күрмәйерәк торһа, “күҙеңә балыҡ майы һалырға кәрәк” тиҙәр.

Фараһы эшләмәгән

Алдар һыйырын һатып, ауылдарында иң беренсе мотоцикл алған. Усолканан ҡайтып килгәндә, уны гаишниктар туҡтатмаҡсы булған. Ә бының праваһы юҡ, үҙе бер аҙ “һалған” да, шуға туҡтап тормаған. Тегеләре машина менән баҫтыра башлай. Был бар көсөнә ҡыуа икән. Юл насар булғанлыҡтан, тегеләр әллә ни ырата алмай. Бер саҡ мотоциклдың бензины бөткән. Гаишниктар ҡыуып тотоп, быны дөрөп алып баралар икән.
— Ниңә ҡастың?
— Юҡ, ҡасманым, бына бит фара эшләмәй, шуға яҡтыла ҡайтып етергә тырыштым, тик бензин бөттө.
Быға гаишниктар ышанмаған, әлбиттә, мотоциклын алып китергә булғандар.
— Берҙән-бер һыйырымды һатып алғайным, ҡалдырығыҙ инде, — тип күҙ йәштәрен сығарып үкһеп илай башлағас, тегеләр йомшарған, штраф ҡына һалғандар. Ни тиһәң дә, ирҙәрҙең күҙ йәше ауырыраҡ кисерелә.

Әттәһен әйттергән

Беҙҙән ете саҡрымда Биҙәүләт (Яңы Заһит) тигән ауыл бар ине. Кешеләре, “Таулар” тигән артелгә берләшеп, күберәк урман эше менән булған. Шунда эшләгән бер егет бәләкәйҙән һөйләшмәгән. Бер шулай ағас йыҡҡан да аҫтын дөрөҫ киҫмәгәнме, ағасы ауышыраҡ булғанмы, ярылып китеп быны эйәгенән эләктереп ырғытҡан. Шул ерҙә был егет үҙенең тәүге һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы һүҙҙәрен әйткән — “әттә, әннә” тигән дә йән биргән.
Берәй хәүефле эштә булһынмы, уҫал кеше эргәһендә йә һөҙгән үгеҙ, тибешкән ат, уҫал эт кеүек хәүефле йән эйәһе янында һаҡһыҙ ҡыланған, йә уйламай һөйләнгән кешене киҫәтеп, “әттәңде әйттерер” тиҙәр хәҙер беҙҙә.

Маладис

Колхозда бесән ваҡыты. Көн эҫе, шуға Ҡаранйылға егеттәре күләгәлә кәрт һуға, кем отола — шул бер бакуй сыға. Бәхтейәр ағай отолоп, бесән сабырға төшкән. Тап шул саҡта колхоз рәйесе килеп сыға. Эштең нимәлә икәнлеген белмәгән Аҙнабай ағай был күренеште икенсерәк аңлаған.
— Ана, оло кеше эшләп йөрөй, ә һеҙ бында юҡ менән булаһығыҙ, — тип әрләп киткән егеттәрҙе. “Кәрттә отолоп, үҙ ғүмеремдә бер маҡталдым, исмаһам”, — тип шаярта торғайны Бәхтейәр ағай.

Әүлиә соҡоро

Элгәре колхозға бесәнде тауҙар араһында Аралыҡ, Үтәй яҡтарында әҙерләгәндәр, ҡыш буйы шуны аттар менән ташығандар. Юл бик ауыр. Был эшкә Рәсүл исемле мәүеш кенә кешене лә ҡушҡандар. Башҡалар үр менгәндә йөк өҫтөнән төшөп, атына этешеп, ярҙамлашып килә, ә ул һис тә йөктән төшмәй икән, күрәһең, хәле лә шулай ғына булғандыр. “Ниңә йөктән төшмәйһең, атҡа ауыр бит?” тигәнгә ул: “Һәй, барыбер фәлән ерҙә йөк ауа, барыбер төшөргә тура килә ул”, — тип яуаплаған. Ысынлап та әйткән ерҙә йөк ауған. Йөксөләрҙең береһе: “Әүлиә икәнһең, барыһын да алдан белеп тораһың икән”, тип һығымта биргән был эшкә. Шунан Рәсүлгә “Әүлиә” ҡушаматы йәбешә, ә ул ауған соҡор “Әүлиә соҡоро” тип атала башлай. Бәлки, шуғалыр ҙа беҙҙә “Әүлиә” һүҙе изге кешене аңлатмай.

Ҡара йөрәк

Семеновка яғындағы диләнкәне эшкәртергә барған бригаданың эштәре һис тә бармай икән: йә трактор ватыла, йә “Дружба” эштән сыға, йә ҡар ҡатыш ямғыр, йә — буран. Былар аптырап бер сыуаш әбейенән кәрт һалдырған. Күрәҙәсе ҡарағас: “Һеҙҙең арала сит милләттән бер ҡара йөрәк бар, шуға эшегеҙ бармай”, — ти. Егеттәр аптырай, беҙҙең арала бер ҙә сит милләт кешеһе юҡ тип ҡабат-ҡабат барлайҙар икән. Башҡа ваҡытта һәр ваҡиғаның уртаһында булған Биҙәүләт ауылынан Рәүеф еҙнә шым ғына ултыра. Шул саҡ Тимерғәле ағай быны күреп ҡала. “Рәүеф татар ҙаһа, сит милләт тигәне шул булалыр ул”, — тип һығымта яһай. Шунан үҙе үлгәнсе Рәүеф еҙнәне “ҡара йөрәк” тип йөрөттөләр.

Колхоз эше өсөн...

Колхозсыларҙы урманға ағасҡа ебәргәндәр. Араларында әүлиә Рәсүлдең улы Рәфил дә бар. Барғас, тамаҡ ялғап алырға булғандар. Рәфилдең ҡоролай икмәк менән һөтһөҙ сәй генә һемереп ултырғанын күреп, Марат ағай: “Ниңә икмәгеңә әҙерәк май буяманың, тәмлерәк тә, туҡлыҡлыраҡ та булыр ине, хәлең дә шәберәк булыр ине”, — тигән. Яуап барыһын да шаҡ ҡатыра: “Колхоз эше өсөн майлап икмәк ашамайҙар!” Шунан бирле беҙҙә берәй затлыраҡ ризыҡ күрһәләр, “колхоз эше өсөн майлы икмәк ашайҙармы ни” тиҙәр. Бигерәк тә эш ерендә булһа.
Рауил САБИТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519