Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр көндән йәм табып, көс алып

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры һаман сафта.

— Шундай матур һәм етеш тормошта йәшәүемә сикһеҙ шатмын, таңдарыбыҙ ҙа аяҙ һәм тыныс. Шөкөр, магазин кәштәләрендә әйберҙең, аҙыҡ-түлектең ниндәйе генә юҡ, һайлап ал, — ти Ишәле ауылынан райондың алдынғы һауынсыһы, хеҙмәт ветераны Таһира Мөхәмәтова. — Йәштәргә хәҙер ялҡауланмай тырышып уҡырға, эшләргә бөтә мөмкинлектәр бар, хөкүмәт тә ярҙамынан өҙмәй. Беҙҙең быуынға, әлбиттә, күпкә ауырға тура килде, шуға ла бөгөн һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәйбеҙ.

Изге күңелле, алсаҡ йөҙлө инәй бар ғүмерен малсылыҡҡа арнаған. Оҙаҡ йылдар “Коммунист” колхозында һауынсы булып эшләгән, әле хаҡлы ялда. Күптән түгел оло юбилейын 90 йәшен билдәләгән Таһира Мәүлит ҡыҙы һаман да теремек, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған.
Оҙон ғүмерле ағинәй 1928 йылда күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, өс һуғышта ҡатнашҡан атаһы ла был донъянан бик иртә китә. Ауыл мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләгән әсәһенә яңғыҙына балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуы ауырға төшә, ауылдың хөрмәтле кендек инәһе, имсеһе лә була ул.

Яҙмыш Таһира Мәүлит ҡыҙын иркәләмәй. Хеҙмәт биографияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ башлана: ун өс йәшлек ҡыҙ ололар менән бер рәттән колхозда ауыр эштә була, иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр хеҙмәт сынығыуы үтә.

— Эш ауыр тип илап ултырырға ваҡыт булманы, иркәләнергә атай йылыһы, әсәй наҙы етмәне. Әммә ололар алдында һынатманым, көсһөҙлөгөмдө күрһәтергә тырышманым, — тип хәтергә ала ул ваҡыттарҙы хеҙмәт ветераны.

Еңеү көнөн Таһира инәй яҡшы иҫләй, етенсе класта уҡып йөрөгән бу­ла. “Мәктәп уҡыусыларын ауыл хаки­миәте бинаһы янына демонстра­цияға йыйып, дошмандың тар-мар ителеүен әйттеләр. Халыҡтың ҡыуанғаны, шатланғаны һаман күҙ алдында, ҡатын-ҡыҙ илашып та, йырлашып та алды. Был һуғышта күптәр ирҙәрен, яҡындарын, туғандарын юғалтты, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡандарҙы айырыуса көтөп алдыҡ”, — ти Таһира инәй.
Артабан уға белем алырға мөмкин­лек тыумай. Ярлы ғына йәшәйҙәр, өҫтөнә кейеме, аяғына иһә итеге булмай. Йәш ҡыҙ, ғаиләгә ярҙам булһын тип, колхоз һарығын көтөргә сыға. Бер иптәш ҡыҙы менән айырым төркөм алып, 100 баш һарыҡты 160-ҡа ҡәҙәр үрсетеп, хужалыҡҡа тапшыралар. Уларҙың бындай хеҙмәт өлгөһө тураһында хәбәр тиҙ арала тирә-яҡҡа тарала. Таһира инәйҙе иптәш ҡыҙы менән Өфөгә радиоға саҡыралар. Үкенескә ҡаршы, ул баш ҡалаға бара алмай. Тырыш хеҙмәте өсөн ҡыҙҙы ул йылда Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләйҙәр.
Шул осорҙа ауылда һөтсөлөк фермаһы асылғас, Таһира Мәүлит ҡыҙы һауынсы булып эшкә урынлаша. Бында ла уңған ҡыҙ гел алдынғылар иҫәбендә була, быҙауҙарҙың үлеменә юл ҡуймай. Етәкселек тә уның эшенән ҡәнәғәтлек кисереп, йыш ҡына маҡтап телгә ала.

Бер йылдан һуң фермаға Түбәнге Тагил ҡалаһынан ҡара-сыбар тоҡомло 80 баш һыйыр малы алып ҡайтҡас, колхоз рәйесе Таһира инәйгә 15 баш һыйырҙы ышанып тапшырып, “һинең ҡулыңдан эш ҡурҡып тора, тырыш, бәлки, киләсәктә “герой” ҙа булырһың әле” тип йәш ҡыҙҙы дәртләндереп ҡуя. Таһира инәй һөт етештереү буйынса районда алдынғылар исем­легендә була. Уның малсы­лыҡтағы уңыш-ҡаҙаныштары тураһында Мәсетле районы гәзите хәбәрселәре лә: “Һауынсы Таһира Мөхәмәтова 1973 йылда һәр һыйырҙан 4068 килограмм, йәки 1972 йылға ҡарағанда, 455 килограмға күберәк һөт һауып, район һауынсыларының социалистик ярышында беренсе урынды алды. Туғыҙынсы биш йыллыҡта ла уның был сиктән тайпылырға уйы юҡ”, — тип яҙып сыға.

Юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Таһира Мәүлит ҡыҙы күп кенә маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Әммә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены уға бигерәк тә ҡәҙерле. Алдынғы һауынсы бер нисә тапҡыр социалис­тик ярышта еңеүсе тип таныла, СССР Ауыл хужалығы министрлы­ғының төрлө билдәләре менән дә бүләкләнә. “1941–1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, I дәрәжә “Әсәлек даны”, “Туғыҙынсы биш йыллыҡ ударнигы” кеүек билдәләргә лә лайыҡ була.

Таһира инәй ете балаға ғүмер бүләк иткән. Шөкөр, уларҙың барыһы ла белем алып, төрлө өлкәлә намыҫлы хеҙмәт итә. Яратҡан әсәй, һөйөклө өләсәйҙең 15 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре бар. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул теремек, аҡылы айыҡ, хәтере яҡшы. Һаман булһа илдә барған үҙгәрештәр менән ҡыҙыҡ­һынып, төрлө матбуғат саралары аша сәйәсәтте күҙәтә, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. “Бары тик илдә тыныслыҡ булһын, ә тыныс күк йөҙө матур йәшәргә, эшләргә мөмкинлек бирәсәк”, — ти Таһира инәй.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511