Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙе бөтә донъя ҡараясаҡ”
Милли мәнфәғәттәрҙе яҡлаған каналдың маҡсаттары яҡты.

Бөгөн халыҡҡа мәғлүмәт төрлө яҡтан, төрлө сығанаҡтарҙан ағыла. Был осраҡта радио, телевидение, интернет ҡына түгел, ватсап кеүек бәйләнеште, социаль селтәрҙәрҙе лә күҙ уңында тотоп әйтәм. Хатта телевидение тапшырыуҙары ғына ла йөҙмәсә-йөҙ каналдан килә. Шулар араһынан үҙ каналыңды һайлап алыуы ла еңел түгел. Тик шуныһы бар: беҙ — милли республикала йәшәгән төп халыҡ. Шуға күрә башҡа телдәрҙәге тапшырыуҙарға ҡарағанда үҙ туған телебеҙҙә, башҡортса эфирға сыҡҡандарҙы көтөп алабыҙ. Бигерәк тә тарихҡа, үткәндәр менән бөгөнгөнө бәйләп, анализ яһалған, шәхестәр аша замана йөҙөн сағылдырғандарға ихтыяж ҙур.

“Башҡортостан 24” каналы яңыраҡ булдырылды. Хәйер, ул, замана талабы булып, үҙенән-үҙе федераль канал эсендә Рәсәйҙә тәүгеләр рәтендә халыҡ хөкөмөнә сыҡты. Ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, үҙенсәлекле тапшырыуҙары менән был канал телевизор ҡараусылар араһында киң популярлыҡ яулай бара. Был аңлашыла ла: унда милли программаларҙы телевидение нескәлектәрен белгән генә түгел, халҡыбыҙҙың асылын ауылдарында, ҡалаларҙа күреп үҫкән ҡыҙҙар һәм егеттәр әҙерләй. Канал менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатынан һүҙҙе уның етәксеһе Рәмзит АБУЛӘЕВкә бирәйек.

Рәмзит АБУЛӘЕВ:
– “Башҡортостан 24” – бөгөн башҡорт телендә иң сифатлы һү­рәтле, юғары кимәлдәге тапшы­рыуҙар әҙерләгән канал, тип әйтер инем. Үҙ коллективым бул­ғанға түгел, эшләй белгәндәре өсөн маҡтап әйтәм. Йәнә лә беҙҙәге һымаҡ юғары сифатлы һүрәттәр, иҫ китмәле асыҡ, тө­шөргән сюжеттарҙың бар нескә­лектәрен картинкала сағылдыра алған бер канал да юҡ, тип әйтер инем хатта, сөнки Full HD форматында эшләйбеҙ. Йәғни, һү­рәттәр ап-асыҡ күренеп тора. Социаль селтәрҙәргә күсергәндә лә сифат кәмемәй. Был форматта бары тик федераль каналдар ғы­на эшләй, төбәгебеҙҙә иһә бары тик беҙ тапшырыу­ҙа­ры­быҙ­ҙы ошо ысул менән эфирға сы­ғарабыҙ. Шуға күрә мин тулы ышаныс ме­нән, “Башҡортостан 24” кана­лы­ның киләсәге ҙур, тип әйтә алам. Башҡорт телендә, туған те­лебеҙҙә, республиканың дәүләт телендә һөйләгән ошо канал бул­дырылған икән, ул халыҡты юға­ры сифатлы тапшырыуҙары ме­нән йәлеп итергә тейеш. Журналистар эҙләнә, ҡыҙыҡлы фе­кер­ҙәр, идеялар менән яна. Беҙ үҙе­беҙҙең эфир ваҡытында теле­беҙ­ҙе һаҡлау, уның бар мөм­кин­лектәрен файҙаланыу өсөн бары­һын да эшләргә бу­рыс­лы. Был йә­һәттән бөтә шарттар ҙа булды­рылған, хеҙмә­те­беҙҙе тағы ла ки­­ңе­рәк йәйел­де­реп ебәреү мө­һим. Ә беҙ шу­лайтабыҙ ҙа. Коллективта баш­ҡорт милләте, уның бөгөнгөһө, киләсәге тип янып тор­ған рухлы ҡыҙҙар һәм егеттәр эшләй.

Йәнә беҙҙең каналды телевизор аша ғына түгел, телефондан да ҡарап, тыңлап була. Беҙ тапшырыуҙарыбыҙҙы халыҡҡа һәр төрлө заманса юлдар аша алып сығабыҙ.

Эйе, “Башҡортостан” теле­радиоком­панияһы эсендә бик күп тапшырыуҙар, каналдар бар. Улар элегерәк һәр береһе айырым ойошторола ине, ә хәҙер, “Башҡортостан 24” ойошто­ролғас, тапшырыуҙар бер ергә тупланды. Был дөйөм эш өсөн уңайлы. Башҡортса тапшырыуҙар өсөн айырым контент булдырылды һәм “Хәбәрҙәр”, “Аҙна яңы­лыҡтары”, “Музхәбәр” эфирға яңырып сыға башланы. Йәнә телевизор ҡараусылар өсөн “Ретро-плюс” тигән өр-яңы проект әҙерләйбеҙ. Мәҫәлән, “Ҡыҙыл паша” спектаклен төшөргән саҡта ниҙәр килеп сыҡҡан, артистар тормошондағы хәлдәр, үҙенсә­лекле хәтирәләр буласаҡ унда. Халыҡҡа бит тамаша үҙе генә түгел, авторҙарҙың, артистарҙың ул саҡтағы кәйеф торошо ла ҡыҙыҡлы. Хатта ул ваҡыттағы кейемдәр, аралашыу манераһы, шул саҡтағы ҡиммәттәр... Хәйер, тапшырыуҙы ҡарағас, моғайын, халыҡ үҙ фекерен әйтер. “Ретро-плюс”ты диктор Флүрә Мурзина алып барасаҡ.

Мәҙәниәт яңылыҡтары айырым биреләсәк. Һәр журналистың үҙенең ижади мөмкинлеген асыу өсөн бар шарттар ҙа бар. Шуға күрә тиҙ арала каналдың йөҙөн билдәләрлек тапшырыуҙар әҙерләп, эфирға бирә башланыҡ. Элеккесә оҙаҡ план ҡороп, уны раҫлатып, эшләргәме-юҡмы тип икеләнмәйбеҙ, киреһенсә, идеялар шунда уҡ тормошҡа ашырыла бара. “Ҡош юлы” тапшырыуы әҙәбиәт донъяһына арнала.

“Башҡортостан 24” – ул тулы ҡанлы, үҙаллы, үҙебеҙҙең мәнфә­ғәт­тәрҙе сағылдырған канал. Республика Башлығы ла сығышында, беҙҙең мөмкинлектәрҙе юғары баһалап, уңышлы проект тип атап, килә­сәктә мультиплекстың 21-се кнопкаһына индереүҙе хәстәр­ләргә кәрәк, тине. Был — беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәгән баһа.

“Башҡортостан” телерадио­компанияһында милли тап­шырыуҙар бүлеге бар. Уға бил­дәле журналист Уйылдан Ғә­лин етәкселек итә. Әңгәмәбеҙ тап башҡортса тапшырыуҙар хаҡында.

– Үҙең етәкселек иткән бүлек менән таныштырыуҙы ойоштороу эштәренән башлаһаҡ ине, Уйылдан?

– “Башҡортостан” дәүләт теле­радиокомпанияһы һуңғы биш-алты йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр кисереп, алға атланы тиһәк, мо­ғайын, хата булмаҫ. Яңы йүнә­лештәр, алымдар, технологиялар ҡулланып эшләү һөҙөмтәһендә каналдың йөҙө үҙгәрҙе, ул халыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр асты. “Башҡортостан 24” каналының барлыҡҡа килеүе үҙе үк ҙур ваҡиға булды.

Быға тиклем башҡорт телендә сыҡҡан тапшырыуҙарҙың һаны аҙнаһына өс сәғәт кенә ине. То­ра­раҡ каналдың директоры Азамат Сәлихов, Мәскәүҙәге генераль етәкселек менән бәйлә­неш­кә инеп, башҡорт телендәге тап­шырыуҙарҙы арттырыуға өлгәште.

Беҙ – милли республикала эш­ләгән канал. Төбәгебеҙҙә дәүләт теле икәү. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһында баш­ҡортса тапшырыуҙарҙың үҙ урыны булырға тейеш кенә түгел, киң булыуы мөһим икәнен иҫәпкә алып эшләнде был. Башта идея, ниәт булып йөрөгән маҡсаттарҙы етәкселеккә белдергәс, хуплау таптыҡ. Ситтән кешеләр йәлеп итмәнек, компания эсендәге коллектив төрлө йүнәлештә, төрлө эфир ваҡытында ең һыҙғанып эшкә тотондо. Башҡорт телендәге телевидение тапшырыуҙарының сифатын күтәреү, һанын арттырыу өсөн радиолағы колле­гала­рыбыҙҙы ла йәлеп иттек. Изге маҡсатта дөйөм команда булып тупландыҡ. Шул уҡ кешеләр, әммә эш күләме артты, ҡыҙыҡлы фекерҙәр күбәйҙе.

Тәүҙә рейтингты күтәреү өсөн эшләнек, йәғни беҙ булдыра алы­уыбыҙҙы күрһәтергә тейеш инек. Маҡсаттар тиҙ арала тормошҡа аша башлағас, беҙ бит федераль канал, Мәскәүгә хаттар яҙҙыҡ. Эфир ваҡытын арттырыуҙы һорап.

– Рейтингты нисек күтәр­ҙегеҙ?

– Төп көс алып барыусылар иңенә төштө. Улар ҡыҙыҡлы темалар эҙләне, мауыҡтырғыс әңгә­мәселәр менән эшләне, халыҡҡа ҡыҙыҡлы булған мәсьәләләрҙе күтәрергә тырышты. Һөҙөмтәлә беҙгә эфир ваҡытын арттырыу мөмкинлеге тыуҙы. Уны коллектив үҙе тыуҙырҙы, тиһәк тә, яңылыш булмаҫ.

Йәнә етәксебеҙ Азамат Рафаэль улы беҙгә һанлы камераға күсеү мөмкинлеген бирҙе. Хәҙер инде беҙ ошо форматта заманса эшмәкәрлек алып барабыҙ.

– Телевидениелағы мульти­п­лекс тураһында ла әйтеп китһәң?

– Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдә мультиплекс булдырылды, йәғни 20 бушлай канал һәр өйҙә күрһәтеләсәк. Был төп маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда ғына 216 вышка төҙөлдө. Рәсәй телера­диотапшырыуҙар селтәре һәр йортта төп каналдарҙы ҡарау мөм­кинлеген тыуҙырыу өсөн эшләне быны. Беҙ тапшырыу­ҙарҙы әҙерләйбеҙ, ә улар бөтә Башҡортостанға юғары һанлы программаларҙы тарата. Әгәр беренсе мультиплексҡа ун канал инһә, икенсеһенә йәнә унау өҫтәлде. Бөгөн өсөнсөһөн булдырыу тураһында һүҙ бара, әгәр асылһа, унда БСТ ла инер тигән уй бар.

– Һеҙҙең каналда бөгөн башҡорт телендә нисә тапшырыу сыға?

– Беҙ башҡорт телендә юғары сифатлы тапшырыуҙар эшләп, эфир ваҡытын киңәйтеп булыуын тапшырыуҙарыбыҙ миҫалында иҫбатлай алғас, мөмкинлектәр артты, көн дә сыға алыу хоҡуғы бирелде. Элек шишәмбе, кесаҙ­на, йома эфир тулҡындарында булһаҡ, хәҙер инде халҡыбыҙға көн дә “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуы тәҡдим ителә. Федераль каналдың 128 филиалы бар, ә бына беҙҙәге һымаҡ милли эфир тағы Вайнахта, Югорияла ғына бар. Был беҙҙең өсөн, беренсенән, ҙур яуаплылыҡ менән яуланған үр булһа, икенсенән, эшләй алыуыбыҙҙың, коллективтың хеҙмәт кимәленең күрһәткесе лә.

Йәнә башҡортса реклама халыҡ араһында популяр түгел тигән ҡалыплашҡан фекерҙе емереп, ошо йүнәлештә лә үҫештек. Алып барыусылар ҙа, режис­серҙар ҙа, тауыш операторҙары ла – редакцияның һәр хеҙмәт­кәре халыҡҡа файҙалы, ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эшләү өсөн бар көсөн һала. Заманса алымдар, бөгөн фәһемле күренештәр ха­ҡында һөйләгәс, шул хаҡта мәғ­лүмәт еткергәс, ысынлап та, телетапшырыуҙарҙы ҡараусылар һиҙелеп артты.

– Рекламаны нисек итеп эшләнегеҙ?

– Мәҫәлән, медицина препараттары икән, беҙ шул хаҡта киңәйтелгән мәғлүмәт бирәбеҙ, аңлатабыҙ. Үҙебеҙ ошо дарыу менән танышабыҙ һәм кешеләргә файҙаһы булһа ғына эфирҙа тәҡдим итәбеҙ. Нимәһе менән файҙалы, тигән һорау һәр саҡ иң алда тора. Хәҙер бит медицина препараттарын һатҡан шарлатандар ҙа күбәйҙе. Журналист, тапшырыуҙы әҙерләгән кеше өсөн ана шуны аңлау, төшөнөү ҙә мө­һим. Үҙебеҙҙә етештерелгән про­дукцияға өҫтөнлөк бирергә тыры­шабыҙ. Мәҫәлән, ишембай­ҙарҙың боланут сәйен тәҡдим иттек. Беҙ улар менән бергә сәй етеште­релгән урынға барып, уның бар нескәлектәренә төшө­нөп, ниндәй ысул менән кипте­релгәнен өй­рәнеп, тапшырыу әҙерләнек. Улар тураһында реклама эшләнек, ә улар беҙҙең логотиптарҙы баҫа. Йәғни үҙе­беҙ­ҙең етештереүсе­ләргә ярҙам да булырға тейеш. Хәҙер бит фән­дә лә әйтелә: һәр кем тыуған ерендә үҫкән ризыҡты ҡулла­ныр­ға тейеш. Үҙебеҙҙең эш­ҡы­уар­ҙар­ҙы, үҙебеҙҙә етеште­релгән тауарҙарҙы күрһәтеү – ике яҡ өсөн дә файҙалы, халыҡҡа кә­рәк­ле алым. Яңылышмаһам, компанияға былтыр ғына беҙҙең рекламаларҙан апаруҡ аҡса ин­гән. Улар – “Хәбәрҙәр”ҙә, “Хәйер­ле иртә, республика!” тапшырыуында сыҡҡан рекламанан килгән аҡса.

– Тапшырыуҙарҙың кимәле юға­ры тинең. Ул нисек билдәләнә?

– Беҙҙәге тапшырыуҙарҙың кимәле юғарылығын федераль конкурстарҙа лайыҡлы баһа алыуы күрһәтә. Мәҫәлән, уҙған йыл Волгоградта “Мәңгелек ут” конкурсына “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуының Бөйөк Ватан һуғышына арналған сығары­лышы тәҡдим ителде. Ул сара­ның махсус бүләгенә лайыҡ булды. Оҙаҡламай режиссерыбыҙ Тобольск ҡалаһына юллана.

Беҙҙең башҡорт телендәге тап­шырыуҙар илдә генә түгел, донъя кимәлендә юғары баһа­лана. Был – беҙҙең өсөн ҙур баһа, дәртләнеп эшләү өсөн ҡе­үәт бирә торған күрһәткес. Тимәк, тапшырыуҙың профессиональ кимәле юғары булырға тейеш, ә ниндәй телдә әҙерләнеүе ул тиклем мөһим түгел, сөнки титрҙар менән тәржемә эшләп була. Йәнә бөгөн тел барьеры юҡ, минеңсә, сөнки һәр береһенә тәржемәсе табырға була. Заман менән бергә атларға кәрәк!

Киләһе айҙа режиссерыбыҙ Ҡаҙағстанға йыйына. Халыҡ-ара кимәлдә лә эш алып барабыҙ.
– Телевизор ҡараусылар менән бәйләнеш нисек?

– Шылтыраталар. Башта уҡ түгел. Бер-ике көн үтә һәм тапшырыу хаҡында фекерҙәрен әйтеп, йәки теләктәрен белдереп, һорауҙарын, үтенестәрен әйтеп, шылтырата башлайҙар. Беҙ һәр фекерҙе тыңларға әҙер. Хатта ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, сөнки битараф булмаған кеше шылтырата, тимәк, уның күңеле­нә нимәлер кәрәк. Һәр фекер тапшырыуҙарҙы яҡшыртыу өсөн файҙаланыла.

Яңыраҡ “Атай, әсәй һәм мин” тигән юрист кәңәштәре рубрика­һын булдырҙыҡ. Унда юристар халыҡҡа бушлай ярҙам күрһәтә.

Шылтыратып ярҙам һораған осраҡтар бар. Шунда уҡ эфирға ла сығарып булмауы ихтимал, әммә ул кешегә беҙ мотлаҡ барып етәбеҙ һәм уға булышлыҡ ҡылыу сараһын күрәбеҙ. Мәҫәлән, яңы­раҡ Ҡариҙел районынан бер апай шылтыратып, үҙ хәлен һөйләне. Уның балалары ла, ире лә үлгән, ә үҙе сирләп тора икән, утын әҙерләй алмай. Урман хужалығы министрлығына шылтыратып, ярҙам һораныҡ һәм, Аллаға шөкөр, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәштек. Был бер миҫал ғына. Журналист – ул күп яҡлы һөнәр эйәһе. Мәғ­лүмәт биреү, мауыҡтырғыс тапшырыу әҙерләү генә түгел, ә ке­ше­ләргә ярҙам итеү мөмкин­леге лә бар. Быны ҡулдан ысҡын­ды­рырға ярамай. Бер-беребеҙгә таяныс, терәк булып йәшәү мө­һим. Эшебеҙ көндәлек тормошо­боҙҙан, йәшәйешебеҙҙән айырылмай, тип әйтергә теләйем.

Урындарға сығып, коллектив менән тирә-йүнде таҙартыу саралары ла ойошторабыҙ. Мәҫә­лән, бер йәй Ғафури районын­дағы таштарҙы барып төшөр­гәндән һуң, халыҡ ошо изге урынды кәртәләп ҡуйҙы. Ҡайһы саҡта бергәләп уртаҡ идеяны күтәреп алыу ҙа етә. Ерекле ауылы халҡына, хакимиәтенә рәхмәт.

Коллективтың хеҙмәткәрҙәре – Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар союздары ағза­ла­ры. Үҙебеҙҙең профессиональ эш­мәкәрлек буйынса һәр сарала ҡатнашабыҙ.

Беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ – ул ижади фекерләгән кол­лективыбыҙ.
– Сайтығыҙҙың эше нисек алып барыла?

– Бөгөнгө бөтә электрон сыға­наҡтарҙа беҙҙе табырға була. Сайтта шулай уҡ тапшырыуҙар, программа, беҙҙең эшмәкәрлек тураһында бай мәғлүмәт туплана килә. Көнөнә 200 меңдән ашыу кеше инеп ҡарай. Беҙҙең сайттың үҙ лицензияһы бар, шуға күрә ул каналдың айырым мәғлүмәт сығанағы иҫәпләнә. Ниндәй генә илдәрҙән, ҡалаларҙан инмәйҙәр беҙгә! Ҡайсаҡ хатта аптырап китәһең. Һиндостанда беҙҙең менән кем ҡыҙыҡһына икән, тип ҡуяһың, мәҫәлән. Әммә милләт­тәш­тәребеҙ йәшәмәгән төбәк юҡ, уларға республикала, ошо тө­бәктә йәшәгән халыҡ тураһында белеп тороу ҡыҙыҡлы, тимәк.

– Интернет радиоғыҙ ҙа бар?

– Эйе, ди-джей Фәтих шөғөл­ләнә был эш менән. Уның өсөн махсус урын булдырҙыҡ, тәүлек әйләнәһенә интернет аша эфирға сыға. Йырҙар ҡуя, ҡунаҡтар саҡыра, үҙе тапшырыуҙар ойоштора. Ди-джейҙы, интернет аша инеп, һәр кем тыңлай ала.
– Коллективығыҙ менән дә танышып китәйек.

– Беҙҙә республикабыҙҙың төрлө райондарынан сыҡҡан журналистар, хеҙмәткәрҙәр эшләй. Был шулай уҡ ыңғай күренеш, тип иҫәпләйем, сөнки һәр тө­бәктең үҙ һөйләше, йолаһы, үҙенә генә хас күренештәре бар, шуға күрә төрлөлөк беҙгә халыҡтың ихтыяждарын тағы ла яҡшыраҡ, тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Етәксебеҙ Азамат Рафаэль улы – ябай журналистан компа­нияның генераль директоры вазифаһына тиклем үҫкән баш­ҡорт егете. Салауат ҡала­һынан, ижади ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ул беҙҙең эштең бар нескәлектәрен яҡшы белә, һорау бирер алдынан уҡ уның яуабы әҙер, тиергә була. Яңы идеяларҙы шунда уҡ күтәреп ала.

“Башҡортостан 24” кана­лының етәксеһе Рәмзит Абуләев – Стәрлебаш районы егете. Ул каналда башҡорт телен, хал­ҡы­быҙ асылын күтәреү маҡсатын ҡуя. Алып барыусыбыҙ Ғәлимйән Ибатуллин – Ишембайҙан. Уның үҙенсәлекле, һис көтөлмәгән һо­рау­ҙар менән телевизор ҡарау­сыларҙы йәлеп иткәнен яҡшы беләләр. Алып барыусылар Ғәзиз Лоҡманов, Ләйсән Тимербулатова, режиссер Зилә Ихсанова – Баймаҡ районынан.

Режиссер Зарема Хисмәтуллина, алып барыусылар Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Дилара Мусина – Өфөнән. Режиссер Салауат Фәтхетдинов, алып барыусы Сәлимә Исламова – Бөрйәндән. Алып барыусылар Рәлиә Сәхибгәрәева – Дәүләкән­дән, ә Гүзәл Ишкинина – Благо­варҙан. Хәбәрселәр Закир Шәри­пов – Әбйәлилдән, Иҙел Алсынов – Йылайырҙан, Нәфисә Кинйә­баева – Мәләүездән, Нәркәс Йосопова – Белореттан, режиссер Лидия Мусина – Силәбенән. Уларҙың һәр береһе хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә әйтеп була. Коллектив ижади маҡсаттарға көйләнгән. Шулай уҡ беҙҙең ме­нән танылған шәхестәр ҙә эшләй. Башҡортостандың халыҡ артис­тары Рәсүл Ҡарабулатов, Фир­ҙәт Ғәлиев, билдәле диктор Флү­рә Мурзина – тапшырыуҙа­рыбыҙ­ҙың алып барыусылары. Уларҙың тәжрибәһе йәштәр өсөн дә бик кәрәк.

Беҙҙә эшләгән һәр кеше – үҙен­сәлекле хәбәрсе, сөнки тапшы­рыу­ҙа­рыбыҙ телевидениела ғына тү­гел, радиола ла, интернетта ла, сайт­та ла сыға. Бер кем дә, мин те­ле­видениела ғына эшләйем бит, тимәй, бөтөн эште бергәләп башҡарабыҙ.

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Азамат СӘЛИХОВ:
– Телевидениеның эше ҡыҙыҡлы. Шул арала хеҙмәткәрҙәрҙең баһаланыуы – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. “Сәйәхәтсе һуҡмағы” программаһы хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибатуллиндың өс тапшырыуы “Минең ерем Рәсәй-2018” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында 1612 эш араһынан иң яҡшыларҙан тип табылған. Тапшырыу эфирға башҡорт телендә сыға. Конкурсҡа эштәр титрҙар менән әҙерләнде. Видеокадрҙарҙы шулай уҡ үҙ эшенең оҫтаһы Илшат Ҡаҙаҡулов тө­шөрҙө. Башҡортостандың хозурлығын әллә ни­сәмә тапшырыуҙа ла күрһәтеп бөтөрлөк түгел, шуға күрә еңеү яулаған егеттәр киләсәктә лә үҙҙәренең үҙенсәлекле эштәре менән конкурстың баһалама ағзаларын ғына түгел, тәү сиратта телевизор ҡараусыларҙы ла ҡыуандырыр.

“Регион – Төмән” дәүләт телерадио­ком­па­нияһы тарафынан ойошторолған “Кеше һәм иман” V Бөтә Рәсәй конкурсында беҙҙең журналистар шулай уҡ ике наградаға лайыҡ булды. Тобольскиҙа үткән был сарала Рәсәйҙең 60 тө­бәгенән 200 фильм һәм программа ҡатнашты. “Иң шәп телевизион репортаж” номинацияһында Әнүәр Әсләмовтың “Һуғыштан хаттар” репортажы 2-се урын алды. Башҡорт ере фронто­вигының хаттары баһалама ағзаларын таң ҡалдырған: Емельян Данилов яҡын кешеләренә ай һайын яҙып торған һәм йәмғеһе 77 хат һаҡланған. “Вести” тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре был яугирҙең яҙмышына бәйле архив документтарын да тапты. Шулай уҡ ошо фестивалдә “Уфимская крепость” фильмы “Царский круг” номинацияһында Төмән дәүләт университеты ректоры Валерий Фальковтың махсус бүләгенә лайыҡ булды.

Өҫтәп шуға ла баҫым яһар инем: федераль кимәлдә башҡорт телендәге тапшырыуҙар юғары баһаланды. Был конкурстарҙа милли тапшырыуҙарҙың урын алған осраҡтары бик һирәк. Хатта “ТЭФИ” Бөтә Рәсәй телевизион премияһы милли телдәрҙәге эштәрҙе ҡабул итмәй. Әммә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт телендә юғары кимәлдәге тапшырыуҙар эшләп, уны башҡаларҙың баһалауына өлгәшә алды. Был беҙҙең хеҙмәтебеҙҙең кимәлен күрһәтә. Иң мөһиме – профессионализм, туған телеңдәге тапшырыуҙы еренә еткереп, юғары сифатлы тәржемә менән титрҙар аша тәҡдим итә белеү.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506