Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
– Илебеҙ электән үк күп милләтле дәүләт булараҡ үҫешкән, беҙҙәге мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә йо­ғонтоһо һәр Рәсәй кешеһендә үҙенсәлекле сағылыш тапҡан.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Тап ошо матур сифат Рәсәйҙе илбаҫарҙарҙан ҡурсалап ҡалырға ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең дә тап берҙәмлек көсө менән яуланғаны һәр беребеҙгә билдәле.

Халыҡтар берҙәмлеге бер-берең­дең теленә, диненә, мәҙәни ҡомарт­ҡыларына, тарихына ихтирамдан башлана. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәй. Киләсәктә лә тыуған рес­публикабыҙ тотороҡло үҫеш, мил­ләт-ара һәм конфессия-ара татыу­лыҡ өлгөһө булып, Рәсәйҙең ҡеүәтле терәге булырына ышанам.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм граждан­лыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта.



Ғәлиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары:
– Республиканың Йәмәғәт пала­таһы вәкилдәре йыл һайын Ха­лыҡтар берҙәмлеге көнөндә Мәс­кәүгә барып, байрам сараларында ҡатнашып, төрлө төбәктәрҙән килгән милләт вәкилдәре менән аралаша.

Был байрам бик кәрәк, тип иҫәпләйем, сөнки халыҡтар араһында дуҫлыҡ булыуы мөһим. Һәйбәт, имен тормош өсөн дә татыулыҡ кәрәк. Ауыр ваҡыттарҙа ла, шатлыҡ-ҡы­уаныстарҙа ла, төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткәндә лә берҙәмлек талап ителә. Кеше менән аралашып, яңғыҙ булмауыңды аңлайһың, көслөрәк икәнеңде тояһың. Ауырлыҡтарҙы тик бергә генә еңергә мөмкин.

Шуға ла бөгөн төрлө милләт вәкилдәре һәр мәсьәләне хәл иткәндә татыу булһа, беҙ ауырлыҡтарҙы еңел кисереп, хәл итеү юлдарын да тиҙерәк табыр инек. Был йәһәттән һәр беребеҙҙән әүҙемлек, теремеклек талап ителә. Ә иң мөһиме – милләттәр үҙ-ара татыу йәшәһен.


Гүзәл ӘСӘҘУЛЛИНА,
БДУ доценты, философия фән­дәре кандидаты:
– Мәғлүм булыуынса, Халыҡтар берҙәмлеге көнө Рәсәйҙә күптән түгел билдәләнә башланы. Йәмғиәт­тә ул элекке 7 ноябрь байрамын алыштырҙы тигән фекер йәшәй. Был дөрөҫ түгел. 4 ноябрь көнөнөң тәрән тарихи тамыры бар. Батша Алексей Романов заманында уҡ ул Ҡазан Аллаһ Анаһы байрамы тип билдәләнгән. Икенсенән, 4 ноябрҙә Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ополчение поляк ғәскәрҙәре һөжүмен ҡыйратҡан.

Тарихыбыҙға күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙ һәр саҡ ауыр минуттарҙа берҙәм­леккә ынтылған. Һуңғы сиктә лә дәүләтебеҙ татыулыҡ нигеҙендә аяҡҡа баҫырға көс тапҡан. Үҙ-ара ошо күркәм бәйләнеш әле лә дауам итә, киләсәктә лә, һис шикһеҙ, илебеҙ нигеҙенең төп ҡеүәте булып ҡалыр.
Эйе, замандаштарыбыҙ әлегә был байрамға күнегеп етмәгән. Шулай ҙа әһәмиәтен йылдан-йыл нығыраҡ аңлай баралар. Ул беҙҙең өсөн бик мөһим. Көсөбөҙ – дуҫлыҡта, татыулыҡта, берҙәмлектә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506