Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәттән бәхет табып
Йәштән өйләнешеп, сәстәренә сал төшкәнсә ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлын бергә үткән ғаиләләр һәр кемдә һоҡланыу тойғоһо уята. Сәйетбаба ауылында йәшәгән Нәүфилә менән Мөхәмәт Байбулдиндар ҙа – ихтирамға лайыҡ, өлгөлө ғаилә.

Уларҙың Октябрь урамының осондараҡ әллә ҡайҙан күренеп торған матур йорто ҡапҡа төбөнән үк сәскә-гөлдәргә күмелгән. Уттай ҡыҙыл сальвия, аҡ, көрән төҫтәге астралар һәм башҡа сәскәләр әле лә тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Йорт эсендә лә таҙалыҡ, бөхтәлек, урындыҡтарҙағы һуғылған балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, бәйләнгән әйберҙәр, бүлмә гөлдәре – барыһы ла өйгә йәм өҫтәй.

Гәүһәр туйҙарын ҡаршылаған ғаилә башлығы Мөхәмәт ағайҙан “Нисек таныштығыҙ? тип һорағас: “Кәләшемде минән дә алда инәйем күргән һәм бер күреүҙән оҡшатҡан. Кем ҡыҙы икәнен дә һорашҡас, баҫалҡы, һомғол буйлы, сибәр ҡыҙ мотлаҡ минең киленем булырға тейеш, тип уйлап ҡуйған”, — тип йылмайып яуап бирҙе. Күп тә үтмәй, Нәүфиләне һоратып яусы килә. Бер-береһе менән танышып, дуҫлашып та йөрөмәгән йәштәр шулай итеп ҡауыша.

Нәүфилә алты ир бала үҫкән Нәғимә менән Закир Байбулдиндар ғаиләһенә килен булып төшә. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тиҙәр бит. Нәғимә апай ауылда талапсанлығы, үткерлеге, уңғанлығы менән билдәле ҡатын була. Үҙенә оҡшап бөтмөр, егәрле Нәүфиләне ҡыҙы кеүек күреп ярата ул, бер ауыҙ һүҙгә килешмәй бер нисә йыл бергә йәшәйҙәр.

Бар һуғыш йылы балалары кеүек, ғаиләлә өлкән ул Мөхәмәт ағай ҙа йәшләй генә эшләй башлай – “Йондоҙ” колхозының һарыҡ фермаһында көтөү көтә. Хәрби хеҙмәткә алынып, өс йыл Германияла хеҙмәт итә. “Армиянан ҡайтып ике көн генә өйҙә торҙом да фермаға эшкә сыҡтым. Оҙаҡ йылдар ошонда эшләнем. Һуңынан бригадир миңә ағастан арба, сана эшләргә (был оҫталарҙы “шорник” тип тә йөрөткәндәр) тәҡдим итте”, – тип хәтерләй ул.

Балта эшенә оҫта Мөхәмәт ағай был кәсепкә лә ең һыҙғанып тотона һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозға ғына түгел, ауыл кешеләренә лә арба-сана, тәгәрмәстәр эшләй. Үҙ ғүмере эсендә өс йорт һала ул. Тәүгеһен атай нигеҙендә төҙөй. Һуңынан үҙҙәренә өй һалып, айырым йәшәргә сығалар. 1980 йылда тағы ла яңы йорт төҙөп, өй туйлайҙар.

Нәүфилә апай ҙа ғүмере буйы колхозда тир түгә. “Мин башҡар­маған бер эш тә ҡалмағандыр ул. Фермала һыйыр, бейә һауҙым, ҡымыҙ бештем, Теләпәйҙә бесән саптым, оҙаҡ йылдар сөгөлдөрҙә эшләнем. Шулай, Ҡолҡандағы һарыҡ фермаһында һарыҡ йөнө ҡырҡырға ҡуштылар. Башҡалар өстө өлгөр­гәндә, күршем Мәрйәм менән мин унар һарыҡ ҡырҡабыҙ. Эштән бәхет булды инде”, – ти Нәүфилә апай.

Һәр эштә лә алдынғы апайҙың һүрәте Почет таҡтаһынан төшмәй. Ауыл Советына депутат итеп тә һайлана. Нәүфилә апай менән Мөхәмәт ағайҙың фиҙакәр хеҙмәте бик күп Маҡтау грамоталары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән баһаланған. Алты бала әсәһе Нәүфилә Заһит ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән.

Байбулдиндар ғаиләһе өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ырыҫлы, бәрәкәтле йортта тәрбиәләнгән балалар, ата-әсәһенең ярҙамы менән, тормошта үҙ урынын таба алған. Өлкән улдары Әхәт ғаиләһе менән Татарстанда төпләнгән, ҡыҙҙары Рәүиә – Нефтекама ҡалаһында, Әхиәр – ауылда, Рәмилә менән Рәзимә – Салауатта, Рәзим Красноусолда донъя көтә. Һәр береһен уҡытып, башлы-күҙле итеп, әлеге көндә 11 ейән-ейәнсәрҙең, ике бүләнең уңыштарына ҡыуанып йәшәй Нәүфилә һәм Мөхәмәт Байбулдиндар. “Ғүмер буйы күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраныҡ.

Заманында бал ҡорттарын 50 баш тоттоҡ. Йыл һайын һуғымға һыйыр малы ғына түгел, ат та һуя торғайныҡ. Олоғайҙыҡ инде. Һыйыр малын, атты бөтөрҙөк, әле 20-ләп баш һарыҡ-кәзә, тауыҡ аҫрайбыҙ, бал ҡорттарыбыҙ ҙа бар, баҡса тултырып бәрәңге, ҡабаҡ, шәкәр сөгөл­дөрө, башҡа йәшелсә ултыртабыҙ, Аллаға шөкөр, быйыл улар барыһы ла ишелеп уңды”, – ти Байбулдиндар.

Нәүфилә апай әле лә кәзә һауып ҡымыҙ эшләй. Мөхәмәт ағайҙың ихатаһында ҡасандыр хужалыҡ эштәрендә күп ярҙам иткән “ГАЗ-53” йөк машинаһы, быйыл һатып алған мотоблогы бар. Ул шуның менән бесәнен дә саба, урманға ла йөрөй.

80 йәште уҙһалар ҙа, һаман да гөрләтеп донъя көтөп, бар донъя яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, гәзит-журналды ҡалдырмай уҡып, бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итә Байбулдиндар. “Иң мөһиме – балалар шатлығын күреп, именлектә, һаулыҡта йәшәргә яҙһын”, – ти улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518