Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хеҙмәт кешеләрен данлаусы
Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы буйынса әүҙем, уңышлы эшләгән автор. Был темаға арналған бер нисә китабы сыҡты, гәзит-журналдарҙа ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалары даими баҫыла.

Нефть геологияһында асыштарҙы, нефть скважиналарын быраулау ысулдарын, ҡорамал-инструмент­тарҙың заман талаптарына ярашлы үҙгәреүен, бөгөнгө торошон еткерә уҡыусыларға. Әммә, минеңсә, уның хеҙмәтенең иң мөһиме – кешеләр, шәхестәрҙе иҫкә алыу, юғалған, онотолғандарҙың исемен халыҡҡа кире ҡайтарыу, уларға тейешле иғтибарҙы арттырыу.

Миҫалға, Ишембайға арналған күләмле мәҡәләһендә эҙләнеүҙәр, ятҡылыҡты табыу тарихы, шунда ҡатнашыусылар тураһында ентекле бәйән итте (“Ватандаш” журналы, 2017 йыл, 1-се һан). Үкенесле, 30-сы йылдарҙа Ишембай нефтен асҡан һәм үҙләштергәндәрҙән 86 кеше золом ҡорбаны була. Уларҙың күбеһе – урындағы етәкселәр, зыялылар, инженер-техник белгестәр. Нефть сәнәғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индер­гән хеҙмәт кешеләренең исеме оно­толорға тейеш түгел, ти автор һәм улар­ҙың һәр береһе хаҡында иҫкә алып, яҙмаларында тейешле баһа бирә.

Э.Ә. Зәйнетдиновтың (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) “Башкирская нефть и ее первопроходцы (XVIII – XX в.в.)” тигән күләмле китабы ғү­мерен нефть сәнәғәтенә арнап, хаҡ­лы ялға сыҡҡандар, бөгөнгө хеҙ­мәт­тәштәр, яңы ғына эш башлағандар өсөн берҙәй ҡыҙыҡлы, ылыҡтырғыс. Беренселәренә – хәтер, икенселәренә – уйланыу, өсөнсөләренә – буласаҡ һөнәр серҙәре.

Авторҙың тармаҡ торошо киң һәм тәрән өйрәнелгән “Нефть Победы” исемле китабы ла йәмәғәтселек тарафынан йылы ҡабул ителде, күптәр өсөн тормош дәреслегенә әүерелде.

Быраулаусы-инженер, иҡтисад фәндәре кандидаты Энгель Зәй­нетдинов 40 йыл самаһы “Башнефть” берекмәһендә эшләне. Әле лә уның йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнай. Ойошманың генераль директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, легендар шәхес Евгений Столяров (1922 – 1985 йй.) хөрмәтенә иҫтәлектәр йыйын­тығының автор-төҙөүсеһе лә ул. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, скважи­наларҙы быраулау хеҙмәт юлында бөтә баҫҡыстарҙы үткән Социалистик Хеҙмәт Геройы Д.И. Ми­хайловҡа арналған китабы ла – оло әһәмиәткә эйә хеҙмәт.

Илебеҙҙең, республикабыҙҙың иҡтисади нигеҙе булған нефть һәм газ тармағына ҙур иғтибар бүлгән Э.Ә. Зәйнетдиновтың Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүен ихлас хуплайым. Талантлы шәхес юғары баһаға, һис шикһеҙ, лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519