Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан йәһүдтәре берҙәм
Бөгөн күп милләтле Башҡортостанда ике меңдән ашыу йәһүд йәшәй. Тарихи Башҡортостан биләмәһендә улар хаҡында тәүге мәғлүмәт XIX быуат урталары менән бәйле. 1859 йылда Өфөлә өс йәһүд ғаиләһе йәшәүе билдәле. Артабан уларҙың һаны арта барып, 1880 – 1881 йылдарға 300 самаһына етә. Араларында 12 табип, 43 тегенсе, 37 сауҙагәр, 12 сәғәт йүнәтеүсе була.

ХХ быуат башында, Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа беҙҙең төбәккә күсеүсе йәһүдтәр бермә-бер арта. Мәҫәлән, 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлү­мәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 7 мең 400 йәһүд халҡы йәшәй. Әммә артабан уларҙың һаны кәмей башлай, бигерәк тә СССР тарҡалғас күптәр Израилгә, Америкаға күсеп китеү яйын ҡарай.

1988 йылда Өфөлә йәһүд мәҙә­ниәтен һөйөүселәр клубы теркәлә, был Рәсәй күләмендә ошо йүнә­лештәге тәүге ойошма була. 1992 йылда ул Йәһүд милли-мәҙәни үҙә­генә әйләнә. 2008 йылда респуб­ликабыҙҙа йәшәүсе йәһүд халҡын берләштереүсе мөһабәт, матур бина – синагога төҙөлә. Бында улар үҙҙәренең милли байрамдарын билдәләй, Еврей мәҙәниәте көн­дәрен уҙғара. Синагога бинаһында балалар баҡсаһы, гимназия, спорт һәм тренажер залдары, хәйриә ашханаһы эшләй. Ошонда уҡ Холокоста ҡорбандары иҫтәлегенә музей булдырылған.

Күптән түгел бында йәһүд халҡының милли байрамдарының береһе – Суккот билдәләнде. Ул ете көн дауам итә. Был байрамды улар Синай сүллегендә ҡыуыштарҙа йәшәргә мәжбүр булған, түҙеп торғоһоҙ эҫелектән, ҡыуан елдән, сарсауҙан ыҙалаған ата-бабала­рының яҡты хәтеренә арнап үткәрә һәм ошо осорҙа төрлө донъяуи уңайлыҡтарҙан баш тарта.

Байрам көндәрендә “Бейт Барух” балалар баҡсаһында һәм “Ор Авнер” мәктәбендәге күнекмәләр ҙә Сук­котҡа арналды. Баҡсаға йөрөүсе бәләкәстәр үҙ ҡулдары менән ағас ботаҡтарынан ҡыуыш эшләне, уны биҙәне, матур итеп өҫтәл әҙерләне.

– Беҙ был байрам осоронда ҡыуыш ҡороп, шунда тәғәмләнеп, рухыбыҙ менән ата-бабаларыбыҙға яҡынаябыҙ, уларҙың сүллектә күр­гән-кисергәндәрен тойорға, аңларға тырышабыҙ, – тине сараны асыу мәлендәге сығышында раввин Дан Кричевский.

Суккоттың һәр көнөн синагогаға йөрөүселәр үҙенсәлекле, иҫтә ҡа­лырлыҡ итеп билдәләргә тырышты. Байрамдың һуңғы көнөндә ата-бабалар рухына, донъя именлегенә арнап доғалар уҡылды.

Башҡортостанда йәшәүсе йәһүдтәр, аҙ һанлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, берҙәм булырға, балаларына милли тәрбиә бирергә, оло йәштәгеләре тураһында даими хәстәрлек күрергә тырыша. Сина­гоганың барлыҡ эшмәкәрлеге ошо изге маҡсатҡа арналған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509