Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ун бер йәштән башланған юл”
Денис Өмөтбаев донъяға башҡорт шиғырҙарын яңғырата.

– Миңә ете йәш булғанда, ағайым автостоп менән ауылдарға сығып китте. Үҙе менән алмағанға, ҡала ситендә илап тороп ҡалдым. Шунда “ҙурайып алһам, үҙем йөрөйә­сәкмен” тигән маҡсат яралды ла инде. Ун бер йәш тулғас, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары ауылдары буйлап автостоп менән үҙем йөрөп килдем.

Ун дүрт йәштән өйҙән ситтә уҡы­ным, юлға өйрәндем. Поезд менән диңгеҙгә барыу хыялым ҙур ине. Студент булғанға тиклем шул хыялдан айырылманым. Егерме бер йәшемдә Бөйөк Британияға сығып китеп, сәфәрҙә алыҫ юл тәмен татыным. Әлегә тиклем 25 илде күр­ҙем: Бөйөк Британия, Швеция, Финляндия, Украина, Һиндостан, Ҡа­ҙағс­тан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Беларусь, Польша, Чехия, Словакия, Австрия, Германия, Нидерланд, Азер­байжан, Грузия, Әрмәнстан, Монголия, Черногория, Македония, Сербия, Босния, Герцеговина, Албания.

Сәйәхәт хаҡында һүҙ алып бар­ғанда, минең өсөн иң ҡыйыны – унан туҡтап ҡалыу. Был юлға бер баҫ­ҡанһың икән, ул үҙенә тартып тик тора.
Сәйәхәт итә башлау өсөн студент саҡ – иң яҡшы мәл. Ата-әсәһенән фатиха һорап, шул осорҙо ҡул­ланып ҡалһын ине йәштәр. Оҡшаһа, донъя­ның сәфәр ҡылырға яңынан-яңы мөмкинлектәр биреүенә ина­нырҙар.

Бөтә нәмә лә тәжрибә аша килә. Осһоҙ хаҡҡа сәйәхәт итергә теләгәндәргә даими эҙләнергә, төрлө ысулдарҙы ҡулланырға, ҡунаҡханаларҙа түгел, ә мосафирханала (хостел – авт.) туҡтарға кәңәш итәм.

Денисты Башҡортостанда күптәр беләлер. Сит илдәргә даими сәфәр ҡылыуы менән бер рәттән, ул республикабыҙҙың төрлө ерҙәренә, айырыуса тауҙарға йыш йөрөй. Улай ғына түгел, төрлө илдәрҙә булғанда, төрлө милләт вәкилдәрен М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” һәм Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырҙарын ятлатып видеоға төшөрөүе рухлы егеткә ҡарата ихтирамды арттыра.

Күптән түгел Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйынында Башҡортостандан ҡатнашҡан бер төркөмдә Денис та булды. Уйындар бөткәс, ул үҙе кеүек сәйәхәт “сире” йоҡҡан бер нисә дуҫы менән Урта Азия илдәре буйлап сы­ғып китте. Инстаграмдағы сәхифә­һендә егет был сәфәр хаҡында бына ни тип яҙа:

“Өс республика, бер халыҡ-ара сара, ике мең саҡрым юл, утыҙ автомобиль, дүрт автобус, бер ишәк, дүрт мосафирхана, өс баҙар, йөҙ саҡрым йәйәүле юл, өс тау һырты, ике тауға күтәрелеү, диңгеҙ кимәленән 4400 метр бейеклектә булыу, 3000 фото­һүрәт, унлаған яңы танышыу, тонна яҡшы кәйеф һәм ҡыуаныстар”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840