Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иңендә — ил мәнфәғәте
Иңендә — ил мәнфәғәтеҠарт кешенең үлемен тотош китапхананың юҡҡа сығыуына тиңләү, миңә ҡалһа, дөп-дөрөҫ. Төптән уйлап ҡараһаң, изге кеше әллә күпме ҡиммәтле мәғлүмәтте үҙе менән бергә ахирәткә алып китә. "Шул тиклем тәрән фекер эйәһе ине", – тиҙәр, "уҡымышлы зат" тигән һүҙбәйләнеш тә бар, ошо инсандарҙың әҙәм балаһының күңеленә яҡтылыҡ өләшеүе, изгелек нурҙары сәсеүе һәр кемгә аңлашыла.
Күгәрсен районында булғанда оҙатып йөрөүсенән Мәҡсүт ауылының арҙаҡлы шәхестәре тураһында һораштым, бик күптәрҙең исем-шәрифен атаны яңы танышым, шулар араһында Разия Ҡолшәрипованы айырыуса оло ихтирам менән телгә алды.
Әмәлгә ҡалғандай, һуңғараҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Үткәндәргә бер әйләнеп" тигән публицистик мәҡәләләр һәм иҫтәлектәрҙән торған йыйынтығын ҡараштырып ултырғанда, "Ҡыҙыл галстуклы кеше" исемле очеркка юлыҡтым. "Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп үтке килә: ошо барыуҙа Баймаҡта, Темәс ауылында мин үҙемдең теге ваҡытта Мәҡсүттә ойошторған пионер отрядының иң әүҙем пионерҙарының береһе Разия Шәрипованы осраттым. Ул үҙе хәҙер тәрбиәсе, уҡытыусы, райондың алдынғы педагогтарының береһе икән", тиелә унда.
Тау менән тау ғына осрашмай, ә әҙәм балалары күрешеп тора. Ижадсы йәмле Талҡаҫ күле янындағы Иҫән ял йортонда һаулығын нығытҡанда, иркенләп әҫәрҙәр яҙғанда ерҙәшен осрата, үҙ сиратында ҡәләм оҫтаһы уның тураһында үҙенең ҡыҙыҡлы яҙмаларына индергән.
Ысынлап та, кем ул Разия Ҡолшәрипова, беҙ уның тураһында нимә беләбеҙ?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Разия Шәрифулла ҡыҙы етемлек тигән әсе һурпаны етерлек һемергән. 1912 йылда тыуған, әсәһенән йәшләй ҡалған. Күп тә үтмәй, атаһы икенсегә өйләнгән. Үгәй әсәй сит балаға күңел түренән урын бирергә теләмәй, йылы мөнәсәбәтен, хәстәрен йәлләй. Тыуған ауылының мәктәбендә уҡығанда ул Күгәрсен яҡтарында Зәйнәб Абдулла ҡыҙы ойошторған пионер ойошмаһына яҙылған. Бында тиҫтерҙәре араһында шундай рәхәт, күңелле, бөтәһе лә һине тиң күрә, берәү ҙә ҡырын күҙ менән ҡарамай. Отҡорлоғо менән алдырған, уҡыу алдынғыһы булып танылған, үҙен хатта пионервожатый итеп үрләткәндәр. Ә бына яҡындары янына ҡайтҡыһы килмәгән саҡтары ла булғылаған. Мәктәптәге йәнле тормошто өйҙәге менән сағыштырыу мөмкин дә түгел шул. Берәүгә лә кәрәкмәгән етем-еһерҙе ауылдан алыҫ булған Ташлы приютына тиҙерәк тапшырыу сараһын күреү — шуның бер асыҡ сағылышы. Шулай итеп, өҫтәлдән башы саҡ ҡына күренгән ҡыҙ өсөн сит ерҙә яңы тормош башлана. Уның ҡарауы, ул төрлө киҫкен хәлдән тиҙ сыға белгән. Ҡырҡ ата балаһы йәшәгән ерҙә сос булмай ҡара! Эйе, зиһенле бала сит мөхиттә юғалып ҡалмай. Бәй, бында уның яҙмышына һыу тамсыһылай оҡшаш малай һәм ҡыҙҙар йыйылған да баһа, күңелһеҙләнергә ваҡыты ла юҡ, етмәһә, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай...
Разия Ҡолшәрипова күңеле тулғанда көндәлек алып барырға яратҡан. Шуның бер битенә күҙ һалайыҡ.
"Бына 62-се йәшем менән барам. Ҡайҙарҙа ғына булманым, ниндәй генә ҡайғы күрмәнем, ауыр һүҙҙәр ишетеп, ҡыйынлыҡтарҙың һәр береһен баштан кисерҙем. Ә пионер, комсомол сафындағы алтын йәшлек, Каруанһарай башҡорт педагогия техникумында уҡыған йылдар йөрәктең онотолмаҫ ҡатында тороп ҡалған..."
Бәрәкәтле Ырымбур ере. Данлы Каруанһарай педагогия техникумы. Кемдәр генә ошо уҡыу йортонда ҡанат нығытмаған! Иҫәбе-һаны юҡ.
Разия Йылайыр урман-химия техникумында уҡып йөрөгәндә, "Ырымбурҙан мөғәллим килгән" тигән хәбәр үҫмерҙәр араһында йәшен тиҙлегендәй тарала. Уҡыу йорто менән танышырға килгән хәстәрлекле ағай, серле Каруанһарай тураһында һөйләп, тырыштарҙың йөрәгенә ут һала, уларҙы ҙур урында уҡырға саҡыра, шул иҫәптән Оло Эйек һылыуын да. Бындай осраҡта баш тартыу мөмкинме? Ул ике уйлап тормай, шунда уҡ ризалаша. Ә инде ҡалаға килеп белем эстәй башлағас, өҫтәүенә, ошо белем усағында үҙенең остазы Зәйнәб апаһының да уҡыуын белгәс, шатлығының иге-сиге булмай. Уҡыуға бар тырышлығын һала, үҙенең йәшлек зирәклеге менән һәммәһенең дә күңелен арбай.
"Мөхәббәт ғазабы" драмаһына билет алырға барҙым, шәл бәйләүҙән күҙем ял итер, исмаһам. "Гөлсөм Ташкенттан нисек ҡайтып еткән, ни хәлдә генә йәшәп ята икән?" – тип уйлай инем, Пионер урамы буйлап китеп барғанда, уны осраттым. Ә ҡайтышлай, китаптарға (китап магазины күҙ уңында тотола) инеп, Зәйнәб апайҙың китабын һатып алдым. Унда төрлө темаға яҙылған тигәс, моғайын да, Каруанһарай хаҡында берәй нәмә барҙыр тигәйнем, уйым дөрөҫкә сыҡты. Уны ла күрҙем, тыуған ауылым һәм минең турала ла бар икән."
Был юлдарҙы Р. Ҡолшәрипова 1973 йылдың 11 сентябрендә ҡуйын дәфтәренә теркәп ҡуйған.
Үҙе тураһында тигәндән, Разия Шәрифулла ҡыҙының ғүмеренең күп өлөшө Баймаҡ тарафтарында уҙған. Техникумды тамамлағас, йәш белгесте Иҫке Сибай ауыл мәктәбенә йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрәләр. Бер ҡасан да күрмәгән-белмәгән, бары тик китап аша ғына таныш Ирәндек, Һаҡмар, Талҡаҫ тарафтарына ҡанатланып юллана һәм башкөллө яуаплы мөғәллимлек эшенә сума. Ҡыҙыҡ, уҡыусыларының ҡайһы берҙәре уның йәшендә. Әлбиттә, мөлдөрәшеп күҙенә генә ҡарап ултырған үҫмерҙәр алдына сығып баҫыу тәүге көндәрҙә уға еңелдән булмаған. "Ышанысты аҡларға кәрәк, мин бөтәһен дә булдырам!" Девиз ролен үтәгән һүҙҙәрҙе ул хәтеренә һалып ҡуя. Ныҡышмал уҡытыусы бар кәртәләрҙе лә йырып сыға. Уҡытыусының үҙе янып, башҡаларға яҡтылыҡ өләшеүсе шәм икәнен шул осорҙа бөтә йөрәге менән аңлай.
Һәр беребеҙҙең тормошонда иҫтәлекле ваҡиға була. 24 йәшлек педагогты Башҡортостан исеменән Мәскәүгә Советтарҙың ғәҙәттән тыш X съезына делегат итеп һайлайҙар. Был дата СССР-ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителеүе менән иғтибарға лайыҡ. Яҡташыбыҙҙың ил өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ сәйәси сарала ҡатнашыуы күп нәмә тураһында һөйләй. Был мәл Разия Ҡолшәрипованың 1-се Этҡол ауыл мәктәбендә эшләгән йылдарына тура килә.
Көндәлектә яҙылыуынса, 1936 йылда Башҡортостандан 29 делегат Мәскәүгә юлланған. Оло сара Кремлдең Ҙур залында үтә. Съезды Михаил Калинин асҡан, ә төп докладты Иосиф Сталин һөйләгән. Редакция комиссияһы ике көн буйы Конституцияға өҫтәмәләр индереү, уны төҙәтеү өҫтөндә эшләгән, ә 5 декабрҙә Төп Закон ҡабул ителгән. Аҙаҡтан Ҡыҙыл майҙанда байрам парады уҙған. Тәнәфестә Михаил Иванович Уралдан килгән делегация янына барып, улар менән әңгәмәләшкән, ә сәскәләй балҡыған Разиянан ҡайҙа ниндәй вазифала хеҙмәт күрһәтеүе тураһында һорашҡан. (Ә әлеге мөһим ваҡиғаға тиклем ул йәштәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар съезына делегат итеп һайланған, унан да бай тәьҫораттар менән ҡайтҡан).
Уҡытыусылыҡ һәм йәмәғәт сараларында ҡайнауҙан тыш, Разия Ҡолшәрипованы күптәр хәбәрсе тип тә белә. Айырыуса "Сибайский рабочий" гәзите менән тығыҙ бәйләнеш тотҡан, республика гәзиттәренә лә яҙышҡан. Баҫмалағы мәҡәләнән өҙөк килтермәһәк, яҙмаларым тулы булмаҫ кеүек. Баш ҡаланан ҡайтҡас, хәбәрсе күргән-кисергәндәре менән ихлас уртаҡлаша. "Мәскәүҙә саҡта костюмдарҙы күргәҙмәгә ҡуйҙыҡ, ҡунаҡтарға милли кейемдәрҙе күрһәттек. Делегацияға Темәстән Әбүбәкер Хөсәйенов етәкселек итте. Мәскәүҙәр башҡортостандарға айырыуса ҙур иғтибар бүлде, ҙур хөрмәт менән ҡараны, ҡунаҡтар тарафынан беҙгә ҡыҙыҡһыныу көслө булды", тиелгән баҫмала.
Разия Шәрифулла ҡыҙы ғүмеренең аҙағынаса Сибай ҡалаһында йәшәгән (83 йәштә йөрәге тибеүҙән туҡтаған). Өс баланы башлы-күҙле иткән, бөгөн һәр береһе әсәләре ише, ил үҫешенә тос өлөш индерә. Күп яҡлы талант эйәһе Разия Ҡолшәрипованың тормошо күптәргә өлгө.
Илдар АҠЪЮЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Зита Ишмухаметовна
    Зита Ишмухаметовна от 24.05.2012, 00:21
    Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары саялыҡ, батырлыҡ, ныҡышмал булыуҙары менән айырылып торалар. Һеҙҙең мәҡәләгеҙҙе уҡығас, Разия Ҡолшәрипова миҫалында быға тағы бер тапҡыр инандым. Яҙмышым ауыр тип зарланып тормаған, тормош юлын яҡты маҡсаттарына ҡарай бороп алға ынтылған.
    Мәҡәләгеҙ өсөн рәхмәт, Разия апайҙың тормошо бөгөнгө йәштәргә өлгө булырлыҡ. Беҙ халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен белергә тейешбеҙ. Шундай мәҡәләләр күберәк булһын ине!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840