Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көрәштек. Еңеү яуланыҡ
ХLVII “Апимондия” халыҡ-ара конгресына әҙерлек башланды.

Ҡайһы саҡта бәләкәй генә эштәрҙе лә олоғара итеп, әллә ниндәй тауҙар аҡтарғандай күрһәтеп була, ҡайһы саҡ инде ҡәҙимгесә, шау-шыуһыҙ ғына, үҙ яйына алып барыла. Һуңғыһын әйткәндә, республикала ҙур эштәр атҡарылыуын күҙ уңында тотам.

Төрлө кимәлдәге фестивалдәр уҙа, ил кимәлендәге иҡтисад, сәнәғәт өлкәһендә эшлекле форумдар, саралар үтә. Ә бит һәр береһенә әҙерлек кәрәк. Хатта өйөнә ҡунаҡ килгәндә лә кеше кәртә-ҡураһын нығыта, йортон ҡарай. Ә бында республика, Рәсәй йөҙөн билдәләгән әҙерлек кәрәк: юлдарҙы нығытыу, башҡа объекттар төҙөү, булғандарын ҡарау... Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ аҡылы. Һәр сара инвесторҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, бөгөнгө шарттарҙа ил, донъя баҙарына сығырға мөмкинлектәр аса. Шунан һуң, сара үтә лә китә, ә төҙөгән объекттар, һалған юлдар, башҡаһы ошонда ҡала.

Бына әле лә республикабыҙ 2021 йылда үтәсәк умартасылыҡ буйынса ХLVII “Апимондия” халыҡ-ара конгресына әҙерләнә. Халыҡ-ара конгресс Башҡортостанда — бал илендә үтә! Илебеҙ бындай форумды бер генә тапҡыр, 1971 йылда, Мәскәүҙә ҡабул иткән. Был да күп нәмә тураһында һөйләйҙер.

— Бер нисә йыл, 2015 йылдан, беҙ һеҙҙең менән был ҙур донъя форумын уҙғарыу хоҡуғы өсөн көрәштек, еңеү яуланыҡ. Һис шикһеҙ, был республика өсөн бик мөһим уңыш, уны халыҡ-ара кимәлдә танытыу өсөн мөһим аҙым, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ-ара конгресҡа әҙерлек һәм уны уҙға­рыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәргәндә. — Хәҙер конгресты шулай уҡ ойошҡан рәүештә һәм лайыҡлы итеп уҙғарыуға әҙерләнергә кәрәк. Өс йылдан донъяның умартасылыҡ берләшмәһе вәкилдәре — беҙҙең күҙаллауҙар буйынса, бөтәһе 10 мең самаһы ҡатнашыусы килә. Беҙҙең бурыс — конгресты иң юғары кимәлдә үткәреү, тулы күләмдә илдең, республи­каның мөмкинлеге, йолалары, компетенциялары менән таныштырыу һәм тотош Башҡортос­тандың алдынғы умартасылыҡ үҙәктәренең береһе булараҡ статусын нығытыу...

Бындай статусҡа Башҡортостан ысын мәғәнәһендә хоҡуҡлы. Башҡорт балының күптән республика бренды булыуы билдәле. Әммә быны донъя кимәлендә танытып, гелән нығытып тороу мөһим. Бөгөн беҙҙә 350 мең башҡа яҡын бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә, йыл һайын биш-алты мең тонна тауар балы етештерелә. Был бөтә ил буйынса йыйылған балдың — һигеҙ, Волга буйы федераль округындағының 23 процентын тәшкил итә.

Киләсәктә бының менән генә сикләнмәй, тағы ла арттырыу мөмкинлек­тәре бар: йүкә урмандары ла, техник культуралар сәсеү өсөн баҫыуҙар ҙа, тәбиғи болондар, туғайҙар ҙа етерлек.

Балды күп йыйыу ғына түгел, тауар баҙар талаптарына тап килергә, кон­курентлыҡҡа ҡаршы торошло бу­лыр­ға тейеш. Сифат яғы айырыуса мө­һим. Әйтергә кәрәк, конгресҡа тиклем балдың сифатын билдәләгән ла­боратория төҙөп, уны тейешле, донъя кимәлендә һыналған ҡорамал­дар менән йыһазландырыу ҙа ҡаралған.

Умартасылыҡ буйынса сарала Башҡорт­остан донъяның 10 мең вәкилен ҡаршыларға йыйына. Тимәк, юлдарҙы нығытып, яңы тармаҡтар һуҙыу ғына түгел, юл буйы кафеларын, ҡунаҡханаларҙы ла ипкә килтереп, яңыларын төҙөргә кәрәк. Әйткәндәй, Мораҡ — Иҫке Собханғол юлына капиталь ремонт үткәреү күҙаллана. Шүлгәнташҡа илткән юлдар ҙа ҡараласаҡ.

Булғандарына ҡушып, яңы туристик маршруттар асыласаҡ. Улар буйынса ла ял итеү өсөн бар шарттар тыуҙырылыуы мөһим. Тағы ла “бал ауылдары”, умарталыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Башҡорт бал йорто, бал музейы асыу ҙа мөһим эштәрҙең береһе булып тора.

Ҡыҫҡаһы, республикалағы ойош­то­роу­сыларға ла, төҙөүсе, юлсыларға ла эш етерлек. Ә конгрестың профессиональ ойоштороусыһын “Апимондия” билдәләйәсәк. Элек бының менән ҡабул итеүсе яҡ шөғөлләнгән. Бындай форматты иң тәү 2019 йылда Монреалдә үтәсәк ХLVI конгресында ҡулланып ҡараясаҡтар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840