Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҫылташ”тың аҫыл йәштәре

Улар – милләт киләсәге!

“Аҫылташ” брендына ярашлы башҡорт мәҙәниәте форумы, башҡорт телендә дебаттар, Республика көнөнә арналған милли квест ойошторолдо, хәҙер яңы “Аҫылташ Х” проекты асылды.

Социаль селтәргә “матур кейенеп” ин

TED-конференция хаҡында ишеткә­негеҙ бармы? Булмаһа, бер аҙ аныҡлыҡ индереп үтәйек. Был төр сара тәү башлап 1984 йылда АҠШ-та уҙғарыла башлай. Уның төп маҡсаты – үҙенсәлекле идеялар таратыу. Теге йәки был өлкәлә юғары уңыштарға өлгәшкән шәхестәр TED-конференцияла сығыш яһай, тәжрибә уртаҡлаша, тыңлаусыларға кәңәштәр бирә.

“Аҫылташ Х” проекты тап ошондай конференцияларға нигеҙләнеп төҙөлгән. “Башҡортостан” Lifestyle үҙәгендәге залды шығырым тултырған йәштәр алдында бер төркөм спикерҙар төрлө темаға сығыш яһаны.

Йәмәғәтсе, элемтә агентлығының милектәше Роберт Дәүләтшин социаль селтәрҙәр хаҡында һүҙ алып барҙы. Ул йәштәрҙең уларҙы ниндәй маҡсатта ҡулланыуы хаҡында ҡыҙыҡһынды. Үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһе миҫалын, да һәр беребеҙҙең социаль селтәрҙәрҙә тәғәйен образ булдырыу, уларҙың кеше асылына үҙгәреш килтермәһә лә, монитор йәки дисплейҙың теге яғындағы кешенең сәхифә хужаһы хаҡында тап шул образ ярҙамында фекер йөрөтөүен аңлатты.

– Һеҙ нисектер, белмәйем, әммә мин берәй кеше менән танышыр алдынан уның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә һылтанмаһын һорайым, – тине Роберт. Егет һүҙен тамамлағанда һәр кемгә социаль селтәрҙәргә ингәндә “матур кейемдә булыуын” теләне.

“Спринт” алымының сере

Киләһе сығыш яһаусы Илдар Кинйәбулатов башҡорт интернет донъяһына яҡшы таныш, хатта ундағы төп фигураларҙың береһе. Ул, “Бәйләнештә” селтәрен тулыһынса башҡорт теленә тәржемә итеүҙән тыш, Андроид операция системалары өсөн башҡорт клавиатураһын уйлап тапҡан, шулай уҡ башҡа ҡушымталар авторы. Илдар үҙ сығышында барыһын да спринт тип аталған эш алымы менән таныштырҙы. Был ысул үҙең уйлап сығарған проектты биш көн эсендә яйға һалыуҙан ғибәрәт. Илдарҙың сығышынан түбәндәгеләрҙе аңлап, хәтерҙә ҡалдырыу мөһим:
– Беренсе көн. Төшөнөү. Фекерҙәрҙе дөрөҫ туплау өсөн стикерҙарға (бәләкәй ҡағыҙ киҫәктәре – авт.) башҡа килгән бар идеяларҙы яҙып, күҙгә күренгән урынға йәбештереп ҡуйыу. Икенсе көн идеяларҙы тәғәйенләштереүгә ҡайтып ҡала, уларҙы һигеҙ өлөшкә бүленгән ҡағыҙҙарға төшөрөп, эштең һәр бер процесын бер нисә этапҡа бүлеү мөһим. Өсөнсө көндә идеялар араһынан иң яҡшыларын һайлап алып, уларҙы бер сценарийға тупларға кәрәк. Көн аҙағында был идеяларҙан тулы бер схема килеп сығырға тейеш. Дүртенсе көн идеяларҙың прототиптарына китәсәк, йәғни уларҙың ябайлаштырылған формаһы өҫтөндә эш алып барыла. Бишенсе, йәғни һуңғы көндә был идея раҫлана, яҡлана.

Бер ишек ябылһа, икенсеһе асыла

“Бәхетле ҡатын, көрсөктән сығыуға илһамландырыусы, “Аиша” журналының креатив директоры һәм дизайнер” тип таныштырҙылар уның менән. Гүзәлиә Байҙың сығышы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә түгел, ауырлыҡтарға дусар булған ир-егеттәр өсөн дә үтә файҙалы:

– Һынау – ул ғүмер бүләге. Мин кешеләргә һынауҙарҙы үтергә ярҙам итмәйем, ә уларҙы был аҙымға илһам­ландырам. Кеше үҙенә үҙе ярҙам итә. Һәр кемдең үҙ һынауы. Был имтиханды һәр кем үҙ елкәһендә татырға тейеш. Зарланырға хаҡыбыҙ юҡ. Беҙҙең бурыс – үҙебеҙгә дөрөҫ һорауҙар биреү. Аллаһ Тәғәлә үҙенең яратҡан бәндәләренә һынау ебәрә, тиҙәр. Шуның менән бергә ул кешегә уны йырып сығырлыҡ көс тә бирә, – тине Гүзәлиә ханым һәм ябай, әммә матур миҫал килтерҙе: ҡарышлауыҡ та гүзәл күбәләккә әйләнгәнсе әллә нисә юл үтә бит.

Гүзәлиә Бай һынауҙарҙы йырып сығыу алгоритмын да уйлап тапҡан. Ул эсенә бер нисә пунктты һыйҙырған: ҡабул итә белеү, хаталарҙы аңлау кешенең юлын юғарыға илтәсәк; бер ишек ябылһа, икенсеһе асыла икәнлеген оноторға ярамай; алдағы яңы мөмкинлектәрҙән ҡурҡырға ярамай; хыялдарға бәләкәй аҙымдар менән дә барып була; һәр ваҡытта һәр күренешкә лә “эйе!” тип яуапларға, яңы асыштарға әҙер булырға кәрәк.
Гүзәлиә үҙе тормошон үҙгәртер һынауҙарға дусар булғас, оҙаҡ йылдар йәшәгән Санкт-Петербург ҡалаһын ҡалдырып Өфөгә ҡайта. “Тыуған ер – бишегебеҙ, ул беҙҙе бәүетә, тынысландыра. Ер-әсә тере, һәм ул беҙҙе һаҡлай” тине был хаҡта ул үҙе.

“Бер ишек ябылһа, икенсеһе асыласаҡ” тигәнгә лә үҙ тормошонан миҫал килтерҙе Гүзәлиә. Өфөгә ҡайтҡас, ул күптән хыял иткән дизайн, стиль тураһында яҙған бер журналға эшкә урынлашырға бара, әммә ниәте тормошҡа ашмай. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ҡайтып барғанда, башына ошо уҡ юҫыҡта үҙебеҙҙең башҡорт баҫмаларында эшләп ҡарау теләге уяна. Шулай итеп, ул “Шоңҡар” республика йәштәр журналында үҙ эшен башлай, мода, стиль темаларынан тыш, уңышлы йәштәр хаҡында мәҡәләләр яҙа, йыл аҙағында журналдың лауреаты була. Гүзәлиә әлеге көндә “Аиша” ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эксклюзив электрон журналының креатив директоры вазифаһын башҡара, уға тәүҙә баш мөхәррир креслоһын тәҡдим итһәләр ҙә, был эштең ижадҡа яҡын торған юлын һайлай.

– Һәр кемдең ғүмере үҙенсә матур. Һынып ҡалмағыҙ, тормошоғоҙҙа булған бар ваҡиғалар тик яҡшыға ғына, – тип тамамланы ул һүҙен.

Тауға нисек үрләргә?

Тамъян Ғәбитов сығышының тәүге минуттарынан уҡ аудитория иғтибарын һәм ихтирамын яуланы. Юғары маҡсаттар менән йәшәгән 24 йәшлек егет бизнес донъяһында тәүге аҙымдарын яһай. Беҙ Тамъян менән күптән таныш. Ул Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған сағында йәштәр советы президенты булды. Бынан һигеҙ йыл элек Мәғариф министрлығы тарафынан төҙөлөп, республикабыҙҙың гимназия-лицейҙарынан үҙҙәрендә лидерлыҡ сифаттары йөрөткән уҡыусы­ларҙы туплаған “Беҙ – Башҡортостандың киләсәге” ойошмаһының тәүге һәм берҙән-бер рәйесе. Үҙ артынан әйҙәй белгән, намыҫлы, маҡсаттарына ирешеүсән икәне шул йылдарҙа уҡ асыҡ сағыла ине, уның был сифаттары йылдар үтеү менән нығынған ғына.

Бизнеста юл башында уҡ тауға үрләү мөмкин түгел. Тамъян тәүҙә эшҡыуар­лыҡтың төрлө өлкәләрендә үҙен һынап ҡарай, даими рәүештә инвесторҙар эҙләү менән мәшғүл була. Кемдер ихлас тыңлай ҙа барыбер ҡыҙыҡһыныуын белдермәй, кемдер өмөтләндерә, аҡса вәғәҙәләй, әммә иң һуңғы минутта үҙ ҡарарынан баш тарта.

Тамъян Ғәбитовтың бөгөнгө бизнес-шөғөлө флэтшеринг тип атала.

– Һуңғы йылдарҙа киң билдәлелек алған хеҙмәтләндереү төрөн һәр кем беләлер: машина йөрөтөүгә хоҡуғы булған һәр кем телефонындағы махсус ҡушымта ярҙамында ҡаланың теләһә ниндәй нөктәһендә ҡуртымға автомобиль табып, уны шул уҡ ҡушымта ярҙамында асып, кәрәкле еренә барып етер өсөн ҡуллана ала. Хаҡы ла күпкә осһоҙораҡ. Беҙҙең бизнес-проектыбыҙҙың да форматы шул уҡ, әммә фатирҙар менән эш итәбеҙ. Эш сәфәрендә йәки сәйәхәттә йөрөгән һәр кем башҡа ҡалаларҙа телефонындағы ҡушымта ярҙамында фатир ишеген асып уны ҡуллана, ҡуртым хаҡын карта аша түләй ала. Беҙ был проектҡа 1,8 миллион һум аҡса йәлеп иттек, – ти йәш эшҡыуар.

Тамъяндың сығышы үҙен бизнес өлкәһендә һынап ҡарағандар өсөн дә файҙалы булды, ул инвесторҙарҙы нисек йәлеп итергә, уларҙы ҡайҙан табырға тигән һорауҙарға аныҡ яуап ҡайтарҙы.

Хыялһыҙ күңел – зәғиф күңел

Гәзит уҡыусыларыбыҙға күберәк сәйәхәтсе сүрәтендә таныш булған Денис Өмөтбаев был сарала бөтөнләй башҡа образда күҙ алдына баҫты. Юҡ, тышҡы ҡиәфәткә генә ҡағылмай был, егет һаҡалын ҡырып, костюм-салбар кейеп алыуҙан тыш, сығыш яһар алдынан: “Әйҙә, балаларса ҡыланайыҡ әле!” – тип тамашасыларға төрлө төҫтәге һауа шарҙары һелтәне. Баҡтиһәң, Денистың бөгөнгө сығышы үҙе тәржемә иткән Антуан де Сент-Экзюпериҙың “Бәләкәй шаһзат” әҫәре менән бәйле. Был һоҡланғыс повесть тәү ҡарашҡа балалар өсөн яҙылған төҫлө, әммә китаптағы һәр береһе ҡанатлы һүҙҙәргә торошло фекерҙәр менән таныша башлаһаң, “Бәләкәй шаһзат”тың тап ололарға бағышланғанын төшөнәһең.

“Ололарҙың бөтәһе лә элек бала булған. Әммә бының хаҡта уларҙың тик һирәктәре генә иҫләй”, – ти французса Экзюпери, ә башҡортса – Денис. Егет китаптағы һәр бүлеккә туҡталып ҡына ҡалманы, уларға төплө анализ яһаны, бөгөнгө тормошобоҙ менән параллель үткәрҙе. Мин уның фекерҙәрен тезис формаһында һеҙгә тәҡдим итәм:

- Бала саҡта кем икәнлегебеҙҙе онотоп, икенсе ҡиәфәткә күскәнбеҙ.

- Үҙенең фекере булған кешеләр шәхескә әүерелә. Бала саҡта һәр кемдең үҙ фекере була, был күренеште олоғайғас та ташламаһаҡ ине.

- Бала һөйөүе эскерһеҙ. Ул алмашҡа бер ни һорамай, һөйгән кешеһен уның барлығы өсөн генә ярата.

- Күпселек осраҡта бала саҡтағы дуҫлыҡ ғүмер буйына дауам итә.

- Үҙеңдең был донъялағы тәғәйенләнешеңде аңлар өсөн йөрәгеңде тыңлау мөһим.

- Балалар – иҫ киткес халыҡ. Уларҙың әлегә система ҡалыптарына яраҡлаш­маған баштарына иҫ киткес тос фекерҙәр килә. Кемдер был һәләтте өлкәнәйгәс тә һаҡлап ҡала.

- Хыялһыҙ күңел – зәғиф күңел.

“Һеҙҙә әле бала саҡта эйә булған көстәр ҡалдымы?” тип тамамланы Денис һүҙен. Был күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте.

Замана башҡорто кем ул?

Йырсы Рүзилә Йәмилева үҙ сығышында “Кем ул беҙҙең заман кешеһе?” һорауына яуап эҙләне:
– Заман, атап әйткәндә, беҙҙең милләт кешеһе тәү сиратта үҙенең башҡорт икәнен белергә, туған телендә иркен һөйләшергә, шулай уҡ сит телдә лә яҡшы аралашырға тейеш. Тарих, сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһынырға бурыслы. Мин үҙем күп сәйәхәт итәм, һәр илдә туристарҙан иң беренсе милләтеңдең тарихы менән ҡыҙыҡһыналар. Шулай уҡ хәҙерге заман башҡорто күп ерҙәрҙе күрергә, белем бирерлек, үҙаңды үҫтерерлек төрлө сараларға йөрөргә тейеш. Яңы асыштарға ынтылыу, әүҙем тормош алып барыу, кешеләргә ҡарата алсаҡ, асыҡ күңелле булыу, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороу кеүек сифаттар ҙа төп урынды алып тора.

Үҙ-үҙен һәм халҡын яратҡан, бер кимәлдә туҡталып ҡалмаған башҡорт – бына ниндәй ул замана башҡорто, Рүзиләнең фекеренсә. Ә бит талаптар бөтөнләй юғары ла, яулап ала алмаҫлыҡ ауыр ҙа түгел. Бары тик үҙ өҫтөңдә даими эшләргә, тормошто яратып, лайыҡлы йәшәй белергә генә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы йәш яҡташтар берекмәһе һәм “Йәш гвардия” йәштәр ойошмаһы тарафынан ойошторолған “Аҫылташ Х” проекты ысын-ысынында бер урынға башҡорт йәштәренең аҫылдарын йыйҙы, килгән һәр кемде яңы эштәргә, проекттарға, уйҙарға дәртләндерҙе. Халыҡҡа һәм милләткә файҙа килтереү теләге менән янған ҡыҙҙарға һәм егеттәргә уңыш юлдаш булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511