Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәйҙең үҙ юлы бар

Оло йортҡа ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк.

Нигеҙ таштарын йылдар төптә ҡалдырып, өҫтөн ҡый үләне, сирәм япҡан. Ҡайһы берҙәре генә мүкләнеп, ҡасандыр бында ауыл булғанлығын һөйләй төҫлө. Ситтән ҡарағанда, уйҙым-уйҙым кесерткән, алабута, әрем, дегәнәк үҫкән “утрауҙар”ҙы хәтерләтә был урын. Зыярат менән дә ошо уҡ хәл тиерлек, тик ара-тирә яңы ҡәберҙәр күренә. Эйе, Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ауыл зыяратына бынан сығып киткән һуңғы яҡташтарын алып ҡайталар...

Көсөбөҙ – ергә берегеүҙә

Был — Манат ауылы зыяраты. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шәриф Мана­товтың тыуған ауылы. Ҡурған өлкәһенең Әлмән районына ҡарар ине. Үҙгәртеп ҡороуҙар, ҡулайлаштырыу мәлендә юҡҡа сыҡҡан Рәсәйҙең тиҫтәләрсә мең ауылдарының береһе ул. Урынын белер өсөнмө, зыяратҡа табан юлды онотмаҫ­ҡамы, оло юлдан ситтә кемдер торба ултыртып, ҡалай киҫәге йәбештергән дә “Манат” тип яҙып ҡуйған. Ҡәбер ташта­рының ҡайһы береһендә лә Манатов фамилиялары бар.

Ә был изге урын Һамар өлкәһенә ҡараған Ырғыҙ йылғаһы буйында. Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған ауылы Хәсән урыны ул. Ҡасандыр яҙыусы донъяға ауаз һалған йорт нигеҙен ҡарайбыҙ, мәсет, мәктәп...

Ни өсөн автор ошо икеһен генә атаны икән, тиер бәғзе берәү. Әлбиттә, барыһын да телгә алғы килә, тик уның өсөн бер мәҡәлә түгел, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан алып юҡҡа сыҡҡан 23 мең ауылды исемләр өсөн генә лә томдар кәрәк булыр ине. Ә совет осороноң “перспекти­ваһыҙ”ын алһаҡ, тиҫтәләрсә том да етмәҫ. Манат менән Хәсәнде атауым шунан ғибәрәт: шәхес­тәрҙең күпселеген ауыл тәрбиәләй. Рухи шишмәбеҙ ошонда. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, тамырыбыҙ шул бәрәкәтле ерҙән һут ала. Тимәк, ауыл­дарҙың юҡҡа сығыуы барлыҡ халыҡ­тарҙың да тарихи асылын юғалтыуына килтерә. “Цивилизация” эҙләп, йөҙөбөҙҙө әле Европаға, әле Азия тарафына борғолаһаҡ та, Рәсәй күп милләтле халыҡ йәшәгән аграр ил булды, шулай булып ҡаласаҡ. Беҙҙең көсөбөҙ шунда — Ергә берегеүебеҙҙә!

Демографик хәлде нисек яҡшыртырға?

Йыш ҡына илдә демографик хәлдең ҡырҡыу тороуы тураһында һөйләйбеҙ, ғалим, сәйәсмәндәр, табиптар, башҡа белгестәр яр һала. Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә төрлө программалар ҡабул ителә, ил тарихында ғүмерҙә булмағанса әсәлек капиталы булдырыла...
Эйе, быларҙың барыһы ла хәлде күпмелер кимәлдә үҙгәртә, ләкин тамырынан түгел. Ил халҡы, шул иҫәптән тыуым да кәмей. Бөгөн 147 миллионға яҡын тирәһе кеше йәшәй, 30 йылдан иһә 132,7 миллионға төшөүе ихтимал, тип әйтелә БМО-ның иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр буйынса департаменты сығышында. Ҡала халҡы 74,43 процентты тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда, башлыса ауыл халҡының кәмеүен фаразлайҙар: әлеге 36,8 миллион кешенән 22,1 миллионға ҡалыуы бар.

Шулай ҙа, белгестәр фекеренсә, бынан сығыу юлы бар — ауылдарҙы һаҡлау. Улар ғүмер буйы илдең демографик хәлен көйләп торған. Эйе, ҡалаларҙа ла ишле ғаиләләр бар, ләкин улар дөйөм ил күләмендәге хәлде әллә ни үҙгәртә алмай. Быларға “европаса” йәшәгән ғаиләләрҙе, айырылыш­ҡандарҙы, аборт­тарҙы, түлһеҙлекте ҡушһаҡ, ҡалғаны һүҙһеҙ ҙә аңлашыла торғандыр. Нисек кенә булмаһын, ауыл тормошо үҙе үк күмәкләп йәшәүҙе талап итә: быуындар күсәгилешлеге, тамырҙарыңды белеү, уның асылын аңлау, йолаларға тоғролоҡ, хатта ауыл кешеһенең ғәҙәти көнитмеше лә.

Һабаҡ алырлыҡ күренештәр

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә булған барлыҡ үҙгәрештәр ҙә ауылдарға — крәҫтиән иңенә ауыр һынау булып ята. Революциянан, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, ауыл менән ҡала араһындағы “тигеҙһеҙ” айырмалыҡтарҙы бөтөрөргә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлеш алырға ғына тотонғайнылар, тағы “перспективаһыҙлыҡ” ҡамасауланы, 90-сы йылдарҙан һуң “үҙгәртеп ҡороу” башланды — һәр ҡайһыһы аяуһыҙ “балта”һын һелтәй барҙы. Ниңәлер беҙ иң тәүҙә ҡаршылыҡтарҙы үҙебеҙ тыуҙы­рабыҙ ҙа, һуңынан “ура” ҡысҡырып, еңергә, ошо маҡсатта миллиардтар бүлергә тотонабыҙ. Аҙаҡ тағы төҙөгәнде емерәбеҙ, иҫкеһен һүтәбеҙ, йәнә килеп “яңылышҡаныбыҙҙы аңлайбыҙ”, нигеҙ генә ҡора башлағанын ҡабат ватабыҙ. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа китергә түгел, Рәсәй Федерацияһының тәүге Президенты Борис Ельциндың 1991 йылдың 27 декабрендә ҡул ҡуйған “РСФСР-ҙа ер реформаһын тормошҡа ашырыу тураһында”ғы Указын ғына алайыҡ. Рәсәй халҡы өсөн иң мөһим мәсьәләне, парламенттан тыш, реформаторҙар Президент ҡарары менән генә хәл итте лә ҡуйҙы — колхоздарҙы тарҡатыу башланды. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ, көйләнгән механизмдан тыш.

Тарих ҡуласаһы әйләнә лә бер баҫа, тигән шикелле, асылда был 1917 йылғы инҡилаптан һуң алпауыттар ултырағын талаған һымаҡ килеп сыҡты. Ҡағыҙҙа ғына ер пайҙары бүленде лә, мөлкәт пайын ябай колхозсы түгел, ә ҡалъяға яҡыныраҡ булғандар һата, тарата башланы. Шулай ҙа Башҡортостан был йәһәттән үҙ позицияһында ҡалырға тырышты.

Башҡортостан халҡы ер һатыуға ҡаршы

1995 йылдың 17 декабрендә Дәүләт Думаһына һайлау менән бер рәттән ер мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙар ҡуйылды. Референдумда республика халҡының 82 проценты ҡатнашып, тауыш биреүселәрҙең 84 проценты ауыл хужалығы ерҙәрен һатыуға ҡаршы булды. Шулай итеп, Башҡортостанда 2005 йылға тиклем был мәсьәлә кисектереп киленде, ә 2006 йылдың 1 ғинуарынан бар төбәктә лә федераль ҡанундар үҙ көсөнә инде. Был иһә ауылдарҙа ете тиҫтәнән ашыу йыл йәшәп килгән системаны тамам емерҙе: колхоз-совхоздар менән бергә трактор-машина парктары ла, фермалар ҙа, ҡыҫҡаһы, эш урындары бөттө. Ә бит нәҡ ошолар ғына бәләкәй ауылдарҙы һаҡлап килә ине. Рәсәй ауылдары ҡапыл “ҡартайҙы”. Йәштәр ҡалмағас, башланғыс мәктәптәр ябылды... Ҡыҫҡаһы, белгестәр иҫәплә­үенсә, 90-сы йылғы реформа­ларҙан һуң ғына ла илдә 23 меңдән ашыу ауыл юҡҡа сыҡты.

Күп, бик күп яҙып булыр ине тарихта ҡалған, ләкин һабаҡ ала алмауыбыҙ арҡаһында әленән-әле килеп тыуған мәсьәләләр тураһында. Социализм төҙөйбөҙ тип, бынан быуат элек бер һелтәүҙә тырыш, үҙ көсөнә ышанып йәшәгән крәҫтиәнде “халыҡ дошманы” яһап, ерҙән айырҙылар, етмеш йылдан һуң “баҙар балтаһы” баш өҫтөнә күтәрелде лә инде “капитализм” ҡорор өсөн тағы ошо уҡ крәҫтиәндең “башы”на төштө. Бер генә ауылдың юҡҡа сығыуы ла ошо тирәләге ерҙәрҙең хужаһыҙға әйләнеүенә килтерә.

Бынан өс йыл элек бәләкәйерәк ауыл­дарҙы йәшәткән, әлегә тиклем тотоп килгән хужалыҡ итеү алымы булған шәхси ярҙамсы хужалыҡ­тарҙы шәхси эшҡыуар­лыҡҡа тиңләү кәрәклеге тураһында һүҙ сығып ҡалды. Нисә баш мал аҫрарға кәрәклеген күрһәтеп, лимитты ҡанун­лаштырып ҡуйырға кәрәклеге тураһында шаулашып алдылар. Йәнәһе, күпләп мал тоталар һәм ҡош-ҡорт аҫрайҙар — һалым түләмәйҙәр.

Ошо йәһәттән сығып, 2015 йылда илдең Премьер-министры Дмитрий Медведев шул тармаҡта эш иткән министр­лыҡтарға сентябрь аҙағынаса шәхси хужалыҡтарҙа мал тотоуға лимит индереү-индермәү буйынса мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Уға тиклем сикләү индереү кәрәклеге тураһында Ставрополь крайы губернаторы Владимир Владимиров селектор буйынса аграр кәңәшмәлә белдергәйне. Шуға ла кисекмәҫтән лимит булдырыу мәсьәләһе ҡалҡып сыҡты. Ярай әле ауыл хужалығы министры шәхси хужалыҡтарҙа илдә етештерелгән иттең 40 проценттан ашыуын тәшкил итеүен, импортты үҙебеҙҙең аҙыҡ менән алмаштыра барғанда уларҙың роле ҙур булыуын билдәләне. Ветеринар хеҙмәтте яҡшыртыу кәрәклеген дә билдәләнеләр. Шулай итеп, тармаҡҡа лимит индерел­мәне, йәғни кемгә күпме мал аҫрарға кәрәклеге тейелгеһеҙ ҡалды.
Өй буралары күтәрерлек ныҡлыҡ бар

Калькулятор төймәһенә баҫып, төрлө яҡтан йыйылған һандар килтереп, тик иҡтисадты уйлап, “отошло” йәки “отошһоҙ” яҡты ғына ҡарап хәл итеп булмай ауылдар яҙмышын. Был — үҙенә генә хас, башлыса үҙен үҙе ҡарап, хәстәрләп, меңәр йылдар буйы формалашҡан йолалары, үҙенсәлекле көнкүреше менән йәшәргә тырышып ятҡан йәшәү рәүеше. Беҙ Европа ла, бигерәк тә океан аръяғы ла түгел, беҙ — Рәсәй. Күп милләтле, күп төрлө ғөрөф-ғәҙәтле, бер ниндәй Европа стандартына ла һыймаған һәм һыйырға тырышырға кәрәкмәгән ил. Шуның менән көслөбөҙ ҙә. Бының асыҡ миҫалы — бәләкәй ауылдар. Ҡайһы саҡ йәнең әрней, ярай, тиһең, 90-сы йылдар башындағы “Правда” гәзитенең бүлек мөдире Егор Гайдар, сәскә һатыу буйынса тәүге кооператив ойошторған Анатолий Чубайстарҙан торған ул саҡтағы Хөкүмәт вәкилдәре ауылдар яҙмышын аңламаһын да, ти, ә бит һуңынан...

Йәнә аптыратҡаны тағы шул булды — Мәскәү мэры Сергей Собянин: “Бөгөн ауыл ерендә яңы технологиялар ҡул­ланып, ауыл хужалығы тауарҙары етеш­тереү мөмкинлеге булмаған 15 миллион самаһы “артыҡ” кеше йәшәй. Улар — йә чиновниктар, йә социаль хеҙ­мәткәр­ҙәр”, — тине. Үҙенең етәкселек вази­фаһын бәләкәй ҡасабанан башла­ған кешенең ауылдар яҙмышы тура­һында шундай еңел генә һығымта яһауы сәйер, әлбиттә. Ауыл тормошо бит ул мал, ҡош-ҡорт, һәнәк-көрәк тотоу ғына түгел.

“Мәскәүгә ҡарағанда ауылдарҙа хеҙмәт етештереүе күпкә кәмерәк” булыуы ла аңлашыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй ауылдар менән ҡала айырмаһы ғына түгел, район үҙәктәрендә лә йәшәү рәүеше — ер менән күк араһы. Шуға ла ошондай парадокс килеп сыға: ҙур ауылдар, район үҙәктәре саманан тыш ҙурая, киңәйә. Һыу, газ үткәреү, эсәр һыу еткереү ҙә ҡатмарлаша. Ошо иғтибар бәләкәй ауылдарға булһа, халыҡ үҙ ерендә төпләнер, мал аҫрап, ҡош-ҡорт тотоп, башҡа кәсеп асып та йәшәр ине.

Ауылдарыбыҙ тергеҙелһен ине

Бынан дүрт-биш йыл элек Силәбе өлкәһе этнографы Владимир Теплов “Рәсәй ауылдарының Хәтер китабы”н төҙөй башлай. Башҡортостан, Пермь крайы, Себер тарафтарын, Сыуаш Респуб­ликаһын, башҡа төбәктәрҙе үтә. Ғалим билдәләүенсә, иң аяныслы хәл Киров өлкәһендә икән. Унда 17 мең ауылдан биш меңе генә тороп ҡалған, тип әсенә ул. “Кешеләргә ауылда, бигерәк тә Көньяҡ Урал, Башҡортостан һымаҡ гүзәл тәбиғәтле ерҙә йәшәүе тыныс, шул уҡ ваҡытта файҙалы икәнен аңлатырға кәрәк”, — ти этнограф. Һуңынан былай тип өҫтәй: “Рәсәй Америка ла, Израиль дә түгел. Беҙҙең үҙ юлыбыҙ бар...”

Ысынлап та, Рәсәйҙең үҙ юлы бар. Тимәк, төшөнкөлөктән арына алыры­быҙ­ға шик юҡ. Ил буйлап алһаҡ, бөтөп барған еренән яңынан ҡалҡҡан ауылдар, утарҙар етерлек. Уйлап ҡараһаң, бик күп олигархтарҙың, ҙур-ҙур эшҡыуар­ҙарҙың бәләкәй генә ауылдарҙан сыҡҡандары бар. Улар бөгөн тыуған төйәгендә мәсеттәр, сиркәүҙәр һалдыра. Был да хуплауға лайыҡ. Шулай уҡ үҙ төбәгендә эш урындары асҡан кешеләр ҙә бихисап. Алда телгә алғанса, закон­дарыбыҙ ҙа, яҡшы программаларыбыҙ ҙа етерлек. Тик һәр башланғыстың элеп алыусылары, дауам итеүселәре, тор­мошҡа ашырыу­сылары, булғандарына ярҙам итеүселәре кәрәк. Беҙҙең халыҡ эшкә бик әрһеҙ, ҡайҙа ла үҙ-үҙен аямайынса тир түгә. Тик ошо тир сит илдәрҙә, Себер йәки башҡа тарафтарҙа түгел, үҙ тупрағыңа тамып, кескәй генә үҫентегә йән өрһә ине. Боронғо бабаларыбыҙ рухы шуны талап итә, киләсәгебеҙ ошоға өмөтләнә. Ҡый үләне баҫҡан баҡса, баҫыуҙар бөгөн һабан тоторлоҡ ҡулдар көтә. Мүкләнгән нигеҙ таштарында ла өй буралары күтәрерлек ныҡлыҡ бар...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511