Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иғтибар күрһәтәйек, һаҡлайыҡ
Өлкән быуын һәр заманда ла юл күрһәтеүсе, тормошто алып барыусы булған. Уларҙың аң-зиһене, аҡылы, ҙур тәжрибәһе һәр саҡ мөһим мәсьәләләрҙе яйға һалыуға хәл иткес өлөш индергән һәм әле лә шулай.

Быны, мәғлүм ки, яңы быуын да яҡшы аңлай. Мәҫәлән, республикабыҙҙа ағинәй­ҙәр эшмәкәрлегенең киң йәйелдерелеүе ошоға аныҡ дәлил булып тора. Әлбиттә, өлкән йәштәге ирҙәр ҙә әүҙемләшһә, тағы ла һәйбәтерәк һөҙөмтәгә өлгәшелер ине. Борон аҡһаҡалдар ҡоро йәмғиәттең төп таянысы булған бит.

Аллаһ Тәғәлә тарафынан оҙон ғүмер насип ителгән берәүҙе лә ҡартлыҡ урап үтмәй. Ғүмерҙең “уңыш йыйыу” мәле муллығы менән ҡыуандырһын өсөн ни эшләргә? Әлбиттә ки, уға һәр кем йәштән әҙерлә­нергә тейеш. Хаҡ юлдан барыу, тыйылған ғәмәлдәрҙән ситтә тороу, күңел таҙалығы, сәләмәт тормошҡа ынтылыу... Улар ҡартлыҡта төп бәхеткә һуҡмаҡ һала. Өҫтәүенә һәр кем ғаилә ҡороп, белемле, әҙәпле-әхлаҡлы балалар үҫтерергә, ул-ҡыҙҙарының күңелендә иман, рух, тыуған ергә, өлкәндәргә ҡарата ихтирам-хөрмәт һәм башҡа күркәм тойғолар тәрбиәләргә тейеш. Кешелектең хаҡ бурыстарын атҡарған әҙәм балаһының ҡартлығы, һис шикһеҙ, бәхеткә күмелер.

Мәғлүм ки, өлкәнәйгән һайын кешенең күңеле нескәрә, баланы­ҡылай йомшаҡҡа әйләнә. Үҙенә ҡарата иғтибар көтә ул. Ошо­но иҫтә тотоп, ололарға йылы һүҙҙә­ребеҙҙе еткерергә, ҡәҙер-ихтирамыбыҙҙы күрһәтергә онотмаһаҡ ине. Бәғзе берәүҙәр быны аҡса менән хәл итергә тырыша. Йәнәһе, ҙур ярҙам күрһәтә. Дөрөҫ түгел. “Өлкәндәрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәт­ләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға мөнәсә­бәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты булһын”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. 

Йәштәрҙең төп кешелек бурысы – оло­ларға һүҙ, эш аша ихтирам-хөрмәт күрһә­теү, изгелекле булыу. Уларҙың ризалығын алыу, ҡәнәғәтлегенә өлгәшеү һәр кемдең тормошона бәрәкәт бирә, ти дин белгес­тәре. “Ғибәҙәтте Аллаһ Тәғәләгә ҡылығыҙ һәм ата-әсәгә изгелек итегеҙ. Улар янығыҙҙа йәшәп ҡартайһа, һис бер заман “уф!” тип әйтмәгеҙ, гелән матур, яғымлы һүҙ­ле булығыҙ”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”­дә. Һәммәбеҙгә лә ошо әмерҙе үтәп, өлкәндәрҙең фатихаһында йәшәргә яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840