Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңыбайҙы төпкөл тимәгеҙ
Бөгөнгө тормошто интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе һис кенә лә мөмкин түгел. Ғәжәп, уйлана башлаһаң, ә элек унһыҙ нисек йәшәгәнбеҙҙер?! Һаман да хәтерҙә, интернет йортобоҙға килеп ингәндә, ҡыуаныстың сиге юҡ ине. Яй эшләүенә лә риза инек, тик һүнеп кенә ҡуймаһын. Ваҡыт елдән дә шәберәк елгән осорҙа ғүмер итәбеҙ. Хәҙер иһә юғары тиҙлектәгеһе хатта төпкөл ауылдарға ла барып етте. Өйҙән сыҡмайынса ғына донъялағы бар яңылыҡтар менән шунда уҡ танышырға мөмкин.

Яңыбай Ейәнсура районында төпкөл ауылдарҙан һанала. Ышанаһығыҙмы, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бындағы тормош күптәрҙе көнләштерерлек. Йә булмаһа, һүҙҙе Яңыбай урта мәктәбе директоры Фәймә Ишмөхәмәтованың үҙенә бирәйек.

– Маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ, беҙҙең мәктәп һәр йәһәттән дә алдынғы, – тип башланы һүҙен Фәймә Әхмәтсәғит ҡыҙы. – Компьютер класы бар, кластарҙың һәр береһендә вай-фай эшләй. Педагогтарҙың эшен еңеләйтеү маҡсатында уларға ноутбук таратып бирҙек. Ә башланғыс кластарҙың икәүһендә интерактив таҡта элдек. Әйткәндәй, уңыштарын иҫәпкә алып, күптән түгел география уҡытыусыһына ла ноутбук тотторҙоҡ.
Нисек кенә булмаһын, кибернетика сәскә атҡан осорҙа ғүмер итеү бәхете тейҙе беҙгә. Шатланмаҫлыҡмы ни! Уҡыусы бала компьютерҙы тоҡан­дырғас та, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар менән осрашмаһын, тигән уй-ниәтте тормошҡа ашырҙыҡ. Ул ни өсөн кәрәкме? Берҙәм дәүләт имтиханына, дөйөм дәүләт имтиханына әҙерлән­гәндә еңел, төрлө конкурстар тура­һында ла шуны әйтергә мөмкин.

Шул иғтибарға лайыҡ, киләсәктә юғары тиҙлектәге интернет бөтә төпкөл ауылдарға ла барып етәсәк. Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов был хаҡта йыш телгә ала. “2024 йылға хәтлем төбәктең бөтә мәктәп һәм колледждарында ла юғары тиҙлектәге интернетҡа инеү мөмкинлеге буласаҡ”, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә. Ә уға тиклем тура эфирҙа халыҡтың һорауына яуап биргәндә лә ошо турала билдәләне.

Республикабыҙҙа мәктәптәргә интернет үткәреүҙе тиҙләтеү програм­маһы ҡабул ителгән, ул уңышлы эшләй. Ябай интернет ҡына түгел, ә юғары тиҙлектәге интернет (секундына 100 Мбит һәм унан да тиҙ) тураһында һүҙ бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518