Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡәҙерле
Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡәҙерлеХалыҡ өсөн изгелектең баһаһы ҙур икәнен аңлап, йәшәүҙең асылын көнөм өсөн түгел, илем өсөн тип күргән, ғүмерен балаларға арнаған, хеҙмәттә, ижадта тир түгеп үткәргән һәр мәлдең алтынға тиңлеген бала саҡтан күңеленә һеңдереп, оло маҡсатын тормошҡа ашырған шәхестәр ихтирам тойғоһо уята. Нәзәкәтле, һәр эштә тәүәккәл, әүҙем, алсаҡ, эшлекле ханым, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йорто директоры Фәнисә БӘҘРЕТДИНОВА — тап шундайҙарҙың береһе.
Бала саҡтан кешеләргә һаулыҡ бүләк итергә теләгән ҡыҙға артист һөнәре лә яҡын була, һуңғараҡ уҡытыусы урынына ла үҙен ҡуйып ҡарай. Һәр хәлдә тәүге ике һөнәрҙең ҡайһыһын һайлаһа ла отолмаҫ ине, моғайын, сөнки сабырлыҡ, йыр-моң, сәнғәтте, шиғриәтте яратыу уға тәбиғәттән бирелгән, ғаилә мөхитендә нығынған. Яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, уға уҡытыусы-тәрбиәсе булырға яҙған. Атаһы Малик Хөббиғужа ағай менән әсәһе Әнисә Миңлегәрәй ҡыҙы рухи тормошто үҙ иткән, донъяның матурлығын тоя белгән, тырыш хеҙмәттәре менән үҙҙәре лә уны йәмләгән, ауылдаштарының хөрмәтенә эйә булған, алты ҡыҙ менән ике улға ғүмер биргән кешеләр. Бөгөн һигеҙ баланың бишеһе иҫән-һау, тормоштарын, бәхеттәрен үҙ ҡулдары менән ҡороп, донъя көтә, балалар үҫтерә.
Малик ағай балаларына белем алыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатында ғаиләһен Әлшәй районының Ибрай тигән бәләкәй генә ауылынан Ҡармышҡа күсерә. Заманына күрә ете класс белем алып, шофер булып эшләй ул.
Бала сағын Фәнисә Малик ҡыҙы шулай хәтерләй: “Кешеләргә һөйөү, бер-береңә ҡарата туғанлыҡ, ярҙамсыллыҡ, талапсанлыҡ, намыҫсанлыҡ, сәмселлек, уңғанлыҡ кеүек матур сифаттарҙы балаларында тәрбиәләгән ҡәҙерлеләрем. Ул саҡта телевизор ҙа ауылда беҙҙә генә ине әле, атайыбыҙ велосипед алып бирҙе, күп итеп әҙәби китаптар уҡый торғайны. Әҙәбиәтте яратыу атайҙан килһә, сәнғәткә һөйөүҙе Зәкиә апай менән Баязит ағай Йәнгировтар тәрбиәләне. Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡәҙерлеШиғырҙар яҙҙым, бейей инем. “Йәшлек” бейеү ансамблендә шөғөлләндем. Күрше район, ауылдарға барып концерттар ҡуйҙыҡ, ул саҡта матур йола — эстафета тапшырыу йолаһы булды. Беҙ сығыш яһағас, икенсе район, ауыл һәүәҫкәрҙәре эстафетаны ҡабул итеп ала, ана шулай итеп, халыҡҡа матурлыҡ, рухи аҙыҡ өләшкәнбеҙ”.
Уҡытыусы булыуға ла сәбәп бар. Класс етәксеһе Зәңгиҙә Минһаж ҡыҙы Сәлимова унынсыны тамамлар алдынан уҡыусыларҙан “Хыялым менән уртаҡлашам” тигән темаға инша яҙҙыра ла, һуңынан йыйып алып, сейфҡа һалып ҡуя. Мәктәпте тамамлап, биш йыл үтеп, осрашҡас, шунда уҡытыусы иншаларҙы уҡый. Фәнисә Малик ҡыҙы: “Хыялым — артист йә уҡытыусы һөнәренең береһе тормошҡа ашһа, бәхетле булыр инем”, — тип яҙа. Ошо хыял Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына башҡорт-рус теле бүлегенә алып килә лә инде. Артабан хеҙмәт юлы Нуриман районының Иҫке Күл урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙан башлана. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, һуңынан директор вазифаһын да башҡара. Мәктәп тормошо менән генә сикләнмәй йәш етәксе, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы була. Тырышлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнһә, балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арналған 17 йыллыҡ педагогик хеҙмәте “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеме менән баһалана.
Әлбиттә, етәксе булыр өсөн юғары белем алыу ғына аҙ. Ул психолог, артист та булырға, кешенең тын алышын, уй-хистәрен аңлай, кемдең нимәгә һәләтле булыуын тойомларға тейеш. Һәр эште хеҙмәткәрҙәрең, фекерҙәштәрең менән кәңәшләшеп башҡарғанда ғына уңыш йылмая. Халыҡтың ихтирамын яулар өсөн яҡшылыҡ эшләргә, үҙеңдән һуң матур хәтирәләр ҡалдырырға кәрәк. Эштә лә, ғаиләңдә лә өлгө булыу, ғәҙеллек, тоғролоҡ кеүек сифаттар ҙа етәксегә бик кәрәк. Бөгөн дә Нуриман районының Иҫке Күл ауылы менән бәйләнеш өҙөлмәгән, әле лә ихтирам итәләр икән, тимәк, тырышлыҡ бушҡа китмәгән. Изгелекте халыҡ онотмай, тиеүҙәре шул була инде.
Кеше үҙ ғүмерендә ауырлыҡтар ҙа кисерә. Уны үткәреп ебәреү өсөн ихтыяр, рухи көс кәрәк. Ундай мәлдәр Фәнисә Малик ҡыҙын да урап үтмәй. Әммә ул тормош һынауын еңеп сыға алған, ауырлыҡтар уны, киреһенсә, сыныҡтырған. Һеңлеһе вафат булғас, уның ике ҡыҙының һәм үҙенең Нәркәсенең киләсәк яҙмыштарын уйлап, Өфөгә күсергә ҡарар итә. Хоҙай Тәғәлә уға һәр саҡ яҡшы кешеләрҙе юлына сығарып торған кеүек. Башта Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналына алып барыусы булып эшкә урынлаша. Ике йылдан һуң, тәжрибәһен, мәғариф өлкәһен яҡшы белеүен иҫәпкә алып, Фәнисә Бәҙретдинованы Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бында эшләүенә лә һигеҙенсе йыл.
“Етем балаларҙың яҙмыштарын ҡайғыртыу минең өлөшкә төшкәндер, күрәһең. Коллективта 86 хеҙмәткәр эшләй, 76 етем бала тәрбиәләнә, 35 бала патронат ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән. Шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа “Патронат тәрбиә тураһында” Закон ҡабул ителгәс, күп ғаиләләр, тәрбиәгә балалар алып, уларға ата-әсә наҙын, күңел йылыһын бирҙе. Сит баланы үҙеңдеке кеүек яратыу өсөн сабыр, изге күңелле, бала йәнле булыу кәрәк. Кеше тулы ғаиләлә генә шәхес булып тәрбиәләнә ала. Ғаиләнең ҡөҙрәте көслө. Балаларҙы тәрбиәгә алыусылар менән, әлбиттә, башта әҙерлек эше үткәрелә, улар махсус курстарҙа уҡый. Республиканың район, ауылдары менән бәйләнеш булдырғанбыҙ. Патронат ғаиләләр менән аралашып, балаларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеп торабыҙ. Яйлап яңы атай-әсәйҙәр ҙә, үҙебеҙ ҙә тәжрибә туплайбыҙ”, — ти Фәнисә Малик ҡыҙы.
Социаль етемдәрҙең күңел донъяһын үҙгәртеү, белем алыуға ихтыяж тыуҙырыу, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға әҙерләү өсөн йыйыштырыусынан алып директорға тиклем камиллыҡ талап ителә. Балаларҙың кешелек дәрәжәһен кәмһетергә юл ҡуйылмай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эшкә урынлашыусы ла иләк аша үтә, тәмәке тартҡан кешегә, мәҫәлән, бында урын юҡ. Йәш быуынды кемдәр итеп тәрбиәләүебеҙгә киләсәгебеҙ бәйле, үҙебеҙ һәр яҡлап матур өлгө күрһәтергә тейешбеҙ тигән фекерҙә педагогтар менән тәрбиәселәр.
Балалар йорто һәр көн үҙгәрештәр уртаһында ҡайнай, республиканың ижтимағи-мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән ижади хеҙмәттәшлек булдырылған. Педагогик коллектив “Туғанлыҡ ептәре”, “Һәләтле балалар” программаларын тормошҡа ашырыу буйынса ла эшләй. Тәрбиәләнеүселәргә ғаилә мөхитенә яҡын етеш шарттар булдырыу, ҡаланың 99-сы урта мәктәбендә уҡыһын, һәләттәрен төрлө түңәрәктәрҙә үҫтерһен, рухи донъяһын байытһын, бер ғаилә кеүек бер-береһенә ярҙамлашып үҫһен өсөн һәр кем белемен, тәжрибәһен, күңел байлығын һала.
Өс йәштән ун һигеҙ йәшкәсә тәрбиәләнеп, мәктәпте тамамлаған балаларҙың 70 проценты, республикабыҙҙың юғары белем биреү йорттарынан тыш, ситтә лә уҡыуын дауам итә. Мәҫәлән, бөгөн ике ҡыҙ Мәскәү юғары иҡтисад мәктәбендә III, IV курстарҙа белем ала. Балалар йортоноң коллективы Өфөгә райондарҙан белемдәрен камиллаштырыу курстарына килгән педагогтар менән дә бай тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша.
Етәксе кешегә эшенең үҙенсәлеген аңлаған, ауыр саҡта ғына түгел, шатлыҡтарҙы ла уртаҡлашҡан, терәк булған ғаилә усағы йылыһы ла көс бирә. Был йәһәттән дә уңған Фәнисә Бәҙретдинова. Күңел талаптарына тап килгән тормош иптәше, “Уралкапиталбанк” берекмәһендә инженер-төҙөүсе булып эшләүсе Мәхмүт Султаҡаев, Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡыусы ҡыҙы Нәркәс менән улы Денис, мәрхүмә һеңлеһенең ҡыҙҙары — БДПУ студенты Илзирә менән 20-се башҡорт гимназияһының IХ класс уҡыусыһы Таңһылыу ҙа Фәнисәгә мең рәхмәтле.
Шуға иғтибар иттем: әңгәмәләшкән арала ғына ла ул “мин” тигән һүҙҙе бер тапҡыр ҙа телгә алманы. Урынбаҫарҙары, тәжрибәле белгестәр Зөлфиә Насретдинова, Зәмбилә Нәзирова, Любовь Мамлееваларға, ҡайҙа ғына барһа ла, балалар йортоноң тормошон ышанып тапшыра алыуы, элекке директорҙар, ветеран тәрбиәселәрҙе онотмауы, осрашып, кәңәшләшеп тороуы, быуындар сылбырын өҙмәүе, тыуған яҡты өйрәнеү һәм балалар йорто тарихы музейҙарын бергәләп ойоштороуҙары, тәрбиәләнеүселәрҙең изге, йылы йортҡа килеп хәл белешеп тороуҙары ла етәксенең үҙ коллективын, балаларҙы ихтирам итеүе, кешелеклелек билдәһелер, тим.
Фәнисә Малик ҡыҙы ла кешеләрҙән, туғандарынан, дуҫ-иштәренән, хеҙмәткәрҙәренән уңды. Тырышлығын баһалап, Хөкүмәтебеҙ ҙә 2011 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирә.
Һәр кем үҙенең тыуған көнөндә үткән ғүмер юлын барлай, киләсәген күҙаллай. Балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова ла күркәм байрамын — 50 йәшен билдәләгәндә оло маҡсаттар, матур уйҙар менән йәшәй. “Тәбиғәттең һәр көнө йәмле булған кеүек, ғүмерҙең дә һәр миҙгеле матур, йәшәгән һайын тормош та ҡәҙерлерәк була бара. Шамонин ҡасабаһынан 12 хеҙмәткәребеҙҙең йорт һатып алыуы, балалар йорто коллективының хеҙмәте былтыр октябрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Мәғариф мөхите” конкурсында бер миҙал, ике диплом менән билдәләнеүе, хеҙмәттәштәремдең рәхмәте, балаларҙың һөйөүе лә минең өсөн оло бүләк. Башҡараһы эш күп, тимәк, бергәләп киләһе яҙҙарҙы ҡаршыларға насип итһен”, — ти Фәнисә.
Фәнисә Малик ҡыҙы — республикабыҙ мәғарифы күгендә балҡыған йондоҙҙарҙың береһе. Иң мөһиме: ул халҡына, коллективына, үҙен әсәй урынына яҡын күргән, етем, ата-әсә наҙынан мәхрүм булған балаларға кәрәк әле. Ошо үҙе оло бәхет түгелме ни?! Быларҙың барыһы ла бит мәктәптә “Хыялым менән уртаҡлашам” тигән темаға инша яҙып, серҙәрен бүлешеүҙән генә башланғайны...
Нурия АМАНГИЛДИНА,
БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат
һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518