Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙер бул! Һәр ваҡыт әҙер!
Бөгөн пионер ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә 90 йыл тула. Ошо уңайҙан республиканың ҡала һәм райондарында төрлө саралар үтә. Ғөмүмән, атай-олатайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың кемеһе генә пионер булманы икән? Бөгөнгө 30 йәштән үткән замандаштарыбыҙ ҙа бер йыл булһа ла ошо ойошмала торған. Элекке пионерҙар ялҡынлы йылдарҙы һағынып иҫкә ала. Ә һеҙ пионер сағығыҙҙы хәтерләйһегеҙме һәм ойошманың йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге ролен нисек баһалайһығыҙ?

Зәйнулла АЙЫТҠОЛОВ, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы, Өфө ҡалаһы:
— Хәтерләмәй ҡайҙа? Ул саҡта пионер булыу "текә" булыуҙы аңлата ине. Йәштәр өндәп түгел, ә ҙур теләк менән пионерға ылыҡты. Үҙем иһә башланғыс класты тамамлағас та пионерға инеп, туған мәктәбемдә ойошторолған әлеге хәрәкәт эшендә ҡайнаным. Хатта район пионер ойошмаһының ревизия комитетына етәкселек тә иттем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пионер хәрәкәтенең бәҫе төштө. Әлбиттә, республикала был хәрәкәт 20 йыл элек "Башҡортостан пионерҙары" исеме аҫтында яңынан тергеҙелде, әммә, кем әйтмешләй, заман башҡа — заң башҡа. Бөгөнгө йәштәр уны барыбер ҙә башлыса тарих күҙлегенән генә өйрәнә. Ә бит заманында ойошманың аңыбыҙҙы нығытыуҙа, маҡсаттарыбыҙҙы үҫтереүҙә роле ҙур булды.

Хәҙисә ИБРАҺИМОВА, мәғариф ветераны, Хәйбулла районы:
— Пионер йылдарын хәтерләй китһәң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр күп булды инде. Пионерға инергә теләгән йәштәштәрем менән бер рәттән мин дә Устав ятланым, ант бирҙем, етәкселәрҙең исемдәрен өйрәндем, ойошманың маҡсаттары, талаптары менән үҫтем. Пионерға алыныуымды әле лә хәтерләйем. Ул көндө минән бигерәк әсәйем нығыраҡ шатланды буғай. Пионер хәрәкәте ағзаһы булыуымды байрам һымаҡ ҡабул итте — тәмле бәлеш менән һыйланы, тәм-томон да теләгәнсә һатып алып бирҙе. Дөйөм алғанда, пионер тәү сиратта тәрбиә алыуҙа ҙур этәргес булды, минеңсә. Беҙ быны күңелебеҙ, аңыбыҙ менән аңлап үҫтек. "2"-ле алып ҡына ҡара — өлкән кластарҙа уҡыған комсомол ағай-апайҙар кәрәгеңде лә бирер. Ҡурҡыу түгел ине был, ололарға, йәмғиәткә, ғөмүмән, шул заманға хөрмәт билдәһе ине.

Азамат ӘХМӘҘИЕВ, шәхси хужалығы менән шөғөлләнә, Мәсетле районы:
— Ул заманда ир-егет өсөн өс баҫҡыстан үтеү шарт ине — пионер, армия хеҙмәте һәм коммунист булыу. Айырыуса пионерға алыныу абруйлы һаналды. Ҡыҙыл галстук тағып йөрөү, уны көн дә тиерлек йыуып, үтекләү әле лә хәтеремдә. Ғөмүмән, ул йылдарҙа пионер, комсомол хәрәкәтенә эләгеү, ысын мәғәнәһендә, дан кеүек тойола ине. Ниндәй генә сараларҙа ҡатнашһаҡ та, тәү сиратта ВЛКСМ ағзаһы булыу-булмауың менән ҡыҙыҡһыналар. Хатта армияға алынғанда ла комсомол булыуың төп шарт булды. Үҙемде шәп пионер йәки комсомол булдым тип әйтә алмайым, шулай ҙа совет балаһы икәнлегемде, совет идеологияһына тоғро ҡалырға тейешлегемде аңлап үҫтем. Уставты ҙур тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ менән ятлағаным иҫтә. Оҙаҡ йылдар һәр һүҙен хәтерҙә тоттом.

Әҙилә МӘХӘМӘҘИЕВА, хаҡлы ялда, Ишембай районы:
— Пионерға 1950 йылда индем. Район үҙәгенә беҙҙе мәктәптең комсомол ойошмаһы етәксеһе алып барҙы. Ара алыҫ. Аяҡта сабата. Илле километрҙа ятҡан район үҙәгенә йәйәү барҙыҡ. Яҙ ине, аяҡтар һыуланып бөттө. Ә кәйеф күтәренке, күңел көр — беҙ пионерға инәбеҙ! Комиссия алдында ҡаты һынау тотҡас, мине хәрәкәткә ағза итеп алдылар. Ниндәй генә һорау бирмәнеләр — "Нисек уҡыйһың?", "Ни өсөн пионер сафына инергә теләйһең?", "Ойошма ҡушҡан ергә теләһә ҡайһы ваҡытта ла барырға әҙерһеңме?" Йылдар үтеү менән үҙемә лә туған мәктәбемдә пионер эшенә етәкселек итергә яҙҙы. Был юлы инде йәш ҡыҙҙар менән егеттәрҙе район үҙәгенә мин йөрөттөм. Ул осорҙа ла талап ҡаты ине. Әле лә иҫемдә: бер уҡыусыма әсәһе Ә. Вәлидиҙең нәҫеле булғаны өсөн генә бәйләнеп бер булдылар. Бахыр бала илап, буҫығып бөттө. Бик ҡаты, әммә абруйлы, ихтирамлы, көслө ойошма булды ул пионер.

Радик КИНЙӘБУЛАТОВ, эшсе, Нефтекама ҡалаһы:
— Пионер сағымды хәтерләһәм, бер күңелһеҙ ваҡиға иҫемә төшә. Бер көн шулай галстугымды юғалттым. Бик ҡаты киҫәтеү алдым. Мине яуапһыҙлыҡта ғәйепләнеләр. Аҙаҡ, бер ауыҙ бешкәс, иғтибарлыраҡ булдым. Хәҙер уйлайым да шул йылдарҙағы тәртипкә хайран ҡалам. Бөгөнгө ҡайһы бер йәштәргә кәрәк ине ул пионер, комсомол хәрәкәттәре.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 612

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505