Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тырыштарға беҙҙә хөрмәт ҙур”

Был төбәк инвесторҙарҙы ла ҡыҙыҡһындыра.

Матур тәбиғәте, тарихи ҡомартҡыларға бай булыуы менән һоҡландыра Бәләбәй төбәге. Райондың төньяҡ биләмәләрендә ылыҫлы ағастар гөрләп үҫһә, көньяғында мөһабәт имәндәр, аҡ ҡайындар тигеҙлектәр менән аралаша. Ҡалала сәнәғәт үҫешә, ауыл эшсәндәре иһә иген, малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә. Район хакимиәте башлығы Азат Альверт улы СӘХӘБИЕВ менән райондың бөгөнгө тормошо, иҡтисады, уңған кешеләре хаҡында әңгәмәләштек.

— Азат Альверт улы, беле­үебеҙсә, бер нисә йыл элек Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев “Моноҡа­лалар үҫеше фонды”н бул­дырҙы һәм тиҙҙән республи­кабыҙҙағы Белорет, Нефтекама, Күмертау ҡалалары менән бергә Бәләбәй ҙә моноҡала тип танылды. Ошо йәһәттән бөгөн ҡалала хәл нисек?

— 2016 йылда Рәсәй Хөкү­мәте ҡарары менән “Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе төҙөлдө. Был милли проект нигеҙендә ҡалаға йәлеп ителгән инвесторҙарға 26 эшҡыуарлыҡ төрөнә һалымға ташламалар һәм башҡа өҫтөн­лөктәр бирелә. Документ социаль-иҡтисади хәлде үҫтереү, ҡала һәм район халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу маҡса­тын ҡуя. Әле был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла, инвесторҙар йәлеп итеү, яңы хеҙмәт урындары булдырыу мәсьәләләре ентекле өйрәнелә. Мәҫәлән, “АММА” ғилми-тикше­ренеү предприятиеһы (“Тимер конструкциялар етештереү ойош­маһы” проекты), “Бәләбәй ҡағыҙ комбинаты”, “Уралпромтехсервис”, “БИЗНО” йәмғиәте, “Регион 02”, “Люминес”, “БП Пласт” йәмғиәттәре кеүек ете резидент менән Бәләбәйҙә эш алып барыуға килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был резиденттар 970 миллион һум күләмендә инвестиция үҙләштереү һәм 509 эш урыны булдырыуҙы планлаштыра. Ошо көндәрҙә компьютер технологиялары, спорт ҡора­малдары етештереү, ауыл хужа­лығы продукцияһын эшкәртеү һәм тағы башҡа тармаҡтар буйынса проекттар буйынса һөйләшеүҙәр ойошторола.

Әлбиттә, “Башҡортостан Рес­публикаһының корпорация үҫе­ше” акционерҙар йәмғиәте, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм башҡа учреждениелар менән инвесторҙар йәлеп итеү йәһә­тенән даими хеҙмәттәшлек алып барабыҙ. Инвестиция эшмәкәр­легенә ҡағылған республика һәм федераль күләмдәге йыйын­дарҙа, күргәҙмәләрҙә, кәңәшмә­ләрҙә ҡатнашабыҙ, инвесторҙар өсөн 18 майҙансыҡ әҙерләнгән.

Ҡалабыҙҙың төп предприя­тиеһы һаналған “Автонормаль” Бәләбәй заводы” етәкселеге менән берлектә ойошма билә­мәһендә технопарк төҙөү мәсьә­ләһе өйрәнелә. Ул ғәмәлдәге сәнәғәт үҙәктәрендә инвестиция проекттарын берҙәм тормошҡа ашырыуға яҡшы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итәсәк.

– Мәғлүм булыуынса, Бәлә­бәй — экологик йәһәттән таҙа төбәктәрҙең береһе, ҡаланы зарарлы ҡалдыҡтар менән бысратҡан предприятиелар юҡ. Инвесторҙар ҙа ыңғай йөҙ менән боролған. Тимәк, тиҙ­ҙән яңы эш урындары бар­лыҡҡа килер Ә бына кадрҙар мәсьәләһе нисек тора?

– Был йүнәлештә лә маҡсат­лы эш алып барырға тыры­шабыҙ. Моноҡалаларҙан халыҡ­тың, бигерәк тә йәштәрҙең ситкә китеүен уңайлы көнкүреш һәм ял шарттары булдырып ҡына туҡтатырға мөмкин. Һуңғы ике йылда ҡалала ете балалар баҡсаһы һәм спорт майҙансығы төҙөлдө, дүрт йорт ихатаһы һәм йәмәғәт биләмәһе төҙөклән­дерелде. Ҡалабыҙҙа бик матур быуа бар. Урындағы халыҡ, ҡунаҡтар ял итергә яратҡан был урынға һуңғы йылдарҙа иғтибар етеңкерәмәне. Быуа буйҙарын ипкә килтерҙек. Юлдарҙы капиталь ремонтлау өсөн 206 миллион һум аҡса бүленде, мәҙә­ниәт һарайы танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә.

Районға табиптарҙы йәлеп итеү, уларға йәшәү һәм эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән дә эш алып барыла. 2016 – 2018 йылдарҙа район үҙәк дауаханаһы белгестәре өсөн муниципаль торлаҡ фондынан 26 фатир бирелде.

– Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса эшсе төркөм етәк­сеһе Ирина Макиева Баш­ҡорт­останға килгәнендә: “Мәскәү­ҙә йәшәһәм дә, Бәләбәй сырын һатып алам”, – тигәйне. Ысынлап та, бөгөн Бәләбәй сырын республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы белә­ләр. Күптән түгел Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ-2018” күргәҙ­мәһендә ҡатнаштығыҙ. Ошо хаҡта һөйләгеҙ әле.
– Күргәҙмәлә Бәләбәй һөт комбинаты “Великославич Выдержанный” һәм Великославич “Классик” Мускат” тигән яңы төр сырға презентация үткәрҙек. Комиссия ағзалары беҙҙең аҙыҡты юғары баһаланы, алтын миҙал бирҙеләр. Әлбиттә, өлгәшелгән менән генә хушланып йөрөр ваҡыт түгел. Заман менән бергә атламаһаң, баҙар арбаһынан төшөп ҡалыуың да бар. Хәҙер предприятиела йылына 196 мең тонна һөт етештерә алырҙай проект тормошҡа ашырыла, 58 хеҙмәт урыны өҫтәлде, тиҙҙән тағы 106 кеше эшле буласаҡ. Дөйөм инвестиция күләме 2,4 миллиард һум тәшкил итә.

– Сер түгел – инвесторҙар иң тәүҙә төбәктең уңайлы­лығына, сауҙа буйынса мөм­кинлектәренә, юл шарттарына иғтибар итә...
– Ниндәй һорау бирергә теләгәнегеҙҙе аңланым. Эйе, юлдарҙың торошо — иң төп факторҙарҙың береһе. Тап шуға ла был йүнәлештә эш йәнле бара. Былтыр Бәләбәй – Йәрмә­кәй автомобиль юлын төҙөклән­дереп бөттөк, был үҙ сиратында күрше райондар менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ла ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, быйыл Бәләбәй, Йәрмәкәй, Биш­бүләк райондары хакимиәттәре һәм “Эконива-АПК Холдинг” йәмғиәте менән дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ нигеҙендә һөтсөлөк буйынса малсылыҡ кластеры төҙөү күҙаллана.

– Район халҡының күпсе­леге ауылдарҙа баҫыусылыҡ, мал үрсетеү менән шөғөл­ләнә. Ауыл хужалығы ха­ҡында ла һөйләгеҙ әле. Быйыл уңыш нисек булды?
— Районда 14 ауыл хужа­лығы ойошмаһы, 128 крәҫтиән (фермер) шулай уҡ 8 мең 129 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Ер эшсәндәре өсөн быйылғы миҙ­гел еңелдән булманы. Яҙ һуң килһә, йәйен ямғыр ваҡытында яуманы. Шулай ҙа ауыл хеҙмәт­сәндәренең үҙ бурысына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә яҡшы ғына күрһәткестәргә өлгәштек. 37 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алынһа, көнбағыш – 3,3 мең тонна, бәрәңге 25,1 мең тонна тәшкил итте. Туғыҙ айҙа бөтәһе 1,8 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде.
Иген йыйыу һөҙөмтәләре буйынса айырыуса “Слаҡ”, “Линда” агрофирмаһы”, “Сулпан” йәм­ғиәттәренең, Исмәғил Хөс­нөтдинов, Валерий Соловьев, Александр Шипицын кеүек ер эшсәндәренең күрһәткестәре яҡшы. Улар иген культура­ларының яңы сорттарын сәсеү, минераль һәм биологик ашла­маларҙы белеп ҡулланыу һөҙөм­тәһендә мул уңыш алды.

— Һуңғы осорҙа юғары табыш биргән культураларға әһәмиәт биреү хаҡында йыш әйтелә. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек?
— Быйыл хужалыҡтар етен майҙандарын һиҙелерлек арт­тырҙы. Алексей Гришин һәм Сергей Липилин бер нисә йыл рәттән ошо культура менән шө­ғөлләнә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, сөнки етен үҫтереү табышлы. Хаҡы игендән 2 – 2,5 тапҡырға ҡиммәтерәк. Тиҙ өлгөргән үҫемлек хужалыҡтарға август-сентябрь айҙарында уҡ уңышты һатып, шаҡтай аҡса эшләү форсатын бирә, сөнки етен — ҡыйбатлы культура. Ул сәнәғәттә киң файҙаланыла. Унан май һәм малдар өсөн ҡатнаш аҙыҡ әҙерләйҙәр.

— Малсылыҡ тармағында ыңғай үҙгәрештәр күҙәте­ләме?
— Әлбиттә! Ауылдарҙа яңы фермалар төҙөлә, иҫкеләре төҙөкләндерелә. К. Иванов исемендәге ауыл хужалығы кооперативын бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыр инем. Ойошма һыйыр үрсетеү, һөт етештереү менән шөғөлләнә. Бөгөн кооперативта Бестужев тоҡомло һыйырҙар һаны, һөт алыу күләме арт­ҡандан-арта. Инвесторҙар йәлеп итеү әүҙемлеге буйынса ҡош үрсеткән “Линда” агро­фирмаһы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Баженов ауылында яңы ферма төҙөү тамамланды. Быйыл 31 миллион һум күләмендә инвестиция һалынды. Киләһе йыл Сағанлы ауылындағы ҡош фермаһын үҙгәртеп ҡороуҙы тамамлау, яңы ҡорамалдар алыу планлаштырылған. Йәмғиәттең продукцияһын республика хал­ҡы ғына түгел, күрше төбәк­тәр ҙә ихлас һатып ала. Ырым­бурҙан, Татарстан, Мордва, Сыуаш республикаларынан да беҙҙең себештәрҙе юллап килеп етәләр.

“Ғаилә малсылыҡ фермаһы” республика программаһына ярашлы, быйыл Рема Ғәлиул­ли­на һөтсөлөк фермаһын йы­һаз­ландырыу өсөн грантҡа лайыҡ булды. Һөтсөлөк тарма­ғында алдағы өс йылда ике ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Мәҫәлән, Рус Швейцарияһы менән Аделькино ауылының һәр береһендә 3300 баш һауын һыйыры өсөн ике комплекс төҙөләсәк. 2021 йылға Бәләбәй ҡалаһында тәүлегенә 1100 – 1200 тонна сеймал эшкәртә алырҙай һөт комбинаты төҙөү инвестиция проекты ҡаралған. Инвестиция күләме 20 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был проект тормошҡа ашырылһа, 300 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, 2013 – 2020 йылдарға “Башҡортос­танда ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияларын, сеймал һәм аҙыҡты көй­ләү” дәүләт программаһын тор­мошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл райондың агросәнәғәт комплексына 15 миллион һум күлә­мендә субсидия йүнәл­телде. Был сара үҫемлексе­лек­те, химик эшкәртеү саралары өсөн киткән сығымды, инвестиция кредиты буйынса про­центтарҙы кире ҡайтарыу өсөн йүнәлтелде. Малсылыҡ тарма­ғында иһә һөт­сөлөк, тоҡомсолоҡ, махсус ит то­ҡом­дарына субсидия бүлен­де.

Дөйөм алғанда, заман ауыр­лыҡтарына ҡарамай һәр тар­маҡта тырышып хеҙмәт итә Бәләбәй халҡы. Уңғандар төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша, дәүләт ярҙамы ала. Ә тырыш­тарға бөтә ерҙә лә хөрмәт ҙур.


Автор: Венер ИСХАҠОВ, Илдар АҠЪЮЛОВ
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518