Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы булһын
Быйыл үҙенең 95 йыллығын билдәләргә йыйынған “Башҡортостан” гәзите барлыҡҡа килгәне бирле республикабыҙ тормошо, илебеҙ яҙмышы менән йәнәш атлай. Гәзит уҡыусыларҙың
уй-ынтылышын сағылдырып, уларҙың мәҙәни һәм рухи тормошонда ҙур роль уйнай. Шуға ла уҡыусыларыбыҙҙың теләктәренә, үтенестәренә ҡолаҡ һалып эш итеү матур йолаға әүерелгән.
Апрель почтаһы ла хаттарға бай булды. Берәүҙәр яратҡан баҫмаһының йөкмәткеле, уҡымлы сыға башлауына ҡыуанып рәхмәтен белдерә, икенселәр тәҡдимен еткерә, өсөнсөләр уй-кисерештәре менән уртаҡлаша. Мәҫәлән, Талбазынан Ғ. Шәмсетдинова: “Почта йәшнигенән гәзитте алғас, ҡосаҡлап яратам”, — тип яҙа. “Ауыл тормошон, ерҙә эшләүселәрҙе, беҙҙе туйындырыусыларҙы йышыраҡ күрге килә” тигән тәҡдимен дә әйтә. Ишембай районының Һайран ауылынан Ғәлимйән Яҡупов бына илле йылдан ашыу гәзитебеҙҙе даими уҡып барыуы хаҡында бәйән итә. “Гәзит бик матур сыға. Бөтә мәҡәләләрҙе лә башынан алып аҙағына ҡәҙәр уҡып сығам. Шундай фәһемле, бай йөкмәткеле баҫма сығарыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт”, — ти ул.
Мәләүездән күптәнге тоғро дуҫыбыҙ, хеҙмәт ветераны Юнир Аҙнағоловтың “Башҡортостан” — милләтебеҙ тотҡаһы” тигән яҙмаһында: “...Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә үҙебеҙҙе бай халыҡ тип әйтә алмайбыҙ. Әммә “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, балаларыбыҙ өсөн сығарылған милли баҫмаларға йылына һәр ғаиләлә өс-дүрт мең һумлап аҡса тотонһаҡ, халыҡ әйтмешләй, ярлыланып китмәҫбеҙ. Милләт булараҡ, йән аҙығы, рухи байлығыбыҙҙы һаҡларбыҙ, яҡларбыҙ”, — тип мөрәжәғәт итте. Гәзитебеҙҙә барған төрлө конкурстарҙа авторҙарыбыҙ әүҙем ҡатнаша, халҡыбыҙ өсөн мөһим булған мәсьәләләрҙе күтәрә. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов “Ватан тарихы — халҡыбыҙ яҙмышы” тигән конкурсҡа “Шәрҡиәт институты асыу — көн талабы” тигән яҙмаһын тәҡдим итте. “Был — бөгөндән иң өлгөргән мәсьәләләрҙең береһе, тик уны Хөкүмәт кимәлендә хәл итергә генә кәрәк. Үҙенең бай мираҫын һаҡлаған, өйрәнгән һәм артабан үҫтергән халыҡ ҡына юғары интеллектҡа эйә. Фәне алға киткән дәүләттең эше лә уң буласаҡ”, — ти автор.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Беҙ белмәгән Америка” тигән яҙмаһы гәзит уҡыусыларҙы уйға һалғандыр, моғайын. Ете диңгеҙ аръяғындағы ҡыҙҙың башҡорт телен өйрәнеүе, Америкалағы ысынбарлыҡтағы тормош хаҡындағы әңгәмә үҙ уҡыусыларын тапты.
Әүҙем авторҙарыбыҙ Марсель Ҡотлоғәлләмов, Самат Ғәлиуллин, ил, донъялағы хәл-ваҡиғаларға ҡарата үҙ ҡарашын белдереп, гәзитебеҙҙе байытты. Ләлә Бейешева, Зилә Ғәббәсова, Нурия Ибраһимова, Булат Аҡманов, Фәрит Рәмов, Рим Исхаҡов, Рафаэль Аҙнағолов, Зөлфәр Амангилдин, Әнүәр Сөләймәнов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Әсләм Арыҫланов, Кәрим Булат, Камил Аҙнаевтың мәҡәләләре лә гәзиттә даими баҫылып тора.
“Башҡортостан” гәзите республикабыҙҙа ғына түгел, илдең, донъяның төрлө төбәктәрендә һибелеп йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең аралашыу майҙаны булып ҡала. Свердловск өлкәһенән Ләйсән Иҙрисова Екатеринбургтағы дәүләт өлкә халыҡ ижады һарайының ҙур залында Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығына арналған Х төбәк башҡорт мәҙәниәт фестивале үтеүе хаҡында бәйән итте.
Илебеҙ сәйәсәте, халыҡтың көнитмеше лә сағыла авторҙарыбыҙ хаттарында. Беҙҙе туйындырыусы төйәктәребеҙҙең яҙмышына битараф түгел улар. Бишбүләктән Ләлә Хәлиуллина “Онотолған ауылдар” тигән мәҡәләһендә изге төйәгенең аяныслы хәлгә дусар булыуы хаҡында йән әрнеүен бәйән итә, Тәтешленән Рәсилә Әхмәтйәнованың “Байҡыбашта бар ике йорт” тип исемләнгән яҙмаһы ауылдарға ҡарата мөнәсәбәтебеҙ хаҡында һөйләй.
“40 йылға яҡын балалар уҡытып, 8 мең һум пенсия алып, осон-осҡа ялғап йәшәйбеҙ. Ул аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға, бүлергә һуң: дарыуғамы, ашауғамы, коммуналь хеҙмәттәргәме? Һаулыҡты нығытыу өсөн шифахана һәм ял йорттары төшкә лә инмәй торған хыял ғына”, — тип әсенеп яҙа Әлшәй районынан Мәрйәм Ҡылысбаева.
2012 йыл республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы гәзитебеҙ “Ғаилә ҡото — тормош ҡото” тигән конкурс иғлан итте. Әйткәндәй, “Ватан тарихы — халыҡ тарихы”, “Ҡәләмгир”, “Районымдың ете мөғжизәһе” конкурстары ла дауам итә. Бәләкәстәр өсөн “Тубырсыҡ” битендә “Минең хыялым”, шулай уҡ һүрәттәргә конкурс иғлан ителгәнен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Тормошобоҙ бай һәм күп яҡлы. Шуға ла мәҡәләне төрлө темаға яҙырға кәрәк. Бөтәбеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшәйек, көнүҙәк проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртайыҡ, йәшәйешебеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртеү ниәтенән янып йәшәйек. Тәрән йөкмәткеле, фәһемле яҙмалар гәзитебеҙҙә баҫылмай ҡалмаясаҡ.
“Уҡығандан да күберәк уйла, яҙғандан да күберәк уҡы” тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Һеҙ ҙә, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, ошоно онотмаһағыҙ ине. Фекерегеҙҙе ҡыҙыҡлы, ябай, эстәлекле, ҡыҫҡа итеп яҙырға тырышығыҙ. Яҙғандарығыҙҙы уҡып, башҡалар битараф ҡала алмаһын, уйланһын, һөйләшеүгә ҡушылырлыҡ булһын.
Венер ИСХАҠОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512