Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәре ташмы икән ни?
Бөтәбеҙ ҙә ер-әсә ҡуйынынан яралғанбыҙ. Сәңгелдәктән төшкәс, ҡаҙ себештәре кеүек, беҙ ҙә бәпкә үләненә баҫып атлап киткәнбеҙ. Күптәребеҙҙең тәүге аҙымдары шулай башланған бит. Тик һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ һуҡмағы...
Әсәйҙәрҙең күкрәк һөтөн татып ҡарамағандар, уларҙың наҙын бөтөнләй тоймағандар ҙа йәшәй был донъяла. Әлбиттә, ҡуҡырайып, атай йортон сүпкә лә һанамаған, миһырбанһыҙ, атай-әсәйҙәрен йә иһә үҙен ҡараусылары хаҡында онотҡан, һауаланып йөрөгән бәндәләр ҙә бар әле. Миңә ул турала ваҡытлы матбуғатта ла, китаптарымда ла яҙырға насип булды. Венер Исхаҡовтың “Бында “артыҡ йәндәр” йәшәй” (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 20 апрель) тигән күңел тетрәткес мәҡәләһен уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Бигерәк тә йөрәкте телгеләгәне — Ғафури районының Ташбүкән ауылынан булған 80 йәшлек Сәрүәрә Һөйөндөкованың аяныслы яҙмышы.
Гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөп үтәйек. Тормош иптәшен юғалтҡан Миңлейәр исемле ныҡыш кеше, алты балаһын атына ултыртып, Сәрүәрә апайҙы һоратып килә.
“Береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙарҙы күргәс, күңелем тулышып китеп, риза булдым да ҡуйҙым, — ти Сәрүәрә апай. — Күрше-тирә, Сәрүәрә, ҡуй, йөрөмә, кеше балаһы һинеке буламы, тип әйткәйне лә ул, тыңламаным”.
Ә бит уйлап ҡараһаң, Сәрүәрә инәй ниндәй баһалап бөткөһөҙ изгелек эшләгән, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ күрһәткән. Ғүмер буйы алты баланы ғына түгел, ҡайныһын да ҡарай. Улай ғына ла түгел, балаларҙы тәрбиәләй, кеше итә, матур итеп туйҙар яһайҙар.
Сәрүәрә инәй шуға шатлана: бабайы һәйбәт кеше була, вафат булыуын ауыр кисерә, әлбиттә. Сит алты баланы үҙенеке итеп, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән оло йөрәкле, сабыр әсәйгә ниндәй генә йылы һүҙ әйтһәң дә, ниндәй генә изгелек ҡылһаң да әҙҙер, моғайын. Уға һәйкәл ҡуйырға кәрәк.
Әллә ниндәй ҙур эш башҡармаһалар ҙа, оло балаларҙың береһе генә булһа ла хәлен белеп, ихлас һөйләшеп, күстәнәстәр килтереп китһә лә, Сәрүәрә инәй уларға күҙ йәштәре менән рәхмәт әйтер ине. Ниңә өлкәндәрҙең — әсәйҙәрҙең, атайҙарҙың хәтерен ҡалдырабыҙ икән?! Ҡартлыҡ, беҙгә лә килер: таш бәғерле булмайыҡ. Онотмайыҡ уларҙың йылы ҡарашын, күңел йылыһын.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Бишбүләк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илдан
    Илдан от 24.05.2012, 18:12
    "Картлык безгэ лэ килер: таш бэгерле булмайык",- ти хормэтле журналист. hэр йорт янына,урам сатына язып куйырлык hуззэр!Кызганыс, эммэ ысынбарлык шундай:каты бэгерлелек, гэмhезлек,эгоизм хокэм hорэ донъяла.Шулай за был куренеш тэрбиэhезлек hозэмтэсе лэ баhа! Бэлки был мэсьэлэне дингэ,Коръэнгэ таянып анлатыу эше йэйелдереп ебэреу кэрэктер? Ата-эсэhен кэзерлэгэн кешенен тормошо ,картлыгы нисек,рэнйеш алгандыкы нисегерэк? Ошо хакта языу файза бирер ине,миненсэ.Узем дэ ошо турала материал йыяйым эле, тип уйлап ултырам.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518