Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Билмәндәрен өлгөртөп, ҡаластарын күпертеп...

Гөлшат Сәләхованың эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә эшҡыуарлыҡ киң ҡолас алғас, Гөлшат Сәләхованың әсәһе үҙ эшен булдырып, баҙарҙа сауҙа итә башлай.

Ҡәҙерлеһенең ауыр сумка-төргәктәрҙә тауар ташыуын күреп, көҙгө-ҡышҡы һалҡындарҙа, яҙғы-йәйге эҫеләрҙә урамда тороп һатыуын күҙәтеп, “ғүмеремдә лә был эшкә тотонмаясаҡмын”, тип уйлай. Һәм, урта мәктәпте тамамлағас, документтарын Нефтекама һөнәрселек лицейына тапшырып, киләсәктә үҙен төҙөлөштә һынап ҡарамаҡсы була. Штукатур-буяусы һөнәрен үҙләштергәс, Гөлшат Мозаһит ҡыҙы төҙөлөштә тәүге хеҙмәт сынығыуы үтә, бер нисә йыл эсендә уңған ҡыҙ, эшенең нескәлектәрен өйрәнеп, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана.

– Ауыр булһа ла, миңә был һөнәр оҡшай ине. Әммә һаулығым буйынса төҙөлөштә артабан ҡалырға мөмкинлек булманы. Яратҡан эшемде ташларға тура килде, – ти Гөлшат Сәләхова.

Аҙаҡ ул һатыусы булып эшкә урынлаша, кафела, ашханала эшләй. Тырыш, бөтмөр, ауырлыҡтар алдында баш эймәгән һәм үҙ көсөнә ышанған ҡыҙ 2004 йылда үҙ эшен асырға йөрьәт итеп, ит һатыуға тотона. Күрше ауылдарға сығып, халыҡтан ит ала, уны Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары баҙарҙарында һатыуға сығара. Яйлап эшҡыуар иттән ярым фабрикаттар етештереү һәм эшкәртеүҙе юлға һала.

Ул осорҙа ит менән булышҡан йүн­селдәр төбәктә бихисап була, кон­курентлыҡ та үҙен һиҙҙерә. Әммә Гөлшат алдына алған маҡсатын тор­мошҡа ашырыу өсөн бер ниндәй кәртәләр алдында бирешмәй. Ағиҙел ҡалаһындағы дөйөм ятаҡтан бер нисә бүлмәне ҡуртымға алып, ремонт үткәреп, кафе-ашхана­ларҙан элекке ҡулланылыштағы ҡора­малдар һатып алып, 2012 йылда аҙыҡ-түлек магазины асып, ошонда уҡ ярым фабрикаттар етештереү цехы булдыра. Ҡулланыусыларҙан тәүге заказдар килә башлай, ә эшләргә кеше булмай.

— Бөгөн ул көндәрҙе иҫкә алһам, ҡыйын булып китә. Кеҫәлә — аҡса, ярҙам һорарлыҡ туғандар ҙа, таныш-дуҫтар ҙа юҡ. Етмәһә, тәүге балама ауырлымын. Шулай ҙа ныҡышмалылыҡ көслөрәк булғандыр, эшмәкәрлегемде артабан дауам итергә көс тә, дәрт-дарман да етте, — ти ул. — Тәүге билмәндәрҙе ирем Нәзил менән әҙерләнек. Аҙаҡ туғандар ярҙамлашты.

Гөлшат эшмәкәрлекте бер аҙ юлға һалғас, бер нисә кешене эшкә саҡыра. Бөгөн эшҡыуар ете кешегә хеҙмәт урыны булдырған. Уларға ваҡытында түләнгәс, төрлө социаль яҡлауҙар ҡаралғас, әле лә эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар икән. Шәхси эшҡыуарҙың сифатлы һәм, иң мөһиме, экологик яҡтан таҙа һәм, осһоҙ продукцияһына һатып алыусылар араһында ихтыяж ҙур. Хатта Өфө, Нефтекама, күрше райондар халҡы ла яратып ала. Әле бында, билмән, манты, голубцы, быҡтырылған ит, шашлыҡ, кәтлит етештереүҙән тыш, икмәк-ҡалас, кондитер ризыҡтарынан да ауыҙ итергә була. Әйткәндәй, ярым фабрикаттары “Башҡортостан продукты” билдәһенә эйә. Бынан тыш, предприятие хеҙмәт­кәрҙәре помидор, ҡыяр, борос консервалай, төрлө салаттар әҙерләй. Һәр кем бында ҡойолған тәмле компоттарҙы ла яратып ала.

Гөлшат Сәләхова — Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ-йыл директоры” конкурсы­ның “Ғәжәйеп ҡатын-ҡыҙ” номинацияһы еңеүсеһе. 2015 йылда һәм күптән түгел йыл эшҡыуары исемен яулаған.

Ҡасандыр яҙмышын эшҡыуарлыҡ менән бәйләргә теләмәгән Гөлшат Сәләхованың бөгөн эшмәкәрлеге уңышлы бара, бар күңелен һалып етештергән ризыҡтарын халыҡ яратып һатып ала. Тимәк, яҙмыш тәҡдире шундай булғандыр – халыҡҡа изгелек таратырға, тәмле итеп һыйларға.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Район: Ағиҙел ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519