Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырлай, бейей, шәл бәйләй

Һәүәҫкәр артист һалҡын һыу менән дә ҡойона.

Ҡартлыҡ килеп-килеп ҡарай,
Уны өйҙә тота алмай, —
тигән таҡмаҡ юлдары Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙына ҡайһылай тура килә, тип уйлап ҡуйҙыҡ, уны өйөндә тап итмәгәс. Баҡтиһәң, бөҙрәханаға маникюр, прическа яһатырға киткән. “Иртәгә район үҙәгенә концертҡа саҡырҙылар. Сәхнәгә сыҡҡас, матур күренергә кәрәк”, — тип шәп-шәп атлап ҡайтып етте ул бер аҙҙан.

Рәҡиә Әлмөхәмәтованың яҡташтары ҡушҡан икенсе исеме – “Күгәрсен һан­дуғасы”. Берәүҙекенә лә оҡшамаған көс­лө, сағыу тауышы өсөн шулай ололайҙар һәм райондағы концерттарҙан ҡалдыр­майҙар. Ғәжәп бит: йыр-бейеүгә әүәҫлеге менән айырылып бармаған ата-әсәһенең һигеҙ балаһы араһынан бер үҙенә генә моң, дәрт бирелгән!

Үҙешмәкәр артистан “Йырсыға ҡайҙа уҡып сыҡтың?” тип йыш һорайҙар икән. “Тәпке, салғы, балсыҡ – бар белемем шул”, — тип уйынлы-ысынлы яуаплай ул. 1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа донъяға килгәнгә күрә, Күгәрсен районының Яңауыл ауылы ҡыҙына “артист булам” тигән хыялын күңел төбөнә йәшерергә һәм бала ғына килеш колхоз эшенә егелергә тура килә. Шулай ҙа моңдан айырылмай – сөгөлдөр баҫыуында ла, сабынлыҡта ла ең һыҙғанып эшләр, йыр менән үҙен дә, башҡаларҙы ла дәртләндереп йөрөр була. “Йырға әүрәп, бер тонна сөгөлдөр үҫтереп тапшырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын”, — тип мәрәкәләп һөйләй ул 1983 йылдағы рекорды тураһында.

Тәүәкән ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны “Бәхет осоро” (“Возраст счастья”) тигән китап геройҙарын хәтерләтте. Уның авторы Владимир Яковлев, төрлө илдәргә барып, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң күптәнге хыялдарын бойомға ашырыуға өлгәшкән, хатта 100 йәштә белемдәрен һәм һәләттәрен үҫтереүҙән туҡтамаған һоҡланғыс кеше­ләр тураһында яҙа.

Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙы ла, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙен әле саҡ тормош тәмен тойғандай хис итә. Ире Фәтих Арыҫлан улы (ауыр тупрағы еңел булһын) менән биш бала үҫтереп, йыл әйләнәһенә колхоз эшен башҡарып, донъя бөтәйтәм тип, бала сағында күңел төпкөлөнә йәшереп ҡуйған хыялын да онотоп ебәргән икән. Тап шул осорҙа Тәүәкән мәҙәниәт йортонда “Сәнкем” фольклор ансамбле ойошторола, һәм уның өсөн ысын артист тормошо башлана: әленән-әле Башҡортостандың баш ҡалаһында һәм төбәктәрендә сығыш яһай, төрлө йыр конкурсында ҡатнаша, әхирәттәре менән репетицияға йөрөй.

Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙы моңо менән генә түгел, сәхнәлә үҙен тотошо, ыҫпайлығы йәһәтенән дә эстрада артис­тарынан ҡалышмай. “Бер күлдәкте ике тапҡыр кейеп сыҡмайым” тигән принцибы бар уның. Пенсияһы ай һайын тиерлек яңы сәхнә кейеме алырға етмәгәс, шәл бәйләп һата. “Мәләүездә йәшәгән ҡыҙым мамыҡты аялап бирә, мин иләйем, беребеҙ – ситен, икенсебеҙ уртаһын бәйләй. Быйылғы йәй ете шәл бәйләп, һәр береһен 2 500 – 3000 һумға һаттыҡ”, — ти йүнсел хужабикә.

Һәр йырсының тауышты һаҡлау буйынса үҙ сере була. “Күгәрсен һанду­ғасы” иһә тауышын һәм сәләмәтлеген нығытыу өсөн организмын сыныҡты­рыуҙан туҡтамай: теүәл 18 йыл һалҡын һыу менән ҡойона. “Бабайым мәрхүм булғанына 11 йыл. Һалҡын һыу менән ҡойонорға ул өйрәтте”, — тип Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙы ҡәҙерле кешеһен йылы хәтирәләр менән иҫкә ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840