Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...
Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй.

Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне берҙәй яулауына хайран ҡалырлыҡ. Эльвира Әсфәндиәрова ла үҙендә бер нисә һөнәрҙе туплаған, иңенә әллә күпме бурыс йөкмәгән. Хәйер, үҙе әйтмешләй, ул тормош йәмен һәм тәмен нәҡ орсоҡ кеүек әйләнеп йөрөп, мең мәшәҡәтте башҡарыуҙа, һәр саҡ хәрәкәттә булыуҙа таба.

Шуныһы бигерәк тә үҙенсәлекле: Эльвираның бер эше етди бурыс атҡарған учреждениела булһа, икенсе шөғөлө – күңел асыу, ял итеү өлкәһендә.

Атап әйткәндә, ул холоҡ төҙәтеү колонияларында иркенән мәхрүм ителгәндәрҙе биологиянан уҡыта.

Эльвираның был һөнәргә килеүе үҙе үк ҡыҙыҡлы. Башта ул Салауат педагогия колледжында коррекцион педагогика серҙәрен өйрәнһә, Стәрлетамаҡҡа килгәс, белем алыуын юғары уҡыу йортоноң тарих факультетында дауам итә. Әммә бер мәл теүәл фәндәрҙе үҙләштерергә тотона. Ғөмүмән, Эльвира тормошон ҡырҡа бороп ебәрергә бер ҡасан да аптырап тормай. Бындай аҙымға, боролош­тарға күптәр һәләтле булыу түгел (бәлки, һәләтле булһалар ҙа), уйларға ла ҡурҡ­ҡанда, уның тормошо үрнәк булырҙай.

– Мин химиянан да уҡыта алам, – тип тә өҫтәй ул.

Эльвира Әсфәндиәрованың икенсе шөғөлө кешеләрҙе йырлатыуҙа, бейетеүгә ҡайтып ҡала. Ул туйҙарҙа, юбилейҙарҙа та­мада булып эшләй. Был һөнәре лә ҡыҙыҡлы, осраҡлы рәүештә, көтмәгәндә ки­леп сыға. Билдәле, атаһына оҡшап, тел­гә оҫта, һүҙгә маһир, баянда уйнауға әүәҫ ҡыҙ мәктәптә уҡығанда КВН уйындарынан, байрамдарҙан ситтә ҡалмай. Сценарий авторы ла, алып барыусыһы ла, йырлаусыһы ла – үҙе. Сәнғәт юлынан кит­һә лә уңыш ҡаҙаныр ине, бәлки, әммә бала саҡ хыялы бар бит әле. Ошо хыялға, уҡытыусы булыу теләгенә тоғро ҡала ҡыҙ.

Хәйер, бер шытып сыҡҡан һәләт ҡороп ҡаламы һуң: барыбер сәхнә тип яна Эльвира, гөрләтеп туйҙар үткәрә. Колледж тамамлағас, үҙе етеҙ, үҙе алсаҡ ҡыҙға сығарылыш кисәһен үткәреүҙе ышанып тапшырып ҡуялар. Кисә шул тиклем оҡшай уҡытыусыларға, хатта саҡырып, үҙҙәренең юбилейҙарын алып барыуын үтенә башлайҙар. Ана шулай “боҙоҡ телефон” ярҙамында тамада Эльвира Әсфәндиәрова даны тарала. Нисек кенә булмаһын, хәҙер инде уның туй үткәреүен теләһәң, ярты йыл алдан яҙылырға тура килә…

– Алдан әҙерләнәм, һәр кемдең күңел донъяһын өйрәнеп, уның холоҡ-фиғеленә ҡарап һүҙ ҡушам, бейетәм, йырлатам, – тип ижад серен сисә алып барыусы. – Кәрәк икән, артистарҙы, фокуссыларҙы ла саҡырам. Әммә ҡунаҡтарҙың күңеле булыуы-булмауы өсөн барыбер үҙем яуап­лы.
Төрлө яҡлап өлгөр, тырыш Эльвираның концерттар ойоштороуы, сәхнәгә сығып йырлауы, конкурстарҙа ҡатнашыуы хаҡында ла әйтергә булыр ине. Әлегә бер генә ҡыҙыҡлы хыялын һәм уға өлгәшеүен әйтеп үтәйек. Эльвира ҡасандыр парашют менән һикерергә хыяллана һәм быйыл яҡындарынан әрләнеп тә, һоҡландырып та был эшен атҡарып ҡуя. Йәнә, афарин!

Ә шулай ҙа барыһынан бигерәк Эльвира Әсфәндиәрованың артабанғы уңыштары, хыялдары ҡиммәт. Ҡасандыр ул ғаиләһе, үҙ балалары булыуы тура­һында хыяллана ғына алған, сөнки күреү һәләте ныҡ насарайып киткән, һәм операциянан һуң табиптар бала тапҡанда бөтөнләй һуҡырайыу ҡурҡынысы барлы­ғын еткергән. Бына бит, Аллаға шөкөр, был йәһәттән дә еңеүсе Эльвира: Рөстәме менән Айҙар һәм Азалина исемле шап-шаҡтай малай-ҡыҙ табып үҫтерәләр.

– Барлыҡ шөғөлдәрем, эштәрем ғаиләм, балаларым хаҡына, – ти замандашыбыҙ.
…Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, тәүәккәллегенә лә хайран ҡалырлыҡ.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ әҙерләне
Фото: Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840