Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уңғандарҙың ризығы мул, тормошо болло.

Май тәпәне тышынан билдәле тигәнде раҫлап, Ғәлиевтәрҙең сымыры донъяһы әллә ҡайҙан иғтибарҙы тарта. Баҡсалары тулы сәскә-гөл, йәшелсә-емеш, ағас-ҡыуаҡ. Әсәһе Йәмилә инәй мәрхүмәгә оҡшап, юҡты бар итергә генә тора Дилбәр.

Ҡара яҙҙан урмандан ҡайтып инмәй Ғәлиевтәр. “Үгәй инә үләне сәскә атҡан мәлдән башланып китә беҙҙең эш”, – ти ғаилә башлығы Олег Марс улы.

Әйткәндәй, Ғәлиевтәрҙең өйөндә үлән төнәтмәләре, киптереп, төрлө дәүмәлдәге йәшниктәрҙә һаҡланған үләндәр өсөн айырым бүлмә, үҙҙәренсә әйткәндә, келәт бар. Вәт, исмаһам, витаминдар унда: иҙән тултырып әлморон, урман ҡарағаты, ҡыр сейәһе япраҡтары киптерергә һалынған. Тырҡыш бәшмәгенән һыҙланғанда ыуыныу өсөн төнәтмәләр эшләнгән. Болануттан, сәскә атҡан мәлдә үк йыйылып, ит турағыста боролоп, быҡтырылғандан һуң киптерелеп, бына тигән сәй әҙерләнгән.

Йәш сағы Әүжәндә үткән Йәмилә инәй үҙе донъя көтөргә бик шәп булып, 11 балаһын да шуға өйрәткән. Иҫке Собханғолда йәшәгән дүрт ҡыҙы – Вәсилә, Фәриҙә, Дилбәр, Гөлдәр – бер-береһенә ярҙам итешеп, урман-ҡырға ла бергә йөрөп, ихлас донъя көтә.

“Былтыр ерән бәшмәктәрҙе хатта Ҡағы, Үҙән яғына барып йыйҙыҡ”, – ти Дилбәр. Быйыл аҡ бәшмәккә, ҡайын бәшмәгенә Мәһәҙей, Яуымбай яғына барғандар. Әле уларҙы тоҙлап, туңдырырын туңдырырға һалып, әҙерләмәләрен баҙға төшөрөргә йөрөүҙәре.

Ғәлиевтәрҙең баҙы – үҙе бер аҙыҡ-түлек келәте. Груша, алманан повидлолар, сейә, ҡарағаттан компоттар, көртмәле, турғай еләге, шартыйҙан ҡайнатмалар, баҡсала үҫтергән йәшелсәләренән салаттар эшләгән оҫта ханым. Баҙҙың тағы бер үҙенсәлеге: ҡышҡылыҡҡа сөгөлдөр, кишерҙәр лар кеүек ҙур ағас йәшниктәрҙә һаҡлана. Бер рәт ҡом, унан йәшелсәне һалып, бер-береһенә тейҙермәй һаҡлайһың, ҡыш ҡомға әҙләп кенә һыу ҡойоп тораһың икән. Быныһы ла – аҡыл.

Ҡыҙыл, ҡара, аҡ ҡарағат, виноград, ағас еләге үҫтерә Ғәлиевтәр, йәшелсәнең ниндәй генә төрө юҡ! Теплицаны ла өй хужаһы үҙе эшләгән.

“Быйыл бәшмәк күп булды, туғандарға, күрше-күләнгә лә тараттыҡ”, – ти Дилбәр. Биргән ҡулды Аллаһ Тәғәлә ярата шул – үҙҙәренә әллә нисә тапҡыр арттырып бирә. “Ләә иләһә иллә Аллаһ, тип урманға кереп китһәң, аҙым һайын байлыҡ-ниғмәткә тап булаһың”, – тип ҡыуана тәбиғәт йәнле урман ҡыҙы. Ылаҡты йылғаһы буйҙарын ҡыҙырып, Мәһәҙейҙән ары район сигенә лә барып сыға урман-ҡыр байлығы артынан Дилбәр.

“Һарғаяла саҡта Хәбирә өләсәйгә эйәреп һарыҡ көтөргә йөрөгәндә лә биҙрә тултырып еләк-муйылын алып ҡайта инек”, – тип хәтерләй Дилбәр. Урман ҡыҙы күңеленә тәбиғәткә һөйөүҙе инәй-өләсәйҙәр, ата-бабалар һалған шулай.

Эйе, бөгөн берәүҙәр юҡтан бутҡа бешергәндә, Дилбәр кеүек уңғандар Аллаһ биргән ниғмәтте йыйып, ҡот-бәрәкәт арттыра, йәшәйешен болло итә. Уңғандарҙың эше лә, тормошо ла уң, ризығы мул, йәшәйеше бәрәкәтле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518