Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡара алтын” — ҡара төпкөлдәрҙә
Ишембай нефть ятҡылыҡтары асылыуға — 80 йыл
Башҡорт халыҡ ижадында тупланған хазиналарҙың, әҙәм күҙенән йәшерелеп, ете ҡат ерҙең ҡуйынында һаҡланыуы һәм уларҙы кәртәләүсе ҡапҡаларҙың фәҡәт изге ниәтле кешеләр алдында ғына асылыуы тураһында әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр бихисап. Шулай, “Тау сере” тип аталған риүәйәттә йыуылған алтын тулы һандыҡты тау ҡуйынынан күп кешеләрҙең эҙләп яфаланыуы, әммә хазинаның һис кемдең дә ҡулына эләкмәүе тураһында бәйән ителә.
“...Ҡурғанды күптәр ҡаҙып ҡарай. Бер бай киржак казагы, тотош әртиле менән килеп, йәй буйы ҡаҙынһа ла, бер эш тә ҡыра алмай. Тау түбәһен көнө буйы ҡаҙыһалар ҙа, иртән тороуға соҡорҙары тап-таҡыр булып ята икән. Бай казак тау башына ҡарауыл ҡуйҙырып та, сихырсылар килтереп тә ҡарай. Бер ниндәй ҙә файҙаһы булмай. Әртиле, тырышып-тырмашып, хәлдән тайып бөтә. Ахырҙа ғәрлектәренән лас иттереп бер төкөрәләр ҙә һемәйеп ҡайтып китәләр.
Хазина табыр өсөн бик ҙур баш кәрәк, ти. Ә ундай баш табылғансы, хазина, эйәһен көтөп, һаман да ята бирә, ти!”
Башҡортостан нефте, ошо хазинаға тәү мәртәбә юлығыусылар, ғөмүмән, республикабыҙҙың булмышын үҙгәрткән “ҡара алтын” һәм нефтселәр яҙмышы тураһында уйланғанда әлеге риүәйәттең хәтерҙә яңырыуы ғәжәп түгелдер. Миллиондарса йыл буйына тәрәндә үҙ мөҙҙәтен көтөп ятҡан хазинаның сере егәрле лә, изге күңелле лә, илем, халҡым тип йөрәкһегән кешеләргә асылыуы ғәжәпләндермәй.
Туҡтап, артҡа ҡайырылып бер күҙ ташлаһаң, уҙған юлға, елдәр кеүек елдереп үткән йылдарға хайран ҡалырлыҡ. Башҡортостан нефтселәре 1980 йылдың 4 июлендә үҙ ятҡылыҡтарынан бер миллиард тонна нефть алыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Йәнә ике йыл ғүмер үтеп тә өлгөрмәне, Башҡорт АССР-ында нефть сәнәғәте хасил булыуға илле йыл тулыуҙы билдәләнек. Баҡтиһәң, быйыл 16 майҙа Башҡортостанда “ҡара алтын”дың тәүге тоннаһын алыуға һикһән йыл тула. “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының яңы хужаларына әлеге түңәрәк дата, тарихи көн нимәлер тураһында һөйләйме-юҡмы, иллә хәтере яңылышмаған нефтселәр матур май көнөндә боронғо Ишембай ауылы эргәһендәге 702-се вышка тирәһенә мотлаҡ йыйылыр ине. Ә “өләсәй-вышка” тип йөрөтөлгән мемориаль һәйкәл күпте күргән, унан да күберәкте ишеткән.
Бөгөнгөнө төптән аңлау һәм киләсәкте күрә алыу өсөн иң тәүҙә үткәнде, халҡыңдың тарихын һәйбәт белергә кәрәк. Уҙған илле йылды хәтерләп, туласаҡ һикһәнде уйлап ултырһаҡ та, уларҙан алда Башҡортостан нефте тарихының инеш һүҙе лә булған бит. Башҡорттар көн иткән ерҙәрҙә нефть табыуға өмөт ХVIII быуаттың икенсе яртыһынан уҡ уянған. Был йүнәлештә хәтһеҙ тырышлыҡтар ҙа һалынған. Әммә нефть эҙләү — осһоҙло эш түгел, һәм дәртле кешеләрҙең тәүәккәллеге мәғлүмәт етмәүгә йә иһә аҡса наҡыҫлығына осрап һүрелә торған.
Шулай ҙа, күптәребеҙгә мәғлүм булһа ла, тарих сәхифәләрен яңыртыу артыҡ булмаҫ. 1753 йылда Ҡазан юлы старшинаһы Нәзир Уразмәтов улы Йосоп һәм йәнә бер-ике ауылдашы менән бергәләп Берг-коллегияға үтенес ҡағыҙы яҙа һәм үҙҙәре йәшәгән тирәләге кескәй генә бер күлгә нефть һарҡып сығып ятыуын хәбәр итә. Башҡорттар ҡайһы урында нефть заводын төҙөү уңайлыраҡ булырын да өҫтәп ҡуя. Ул заводты хатта төҙөй ҙә башлайҙар, әммә Нәзир Уразмәтовтың вафат булыуы сәбәпле, эш туҡтап ҡала.
Тағы ла ете йыл үтеүгә, Өфө алыпһатары Санеев менән башҡорт старшинаһы Яҡшымбәков Инйәр йылғаһы буйында нефть ятҡылыҡтарының булыу ихтималлығын властарға еткерә. Йәнә өс йылдан шул тирәләрҙәге нефть тураһында башҡорт старшиналары Урмансы Миңлебаев менән Яҡшымбәт Урасовтан да хәбәр килә. Бер үк ваҡытта Нәзир Уразмәтовтың үтенесендә күрһәтелгән урындарға академик Петр Паллас бара һәм “Рәсәй империяһының төрлө провинциялары буйлап сәйәхәт” китабында “башҡорттар ыҫмалалы һыуҙы ауыҙ ҡыуышлығы боҙолғанда һәм тамаҡҡа сиҡан сыҡҡанда сайҡатыу өсөн генә файҙаланмай, бәлки нефттең үҙен тырышып йыя”, — тип яҙған.
Уралдан килгән хәбәрҙәрҙең ғалимдарҙы ҡыҙыҡтырыуы тураһында икенсе миҫал да дәлил була ала. 1770 йылда Фәндәр академияһының данлыҡлы сәйәхәтсеһе академик Иван Лепехин етәкләгән экспедиция ойошторола. Ул башҡорттар күрһәткән урындарҙы ҡарап сыға ла “тау нефтенән торған кескәй генә инеште”, шулай уҡ “Ағиҙел йылғаһына төшөп ятҡан ҡуйы асфальтты” күрә. И.И. Лепехин: “Әгәр ошо урындарҙы тейешле рәүештә эшкәртеүгә фарман булһа, хеҙмәт һәм хәстәрлек юғалып ҡалмаясаҡ тигән һығымтаға килергә мөмкин”, — тип яҙа. Ләкин ғалимдың тәҡдиме илтифатһыҙ ҡала.
Ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһында, сәнәғәттең йылдам үҫеүе, Рәсәйҙең көньяғында, айырым алғанда, Баҡы менән Грозныйҙа, нефть промыслалары барлыҡҡа килеүе айҡанлы, ғалимдар һәм эшҡыуарҙар Волга менән Урал араһындағы нефть булыуы ихтимал ҙур майҙандарға иғтибар йүнәлтә. Тау инженерҙары корпусы ғилми комитеты ҡушыуы буйынса 1863 йылда Волга буйын тикшергән профессор Г.Д. Романовский Урал-Волга төбәгендә нефть булыу ихтималын шулай фаразлаған: “Тамсылап ҡына өҫкә сыға торған тау майының разведкалаусыларҙың иғтибарына лайыҡ түгеллеген һәм уның ер аҫтында бай тупланып ятыуын белдереүсе дәлил була алмауын кем раҫлай ала? Быға нигеҙ юҡ”. Һәр хәлдә, Романовский нефттең девон йәки таш күмер ҡатламдарында булыуын, Пермь ҡатламдарын аҫтан ярыҡтар үтеп килеүсе “тау майын” йыйған урын рәүешендә ҡабул итеү кәрәклеген тәү мәртәбә күҙаллаған. Г.Д. Романовскийҙың фекерен Ҡазан университеты профессоры А.А. Штукенберг менән академик Алексей Петрович Павлов та ҡеүәтләгән. ХIХ быуаттың 60–80-се йылдарында Урал-Волга тирәһендә нефть ятҡылыҡтарын разведка өсөн быраулау ярҙамында табырға маташыуҙар булған. Һамар алпауыты Малакиенко менән американ эшҡыуары Шандор хәҙерге Һамар өлкәһе биләмәләрендә Волга, Суҡ һәм Шишмә ярҙарында скважиналар быраулаған, шахталар ҡаҙып ҡараған. Ә Никеров менән Попов атлы кешеләр Бурансы ауылы тирәһендә эҙләнеү алып барған. (Бурансы ауылы 1940 йылдан Ишембай ҡалаһы эсендә йотолоп ҡалған). Эшҡыуарҙар, әлбиттә, нефть барлығына ишараны тапҡан, ләкин, скважина бырауланмағас, уның эшкәртерлек ятҡылыҡтарына юлыға алмаған.
Ошо уңышһыҙлыҡтар Пермь ҡатламдарында нефттең күптән түгел генә хасил була башлауы һәм Урал-Волга буйы төбәгендә ҙур нефть ятҡылыҡтары эҙләүҙең файҙаһыҙлығы тураһында уйҙырмаларҙың килеп сығыуына этәргес биргән. Бындай фекерҙе геологтар С. Ерофеев, А. Краснопольский һәм Башҡортостандың көньяғында беренсе булып тикшеренеүҙәр алып барған, ошонда нефть сығанаҡтарын тапҡан В. Меллер ҙа яҡлаған.
Шулай ҙа эшҡыуарҙар эҙләнеүҙәрен дауам иткән. Ун туғыҙынсы быуаттың 90-сы йылдарында Бурансы, шулай уҡ Ишембай ҡалаһы эсендә тороп ҡалған Көҫәпҡол ауылдары тирәһендә Стәрлетамаҡ башлығы А. Дубинин, тәүҙә Өфөнән эшҡыуар Рәжәпов, артабан инженер Евреинов менән бергәләп, разведкалау эштәре алып барған. Туҡһан бер метрға төшкән скважиналар ыңғай һөҙөмтәләр килтермәгән, ләкин А. Дубинин, ошо төбәктә күпләп сығарырлыҡ нефттең булыуынан төңөлмәй, разведкалау эштәрен ҡаҙна иҫәбенә ойоштороуҙы юллаған.
Ишембай ауылы янында разведкалауҙы 1910 йылда А. Срослов башлап ебәргән. 1914 йылға тиклем ул 27-нән 100 метрға тиклемге биш скважина быраулаған, 20 метр тәрәнлегендәге шахта ҡаҙҙырған. Нефть барлығы нәҡ ошо шахтала күренгән дә инде. Уны Ишембай тирәһендә шыйыҡ яғыулыҡтың ҙур ятҡылығы булыуына ныҡлап инанған геолог Ф. Кандыкин ҡеүәтләгән. Ләкин Геология комитеты геологтарҙың дәлилен иҫәпкә алмаған. Башҡортостандың көньяғында нефть булыу-булмауы тураһындағы бәхәстәр, шулай итеп, Октябрь инҡилабына тиклем барған. Рәсәйҙең уртаһында нефть сәнәғәтен булдырыу ихтыяжы беҙҙең яҡтарға Үҙәк хөкүмәттең дә иғтибарын йәлеп иткән. Башҡортостан нефтенең ысын тарихы әле башланғыс ҡына алған. Был турала һүҙҙе артабан дауам итербеҙ.
Боронғолоҡтан бөгөнгөгә ара — бер аҙым ғына.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 086

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 446

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 980

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 887

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 642

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 237

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 505

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 514