Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лилиә ҒҮМӘРОВА: “Хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә берҙәм система кәрәк”

Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яҡлаулы булһын.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, социаль учреждениеларҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә берҙәм системалы ҡараш булырға тейеш, тип белдерҙе, балалыҡты яҡлау һәм уҡыу процесының хәүефһеҙлеге мәсьәләһе һәр ваҡытта ла өҫтөнлөклө булып ҡалыуын билдәләне. Һүҙ, белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары менән бер рәттән, социаль приюттар, ҡарттар йорттары тураһында ла бара.

Октябрҙә Керчта булған фа­жиғә йәмәғәтселекте тетрәт­кән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып тарихҡа инеп ҡалды. Ҡот осҡос енәйәтте тикшереү, уның сәбәптәрен асыҡлау эштәре бара, шул уҡ ваҡытта ошоға оҡ­шаш ваҡиғаларҙың, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ҡабатланып тороуы йәмәғәтселекте лә, ил етәкселеген дә ныҡлы борсоуға һалды, иҫкәртеү сараларын арттырыу мөһимлегенә инан­дырҙы. Сенатор фекеренсә, социаль учреждениеларҙа хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеүҙең берҙәм системаһы булдыры­лырға тейеш.

...Проблемалы үҫмерҙәр, өлкәндәр иғтибарынан, ғаилә йылы­һынан мәхрүм балалар элек тә булған, бөгөн дә бар. Мәгәр уҡыу йортона шарт­латҡыс, балта йә ҡорал килтереп, бер ғәйепһеҙ балаларға, уҡытыу­сыларға һөжүм итеү осраҡтары ишетелмәй тор­ғайны. Әммә һуңғы осорҙа бындай хәлдәр йышая. Мәғлүм булыуынса, быйыл, оҙайлы ҡыш­ҡы каникул тамамланып, балалар мәктәпкә барыу менән, Пермь ҡалаһынан көйөнөслө хәбәрҙәр килде: урындағы 127-се мәктәпкә һөжүм иткәндәр; енәйәтселәр һунар бысаҡтары менән дүр­тенсе кластан тиҫтә­нән ашыу уҡыусыны һәм уҡытыусыны ҡаты яралаған. Аҙаҡ асыҡла­ныуынса, вәхши­лек­те мәктәп­тең 16 йәшлек элекке уҡыусыһы һәм шунда туғыҙынсы класта белем алып йөрөгән үҫмер ойошторған.

Башҡа һыймаҫлыҡ хаяһыҙ­лыҡты ишетеп-кисереп тә өлгөрмәнек, шундай уҡ насар хәбәр Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһынан килеп етте. Улан-Удэнан егерме саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сосновый Бор ҡасабаһында 16 йәшлек үҫмер мәктәпкә һөжүм иткән: тәүҙә үҙе яһаған шартлатҡысты класҡа ташлап, янғын ойош­торған, унан йүгереп сыҡҡан балаларға балта менән ташланған. Бында ла тиҫтәгә яҡын уҡыусы һәм уҡытыусы ҡаты яраланған.

Пермь, Улан-Удэ, Силәбе, Ульяновск, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙағы ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың шаңдауынан арынып та өлгөрмәнек, апрелдә яңылыҡтар таҫмаһын Стәрле­тамаҡтан килгән насар хәбәрҙәр тултырҙы: ҡала мәктәптәренең береһендә үҫмер класташтарына һөжүм иткән, унан каби­нетҡа ут төрткән, бер нисә кеше яраланған. Һәм бына – Керчь фажиғәһе... Тормошта үҙ урынын таба алмаған, яңғыҙлыҡтан йонсоған 18 йәшлек студенттың вәхшилеге һөҙөм­тәһе – һәләк булған ике тиҫтә ҡорбан, емерелгән тиҫтәләрсә яҙмыш һәм яуапһыҙ ҡалған меңдәрсә һорау.

Был ни хәл? Йәш быуындың мейе­һенә оялаған яңы эпидемиямы? Интернет зәхмәтеме? Әллә йәмғиәтебеҙҙең тын алышын тойорға өйрәткән заман күренешеме? Ә бит, төптән уйлап ҡараһаң, хәл уғата ҡур­ҡыныс. Кем балаһын баҡсаға, мәктәпкә йөрөтә, колледжға йә университетҡа оҙатып ҡала, хәлде аңлап тора: хәүефһеҙлек мәсьәләһе йәмғиәтебеҙҙең быға тиклем булмағанса көнүҙәк, киҫкен пробле­маһына әүе­релде.

Мәғлүм булыуынса, енәйәт­сел атрибутиканы, суицидаль кәйефте, үлем-үлтереште пропагандалаған сайттар виртуаль киңлектә иҫәпһеҙ-һанһыҙ, психикаһы нығынмаған балалар ошо төркөмдәрҙә күпләп аралаша. Үрҙә телгә алынған енәйәтсе үҫмерҙәр ҙә үлемде культ итеп күтәргән төркөмдәрҙә тор­ған, мәктәпкә һөжүмде алдан планлаш­тырған, был хаҡта йәштәштәренә бәйән иткән. Тик уларҙың мауығыуын, пландарын, яҙмаларын берәү ҙә етди ҡабул итмәгән. Аяныслы һөҙөм­тә иһә билдәле...

Ә ҡалғандарға нимә эшләр­гә? Бындай һөжүм башҡа бул­маҫ, ҡабатланмаҫ тигән гарантияны кем бирә ала? Әлбиттә, бер кем дә.
Әйткәндәй, эш үткәс, һәр осраҡтан һуң хәүефһеҙлек мәсьәләһенә дәррәү тотоналар. Уҡыу йорттарында мәғлү­мәти эш йәйелдерелә, ата-әсә, аҡса йыйып, махсус һаҡ агентлығы вәкил­дәрен яллай, ҡатмарлы тикшереү пункты ойоштора – учреждение етәкселегенең һәм ата-әсәнең нимәгә фантазияһы һәм аҡсаһы етә тигәндәй. Әммә, күреүебеҙсә, ҡайһы бер осраҡ­тарҙа был ғәмәлдәрҙән файҙа юҡ. Шуға күрә социаль объект­тарҙағы хәүефһеҙлек мәсьә­ләһе заман күренештәренән, талаптарынан, үҙгәрештәрҙән сығып, һәр йәһәттән үлсәп хәл ителергә тейеш, иң мөһиме – уның власть органдары күҙәтеүе аҫтында булыуы зарур.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үҙенең һүҙҙәре менән тап ошоно ҡеүәтләй ҙә: социаль учрежде­ниеларҙың үҙенсәлек­тәрен иҫәпкә алып, хәүефһеҙ­лек тәьмин итеүҙең берҙәм системалы алымдарын булдырыу, комплекслы ҡарарҙар ҡабул итеү фарыз. Әле был мәсьәлә төрлө финанс һәм ойоштороу мөмкинлектәре булған социаль объекттар етәкселәре ҡарама­ғында тора. Сенатор әйтеүенсә, берҙәм федераль программа ошо учреж­дение­ларҙағы хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәлә­ләрҙе хәл итергә ярҙамла­шасаҡ. Атап әйткәндә, махсус ҡоролмалар һатып алыуға, һаҡлаусы фирмаларҙы лицен­зиялауға, уларҙың эшмәкәр­леген контролдә тотоуға һ.б. булышлыҡ ҡылынасаҡ.

Лилиә Ғүмәрова белдере­үенсә, балаларға һәм педа­гогтарға һөжүм итеүҙең йыш ҡабатланыуын иҫәптә тотоп, йыл башында Федерация Советы рәйесе Валентина Матви­енконың ҡушыуы буйынса ошондай ваҡиғаларға ҡағылыш­лы көнүҙәк проблемаларҙы тикшереү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу өсөн махсус майҙансыҡ булдырырға ҡарар ителгән, шулай уҡ уҡыусы­ларҙың агрессивлығына комплекслы яуап биреү өсөн махсус эш төркөмө ойошторолған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518