Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмғиәттең күңел һаулығы техника ҡаҙаныштарынан ҡиммәтерәк
Йәмғиәттең күңел һаулығы техника ҡаҙаныштарынан ҡиммәтерәкИтәғәтле, инсафлы кеше — философия фәндәре докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы мөдире Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин менән аралашыуҙан ҙур кинәнес алаһың.
Ул булмышы менән аралашыусан, ихлас шәхес. Хеҙмәттәштәре лә ошо хаҡта раҫлай. Уның күңел байлығы, ғәҙәттәре уйламағанда әңгәмәсенең үҙенә лә күсә.
Ф.С. Фәйзуллин — илебеҙҙә дөйөм танылған ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы, социаль философия һәм социология өлкәһендәге күренекле ғалимдарҙың береһе. Уның 500-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте, шул иҫәптән 48 монографияһы, техник вуздар өсөн философия дәреслектәре баҫылып сыҡҡан. Фәнил Сәйет улы етәкселегендә 50-нән ашыу уҡытыу-методик ҡулланма әҙерләнгән. Техник вуздар өсөн дәреслек улар араһында айырым урын биләй.
Милләттәрҙең һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр үҫешендәге социаль мәсьәләләрҙе тикшереү һәм хәл итеүҙә академик Ф.С. Фәйзуллиндың индергән өлөшө ғәйәт ҙур. Рәсәй Федерацияһының Юғары белем министрлығы тарафынан Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй халыҡтары: тергеҙеү һәм үҫтереү” дәүләт фәнни-техник программаһын (1991 — 1996) эшләү һәм тормошҡа ашырыу буйынса етәкселәр иҫәбенә уның да индерелеүе осраҡлы түгел.
Фәнил Сәйет улы Фәйзуллин етәкләгән ғилми мәктәптең идеяларын уҡыусылары дауам итә. Ул 150-гә яҡын фән докторы һәм кандидаты әҙерләгән. Уҡыусылары әле республикала ғына түгел, унан ситтә лә уңышлы эшләй. Мәҫәлән, Һамарҙа фән докторҙары А.А. Әхмәҙиев, В.Н. Бондаренко, У.С. Вилданов, А.С. Готлиб, Ҡазанда Р.И. Ирназаров, Т.М. Исламшина, А.Б. Курлов, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы М.Ж. Кейекбаев, К.Т. Моисеева, Л.А. Ширяев, В.С. Хажиев һәм башҡа бик күптәр.
Ф.С. Фәйзуллин — Ватаны, тыуған Башҡортостаны һәм дуҫтары хаҡына бик күп эштәр башҡарған юғары әхлаҡлы шәхес. Бөгөн ғалимдың ижадын һөйөүселәрҙең барыһы ла уның уңыштары менән ғорурлана.
— Фәнил Сәйет улы, 70 йәшегеҙ тулған көндәрҙә үтелгән юлығыҙ хаҡында нимәләр уйлайһығыҙ?
— Үҙ-үҙемә ихтирамды юғалтмаҫҡа тырыштым. Иртән уянғас та үҙемә: “Бөгөн нимә эшләргә тейешмен?”, кис йоҡларға ятҡанда: “Нимәләр эшләнем?” тигән һорау бирәм. Ун биш йәшемдә тырышып уҡырға ҡарар иттем. Утыҙ йәштә үҙаллылыҡҡа эйә булдым. Ҡырҡ тулғас, шик-шөбһәнән ҡотолдом, иллелә күктәр ихтыярын төшөндөм. Алтмыш йәштә дөрөҫлөктө ялғандан айырырға өйрәндем, етмештә йөрәк ҡушҡанын эшләй башланым. Ғәҙелһеҙлекте күреп, өндәшмәй ҡалаһың икән, — тимәк, үҙең дә унда ҡатнашаһың.
— Һеҙ — бик аралашыусан, изге күңелле кеше. Дуҫтарығыҙ күп. Уларға һәр саҡ изгелек ҡылырға тырышаһығыҙмы? Кешелә итәғәтлелекте нисек билдәләйһегеҙ?
— Миңә бөтөн яҡлап килешкән, фекерен яҡлай белмәгән дуҫ кәрәкмәй. Мәҫәлән, дуҫыңа ҡунаҡҡа бараһың. Йортҡа ингәнгә тиклем дуҫыңдың балаларын күреү ҙә был ғаиләнең һиңә мөнәсәбәтен күрһәтә. Улар шатланып ҡаршылай икән, был йортта һин көтөп алынған ҡунаҡ. Әгәр балалар ҡаршы алырға сыҡмай икән, тимәк, дуҫың һине әллә ни үҙһенмәй.
— Бөгөн матбуғат биттәрендә кеше күңеле экологияһы хаҡында борсолоп яҙалар. Глобалләшеү шарттарында кешенең эске донъяһы һис ҡасан да булмағанса иғтибарға мохтаждыр, моғайын. Ошо күренешкә ҡарашығыҙ ниндәй?
— Йәмғиәттең күңел һаулығы мәсьәләһе Рәсәйҙәге зыялыларҙы һәр саҡ борсоуға һалды. Әммә беҙҙең йөҙ йыллыҡта ул айырыуса киҫкенләште. Быуаттар буйы барлыҡҡа килгән күңел, әхлаҡи нигеҙҙәр күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡты, ҡыйратылды.
Быларҙың барыһы ла етди етешһеҙлектәргә, рухтың түбәнәйеүенә килтерҙе. Күңел көрсөк кисерә. Бындай хәлдән ҡотолоу еңел түгел. Йылға-күлдәрҙе, тупраҡты, тәбиғәтте бысраныуҙан таҙартырға өйрәндек, ләкин техник үҫештең күңел торошона йоғонтоһон өйрәнеүсе белгес булһам да, иманһыҙлыҡты, миһырбанһыҙлыҡты тиҙ арала юҡҡа сығарыу мөмкинлеген әйтә алмайым. Эйе, бындай сараны белмәйем.
— Күңеле ҡатып, яҡындарына, бөтөн донъяға битарафлыҡ солғап алған кешегә нисек ярҙам итергә?
— Бөгөн быны аҙым һайын күрергә мөмкин. Транспортта этеп ебәрһендәрме, магазинда битәрләһендәрме, эш буйынса мөрәжәғәт иткән учреждениела кәмһетһендәрме...
Күптән түгел, “мәҙәниәт” һүҙенең семантикаһын белдем. Әйткәндәй, уның тәүге мәғәнәһе “хөрмәт итеү” тигән һүҙ менән тығыҙ бәйле булған. Мәҫәлән, “Мин — принципиаль кеше. Күҙеңә тура ҡарап... әйтергә теләйем”, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта дуҫыңа, әңгәмәсеңә ихтирамлы, иғтибарлы мөнәсәбәттең мәҙәниәттең асылын, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен тәшкил итеүе онотола.
Бөгөн кешеләргә: “Ихлас, изге күңелле, күндәм булығыҙ”, тип әйтеү генә етмәй. Уларҙы ошо сифаттарға өйрәтергә кәрәк. Кешегә, Тыуған илеңә һөйөү һәр саҡ йоғонтоло, сөнки шәхси ихтыяр дөйөм ихтыярға тап килгән осраҡта ғына кеше изге күңеллегә әүерелә. Беҙ яратҡан кешенең теләге һинеке менән тап килә икән, был теләкте тормошҡа ашырыу ҙа еңелерәк.
— Балаларҙың һаулығы, тәрбиә мәсьәләләренә фәлсәфәүи мөнәсәбәтегеҙ ниндәй?
— Бөгөн сабыйҙарҙың яртыһынан күбеһе экология йоғонтоһонда сирле булып тыуа. Заманса киң мәғлүмәт саралары, иң элек, телевизор, кеҫә телефондары, компьютер һәм башҡалар ҙа зыян килтерә. Был киҫкен һорауға оҙаҡ йылдар йәштәрҙе дауалау һәм тәрбиәләү менән шөғөлләнгән ҡатыным яуап бирергә ярҙам итә. Мәҫәлән, баланың психикаһына әсә тәрбиәһенең әһәмиәте хаҡында беҙ нимә беләбеҙ? Илдә ойошторолған әсәлек һәм балалыҡ системаһы асылда әсәне үҙенең балаһынан һаҡлай. Әсә баланан, бала әсәнән айырыла. Һөҙөмтәлә сабый саҡта уҡ әсә менән бәйләнеше өҙөлгән бала тупаҫ, ҡырыҫ холоҡло булып үҫә. Әйтәйек, бала сирләп китте, ти. Уны дауаханаға үҙен генә һалалар. Йәки әсә сабыйын ҡалдырып, эшкә сыға. Бала тәүҙә балалар баҡсаһында, һуңыраҡ — мәктәптә.
Иғтибар итегеҙ: изге һүрәттәрҙә әсәләрҙең барыһы ла сабыйын һул ҡулына тотҡан. Ниңә шулай? Сөнки бала әсәһенең йөрәк тибешен ишетергә тейеш. Уның аша яҡынлыҡты тоя. Баланы әсәнән иртә айырыу киләсәктә уның күңеленең ярлыланыуына килтерәсәк. Ошо проблеманы аңлаһаҡ, әсәнең сабыйы менән кәмендә өс йыл өйҙә ултырыуын тәьмин итергә тырышыр инек. Дауахана биргән ҡағыҙҙар буйынса аҡса юғалтыуҙы, балалар баҡсаһына дәүләт сығымдарын, сабыйы булған әсәнең эш һөҙөмтәлелеген ҡараһаҡ, әсәнең балаһы янында булыуының йәмғиәткә арзаныраҡҡа төшөүен аңлаясаҡбыҙ. Сабый әсәһе менән туранан-тура аралашып, тәрбиә алып үҫергә тейеш.
Балалар баҡсаһында тоталитаризация бара. Сабыйҙар дөйөм тәртип буйынса йоҡларға, ашарға, уйнарға тейеш. Һөҙөмтәлә улар бер-береһенә оҡшаш, бер төрлө булып үҫә. Был йәһәттән мәктәп тә белемде стандартлаштырып, үҙ өлөшөн индерә. Берҙән, ул белемле кеше тәрбиәләү кимәлен билдәләй, икенсенән, һәр шәхестең үҙенсәлектәренә ярашлы шәхси үҫешен тотҡарлай.
Ниңә беҙ кешелектең әхлаҡ кодексынан баш тартырға тейешбеҙ? Аңлап етмәйем. Беҙгә, киреһенсә, рухи мираҫыбыҙ хаҡында етди уйланырға кәрәк. Мәктәптә этика менән әхлаҡты уҡытыу мөмкинлеген киңәйтеү зарур. Һәр дәүерҙә булған ниндәйҙер культтарҙы дуҫлыҡ, ғаилә, ижад культы менән алмаштырайыҡ. Мин уларҙы ғына таныйым, үҙ итәм. Кеше күңеле экологияһын тап ошо нигеҙҙәр тәшкил итә.
— Шәхескә тәрбиә биргәндә ниндәй алымдарҙы ҡулланырға ярамай?
— Йәш күңелде тәрбиәләгәндә көс ҡулланырға, тупаҫлыҡ күрһәтергә ярамай. Уны ихтирам, намыҫ һәм азатлыҡ тойғолары менән һуғарыу зарур. Мәжбүр итеү ҡоллоҡҡа хас күренеш. Минеңсә, аҡыл ярҙамында өлгәшеп булмағанды көс ҡулланып ҡына эшләү мөмкин түгел.
— Бөгөн илдә мәктәптә белем биреүҙе реформалау бара, Берҙәм дәүләт имтиханы ғәмәлгә индерелде. Был балаларыбыҙҙың һаулығына йоғонто яһаймы?
— Уҡытыусылар менән уҡыусылар араһында ҡаршылыҡ тыуҙы. Бала уҡытыусы менән конкурентлы мөнәсәбәткә инә. Күп кенә уҡытыусылар балаға белем биреү урынына уға үҙенең донъяға ҡарашын көсләп тағырға тырыша. Ике һүҙҙең мәғәнәһен әйтеп үтергә теләйем. “Мәктәп” һүҙе грек телендә ял, буш ваҡыт тигәнде аңлата. Сократ уҡыусылары менән бергәләп ил гиҙгән, ә Платони Ксенофонт уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе теркәп барған. Сократ, Платон, Аристотель — бер мәктәптең өс быуыны, өс бәһлеүән. Улар аралашыу, буш ваҡытты бергә үткәреү һөҙөмтәһендә бер-береһе менән бәйле.
“Педагог” — грек телендә баланы мәктәпкә оҙата барған ҡол, әсир. Ә беҙҙә баланы мәктәптең ҡолона әүерелдерәләр. Уҡытыусының әхлаҡи сифаттарына, һөнәри әҙерлегенә, кәйефенә бәйле бала йыш ҡына төрлө, хатта экстремаль хәлгә тарый.
Йәштәрҙә нервы-психик сирҙәрҙең тағы ла бер сәбәбе — көсөргәнешле уҡыу процесы. Балаға башына һыйҙыра алмаҫлыҡ белем бирелә. Һәр ата-әсә программаның һәм дәреслектәрҙең һуңғы ун-ун биш йылда ни тиклем ҡатмарлашҡанын белә. Ләкин баланың аңы, мейеһе башҡа дәүерҙәрҙәгенән әллә ни үҙгәрмәгән бит. Биологик төр булараҡ кеше эволюцияһы күптән туҡталған, уның мейеһе даими арта барған мәғлүмәтте һыйҙыра алмай. Шуға ҡарамаҫтан балаға үҙләштерә алмаған белемде көсләп һалайыҡмы ни?
Саманан тыш бай программа аутсайдер тойғоһо тыуҙыра. Кеше уны еңеп сыға алмай, ҡуйылған бурысты тормошҡа ашырып өлгөрмәү уның өсөн ғәҙәти хәлгә әүерелә. Ә уңышһыҙлыҡ битарафлыҡ тыуҙыра. Балала уңышһыҙ кеше комплексы тәрбиәләнә. Был — бик насар күренеш. Баланың киләсәге хаҡында хәстәрлек күрелгән яҡшы ғаиләлә уға: “Һин аҡыллы, һәләтле, иң талантлы бала” тигән маҡтау һүҙҙәре әйтелә. Был иһә унда үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра.
Кешене ябай башҡарыусы кимәленә төшөрөү философияһы шәхестең ҡабатланмаҫлығын юҡҡа сығара, ышанысын юйып ташлай. Быға юл ҡуйырға ярамай. Әхлаҡи сифат булараҡ, баҫалҡылыҡ тәрбиәләү бик яҡшы. Әммә баҫалҡылыҡҡа өлгәшеп кешенең ынтылышын үлтерергә ярамай.
Эйнштейндан, асышты нисек яһайҙар, тип һорағандар. “Быны эшләп булмағанды барыһы ла белә, тик ошоно белмәгән кеше генә уны тормошҡа ашыра”, тип яуаплаған. Ғалимдың тағы ла шундай һүҙҙәре бар: “Сағыштырмалыҡ теорияһын донъяға бала күҙе менән ҡараған өсөн генә аса алдым”. Бала саҡта бөтөн кеше лә талантлы булалыр, тигән фекерҙәмен. Баланың хәрәкәтен, һүрәт төшөргәнен, фекер йөрөтөүен күҙәтегеҙ әле.
— Һеҙ — ысын мосолман. Минеңсә, бөгөн күп кенә сәйәсмәндәр дини һәм милли мәсьәләләрҙе тейешле кимәлдә аңлап етмәй. Ошоға ниндәй ҡараштаһығыҙ?
— Һорауығыҙ хаҡлы. Улар йәмғиәтте нигеҙһеҙ ҡуҙғыта, вульгар стереотиптар, кешеләрҙең аңында дөрөҫлөккә тап килмәгән фекер тыуҙыра. Рәсәй йәмғиәтендә уларҙың тырышлығы менән милли һәм дини дошманлыҡ барлыҡҡа килә. Исламофобия, йәғни исламдан ҡурҡыу күренешенең ҡолас алыуын тоймау мөмкин түгел, минеңсә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә мосолман йәмғиәте менән урындағы власть, тимәк, халыҡ араһында яһалма көсөргәнешлек тыуҙырыла. Мәҫәлән, Мурманскиҙа мосолмандар мәсет төҙөлөшө алып барған майҙансыҡ ҡыйратылды. Ҡайһы бер ғалим-публицистар православие менән ислам араһында бәхәс тыуҙырырға тырыша. Күптән түгел генә Тогаев әфәнденең китабын уҡып сыҡтым. Ул джәһәт хаҡында яҙа, Кавказды урыҫтарҙан азат итергә саҡыра. 800 битлек икенсе китап “альтернативалы ҡарашты” сағылдыра. Уның авторҙары Касьянов менән Хомяков, урыҫтарҙан тыш, бөтөнөһө — үзбәк, ҡаҙаҡ, йәһүдтәр, “Кавказ кешеләре” — мафиоз милләттәр, тип иҫбат итә.
Ошо китаптарҙың барыһы ла Конституцияға ярашлы милли һәм дини дошманлыҡ тыйылған илдә һатыла. Күптән түгел генә абруйлы яҙыусы Василий Аксенов та барлыҡ мосолмандарҙы түбәнһетте. Шулай булғас, Рәсәйҙе экстремизм солғап алыуына ғәжәпләнерлекме ни?
— “Күпте белеү кешене аҡыллы итмәй”, тигән ҡасандыр Гераклит. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
— Икенсе кешенән алынған белем менән генә ҡәнәғәтләнергә ярамай. Үҙең теләп үҙләштерһәң генә ғилемле булырһың.
— Үҙ-үҙеңә ышаныс кәрәкме?
— Ышанысһыҙ шәхес көслө була алмай. Әммә үҙ-үҙеңә саманан тыш ышаныс йыш ҡына баш-баштаҡлыҡ тыуҙыра, баҫалҡылыҡты юҡҡа сығара. Ошо ҡаршылыҡҡа юл ҡуймау — шәхес өсөн иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе.
Профессор, философия фәндәре докторы,
Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы директоры
Октябрь ВӘЛИТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509