Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!”
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл үтеп, туптар, бомбалар шартлау тауышы  тынған был ерҙәрҙә әленән-әле  ҡорбандар иҫтәлегенә салют бирәләр. Эҙәрмәндәр хәбәрһеҙ юғалғандарҙы асыҡлай, яңы туғандар ҡәберлектәре, һәйкәлдәр барлыҡҡа килә. 

“112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы  1942 йылдың йәйендә Липецк өлкәһенең Тербуны районында оборона тотоу бойороғон ала һәм батырҙарса һуғыша. Фашистарҙың Кавказ, Воронеж, Ста­линград­ҡа табан ҡаты һуғыштар асҡан мәлдәрҙә  данлыҡлы дивизия бер тапҡыр ҙа сигенмәйенсә өс ай ярым оборонала тора. Мәғлүмәттәр буйынса, ошо ҡаты алыштар ваҡытында Тербуны районында ғына бөтәһе 26 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була. 276 башҡорт яуги­ренең исеме ете туғандар ҡәберлегендә мәңгеләштерелгән: Борки, Большая Поляна, Вислая Поляна, Озерки, Казинка, Тербуны, 2-се Тербуны ауылдары. Һәр ауылда һәйкәлдәр бар, унда һәр саҡ таҙалыҡ, сәскәләр. Һуғышҡа ҡа­рата район ике датаны байрам итә: 9 Май – Еңеү көнө, 27 ғинуар – Тербуны районы азат ителгән көн”, – тип яҙа Замир Вахитов “Атай-олатайҙарҙың исемдәре оно­толмаһын” тигән китабында. 

Замир Вахитов Стәрлебаш районында тыуған. Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлағас, 1982 йылда  йүнәлтмә буйынса Липецк өлкәһенә эшкә ебәрелә. Шул йылдарҙан башлана ла инде яҡташыбыҙҙың Башҡорт кавалерия дивизияһының хәбәрһеҙ юғалған яугирҙә­ре­­нең исемен асыҡлау өсөн ныҡлы эҙ­ләнеү эштәре. Тынғыһыҙ көндәр, эҙәр­мәндәр менән бәйләнеш, архивтарҙа ултырыу, шул мәхшәрҙең шаһиттары менән осрашып әңгәмәләшеүҙәр бушҡа үтмәй. Һөҙөмтәлә ошо ерҙәрҙә һәләк булып, исемдәре бер һәйкәлгә лә яҙылмаған  башҡорт  яугирҙәре туғандар ҡәберлегендә мәңгеләштерелә. 

Хәҙер Замир Мөхтәр улы Баш­ҡорт­остандың төрлө райондарынан атай-олатайҙарын, туғандарын табышыуҙа ярҙам иткәне өсөн бихисап рәхмәт хаттары ала. Яҡташтары хаҡында мәғлүмәт йыйып, уларҙың исемдәрен асыҡлау буйынса изге эш башҡарған уҙаманға иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләп, ҡәҙерле кешеләре мәңгелек төйәк иткән ерҙәрҙе күреп, уларҙың һәйкәленә баш эйеп,  аят-сүрәләр уҡып ҡайтыу бәхетенә өлгәшәләр. 
Сермән ауылынан хеҙмәт ветераны  Ман­сур Зәйнетдин улы Ғаззалов та күптән түгел Липецк өлкәһенә барып, олатаһы Хөс­нөтдин Ғаззаловтың дивизия составында батырҙарса алышып, һуңғы һу­лыш алған ерҙәрендә булып ҡайтты. Юл тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты ул.

– Онотолмаҫ сәйәхәт булды ул. Былтыр үҙебеҙҙең “Урал” гәзитенең 21 ноябрендә Замир Вахитовтың “Батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!” тигән мәҡәләһен  уҡығандан бирле күңелдә тынғылыҡ бөткәйне. Ҡыҙым Гүзәлиә шунда уҡ автор менән телефондан һөйләш­те. “Эй, атаҡайым­дың һөйәк­тәре ҡайҙарҙа ғына ятып ҡалған икән”, – тип ҡайғырып илап ултыра торғайны әсәйем. “Хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡағыҙы килгән булған. Батырҙар хәбәрһеҙ юғаламы ни?! Бына бит, илен, халҡын яратҡан ярҙамсыл яҡташыбыҙ Замир ҡусты ҡайһылай изге ғәмәл менән мәшғүл икән.

Уға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?! Беҙ ҙә, ниһайәт, 22 июнгә ҡарай улым Венер, киленем Гөлнара, ейәнсәрем Азалия менән бергәләшеп йыраҡ Липецк тарафтарына юл тоттоҡ. Беҙҙе унда “Һаумыһығыҙ, яҡташтар!” тигән яҙыу, Башҡортостан флагын тотоп, Замир Вахитов ҡаршы алды.

Ҡайғы һәм хәтер көнөндә 2-се Тербуны ауылындағы  яу ҡорбандары ҡәберлегендә эҙәрмәндәр тапҡан 26 һалдат­тың һөйәктә­рен ерләү митингыһы ла булды. Шул тиклем тулҡынландырғыс мәлдәр кисерҙек. “Үткәндәрҙе, беҙҙең илебеҙ, еребеҙ өсөн ҡорбан булғандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ”, – тине телмәр тотоусылар. “Бөгөн бында Башҡортостандан да ҡунаҡтар бар”, – тип миңә лә һүҙ бирҙеләр. Һалдат­тар хушлашыу салюты биргәндә, тәндәр зымбырланы. Әйтерһең дә, аттар сабышҡан, ҡылыстар сыңлаған, туптар гөрһөлдәгән кеүек булып китте. Сәскәләр, веноктар һалдылар. Дин әһеле лә ҡатнашты сарала. 

– Беҙҙең легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының фашистарға ҡаршы ҡаты алыштары үткән урындарҙы күрҙек. Бында һәйкәлдәр күп, бөтәһе лә ҡараулы. Бәлки, ошо ерҙәрҙә беҙҙең олатай ҙа баҫып торғандыр. Олатайҙы күргәндәй булдыҡ. 

Озерки  ауылындағы һәйкәлдә беҙҙең башҡорт кавалеристарының исем-шәрифе яҙылған. Замир Мөхтәр улы хәбәрһеҙ юғалған 148 һуғышсының шәхесен асыҡлап, һәйкәлдәргә яҙҙырта. Унда әле лә ҡаҙыу-эҙләнеү эштәре  туҡтамай, – тип һөйләне Мансур Зәйнетдин улы. 

– Замир Вахитовтың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте үҙе бер батырлыҡҡа тиң, – тип һүҙгә ҡушылды батырҙың бүләһе Венер. – Китап сығарған, беҙгә лә бүләк итте. Республикабыҙҙың район гәзиттәренә хаттар ебәргәс, Тербуныға атай-олатай­ҙарының һуңғы төйәген күрергә тип килә башлайҙар. Һәр ҡайһыһын хөрмәтләп ҡаршы алып, оҙатып ҡалалар. Тағы шуға ғәжәп иттем: 40 йылға яҡын Башҡорт­остандан ситтә йәшәһә лә, саф башҡортса һөйләшә. Ихлас, кешелек­ле, зыялы яҡта­шыбыҙ арҡаһында күпме кеше һөйөнгән!

– Һуғыш бөткәндән бирле бихисап  яугирҙең исем-фамилияһы бер һәйкәлгә лә яҙылмаған була. 2-се Тербуны ауы­лындағы мәктәптә 112-се  Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Башҡортостан  менән дуҫлыҡ бәйләнеше булдырылған. 1970 йылда Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов етәкселегендәге делегация килә. 294-се кавалерия полкы командиры, майор Гәрәй Нафиҡовтың яҡташта­ры йәшәгән Миәкә менән Тербуны райондары бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. Шулай уҡ “Урал” йәмғиә­те, Мәскәү ҡалаһы­ның “Аҡ тирмә” үҙәге­нән килеп, башҡорт атлылары йөрөгән ерҙәрҙә булып, ветерандар менән осрашып, иҫтәлектәр яҙып алып китәләр.

Хәҙер Тербуныға башҡорттар йыш ба­ра. Изге тупраҡ та алып киләләр. Һәйкәл­дәр янында Тыуған иле өсөн йәнен аямай һуғышып ҡорбан булғандар рухына аяттар уҡыла. Йыраҡтан килгәндәргә махсус туҡтар урын тәғәйенләйҙәр, экскурсиялар ойошторола. Ошондай  һәйбәт кешеләр барҙа бер генә яугир ҙә исемһеҙ юғалмаҫ. 




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840