Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфөгә йәм өҫтәп
Арабыҙҙа изгелекле кешеләр бихисап. Тормошо­боҙ­ҙо йәмләп, матур өлгө күрһәтеп йәшәй улар. Өфөнөң Ленин райо­нындағы Торлаҡ хужалығы тресы етәксеһе Тәлғәт Нуриев – нәҡ шундай­ҙарҙан. Ихласлығы, эшһөйәрлеге менән күптәргә үрнәк ул.

Тәлғәт Хәбибрахман улы Благовещен районының Трошкин ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, урындағы училищела автослесарь һөнәрен үҙләштерә. Унан хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, заводта шофер булып эш башлай.

Артабан Өфөнөң Орджоникидзе районындағы торлаҡ йорттар идара­лығына күсә. Егәрле, намыҫлы, ихлас егетте коллектив йылы ҡабул итә. Тәлғәт Нуриев унда тәүҙә механик йөгөн тарта, бер аҙҙан етәкселектең водителе була, күпмелер ваҡыттан гараж мөдире итеп тәғәйенләнә.

Эш менән бергә белемен арттырыу бурысын да онотмай егет. Мәскәүҙә институтта ғилем туплағас, тормошҡа ҡарата киңерәк фекер йөрөтә башлай, халыҡ менән аралашыу, дөрөҫ мө­нәсәбәт ҡороу нескәлектәренә төшөнә. Шул уҡ ваҡытта күңелендә тирә-йүнде гөл-баҡсаға күмеү теләге көсәйә, ошо йәһәттән тәжрибә туплай.

Бөгөн Тәлғәт Хәбибрахман улы Өфө ҡалаһының Ленин районы ихаталарын тәртиптә тотоу, тирә-яғын таҙартыу бурысын намыҫ менән башҡара. Уның етәкселегендәге тракторсылар Р. Фәррәхов, Г. Байков, И. Ғәлиәкбәров, шо­ферҙар Р. Мәмлиев, П. Тахонов үҙ эшен ваҡытында һәм еренә еткереп үтәй. Гаражда ла өйҙәге шикелле тәртип, һәр нәмә үҙ урынында.

Хужалыҡтың Затон һәм Нижегородка биҫ­тәләрендә лә участкалары бар. Унда ла уңғандар бихисап: Р. Минһажетдинов, М. Бикбулатов, Ф. Ғайсин һәм башҡалар.

Хәтеремдә, Свердлов урамында һәр ваҡыт батҡаҡ була торғайны, хатта резина итек менән үтеү ҙә ҡыйын ине. Бөгөн бында – асфальт, тирә-яҡ матур итеп йыйыш­ты­рылған, сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Тәлғәт Нуриев һәм уның уңған хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте был.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 859

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 605

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504