Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алдығыҙҙа киң донъя асылыр!”
Шәфҡәт Ғәбитов бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа кәңәш итә.

– Бала саҡтан, тамырҙар тартҡанғамы, “сәйәхәт” иткәнем хәтерҙә. Мәҫәлән, дүрт-алты йәшлек сағымда мин, игеҙәгем, ике ағайым ҡышҡыһын ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылға еҙнәйҙән бәке алырға барҙыҡ, йәнә яҙғы ташҡын ваҡытында 12 саҡрымда ятҡан Асҡар ауылына барабыҙ тип өйҙән сығып киттек. Әлбиттә, һуңғыһында маҡсатыбыҙға өлгәшеүебеҙ шикле булды, әммә маташып ҡараныҡ.

Инде ысынлап сәйәхәт итә башлауым егерме йәшемдә булды. Иң беренсе ҙур сәфәрем тәжрибәле сәйәхәтселәр Азамат Юлдашбаев, Денис Өмөтбаев менән Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан илдәре буйлап 11 көнлөк автотур ине. Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы сикте сыҡҡандағы тәьҫораттар һаман да хәтерҙә. Ҡурҡытты ла, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ тулҡынлан­дырҙы ла. Унан һуң тағы бер нисә илде барып күрҙем. Минеңсә, был шөғөл ҡыҙыҡһыныуға бәйле: үҙең өсөн яңы илдәрҙе, ерҙәрҙе, мәҙәниәтте, телде өйрәнәм тип, ҡабат-ҡабат юлға сығаһың.

Санкт-Петербург ҡалаһы күңелемдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Илебеҙҙең мәҙәни баш ҡалаһындағы, матур-матур һарайҙарға, күперҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Унда барып ҡайтырға һәр саҡ әҙермен, сөнки ҡаланың үҙенсәлекле бай тарихы гелән үҙенә әйҙәй.

Корея – бәләкәй, ләкин шул уҡ ваҡытта ныҡ үҫешкән ил. Майҙаны Башҡортостандың өстән ике өлөшөндәй булыуына ҡарамаҫтан, унда 54 миллион кеше йәшәй. Шуға иң беренсе башҡа “ҡайһылай кеше күп” тигән уй килде. Бөтә нәмә лә тығыҙ итеп төҙөлгән. Әгәр Башҡортостанда бер ауылдан икенсеһенә тиклем байтаҡ ара булһа, уларҙа ике ҡала араһы 10 саҡрымда урынлашҡан. Ә “ауыл” тип һаналған ҡалаларында 500 меңдән ашыу кеше йәшәй.

Төркиә – беҙгә мәҙәниәте, теле, дине менән яҡын торған ил. Уның тарихы бай, күп нәмә һаҡланып ҡалған. Илдең төньяғында йәшәгән халыҡ шул хәтлем киң күңелле булыуы менән айырылып тора.

Истанбулда аҙна дауамында йөрөп, ҡаланың тарихын, архитектураһын өйрәндем. “Иң ныҡ оҡшаған ил ниндәй?” тип һораһалар, һис шикһеҙ, Төркиә, тип яуаплар инем.

Күп кеше стереотип менән уйларға күнеккән, сәйәхәт итеү өсөн ярайһы ҙур сығым кәрәк тип һанай. Был ысынында дөрөҫ түгел. Шул уҡ аҡсаны Өфөлә лә фатирға, ашау-эсеүгә, күңел асыуға тотоналар.

Шулай уҡ күптәр үҙгәрештәрҙән ҡурҡа, ете ят ерҙә үҙҙәре менән бер-бер хәл булып ҡуйыуы ихтимал, бер кем дә гарантия бирә алмай, тигән фекерҙәр ҙә яңғырай. Кәңәшем шул: тәүәккәлләгеҙ. Бер тапҡыр үҙегеҙҙең шикләнеүегеҙҙе, ҡурҡыуығыҙҙы еңһәгеҙ, алдығыҙҙа шундай киң донъя асыласаҡ. Бөгөн мөмкинлектәр шул хәтлем күп, файҙаланырға ғына кәрәк.

Америка, Исландия, Албания илдәрен барып күрергә хыялланам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518