Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең өйҙөң йәме
Беҙҙең өйҙөң йәме...Ғаиләлә бер үҙе генә үҫкән кескәй ҡыҙ уң күршеләренең ихатаһына аҡ көнләшеү тойғоһо менән күҙ һала: бер туған малай-ҡыҙҙар йүгерешеп уйнай, һыу һибешә, көлә-шаяра. Һул яҡтағыһына баға – унда иһә балалар бергәләп йорт эштәрен башҡара. Эх, күмәк булыу – ниндәй кинәнес, тип уйлап ҡуя Лилиә: “Үҫһәмме, минең дә балаларым шулай күп буласаҡ!”
...Аллаһ Тәғәлә уның теләктәрен ҡабул ҡыла. Йылдар үтер, һыуҙар ағыр, Лилиә инде үҙенең биш сабыйын, уларҙың дауамын ғына түгел, яҙмыш һынауында ҡалған тағы өс баланы һыйындырыр...



Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшә­гән Лилиә Ҡолдобаева дүрт улға һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән. Өлкәне Илмир инде хәҙер үҙе башлы-күҙле, ошонда уҡ төплән­гән. Кәләше Рәмзилә менән Самира, Мәҙинә исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Илмир идаралыҡ ком­панияһында мастер булып эшлә­һә, Рәмзилә ҡаланың 19-сы мәктә­бендә белем бирә. Илмирҙән һуң донъяға килгән Илнур әле Ҡазан федераль университетында уҡый – буласаҡ тарихсы. Ә бына кесе­рәктәрҙән киләсәктә хәрбиҙәр, полиция хеҙмәткәрҙәре сығырына өмөт ҙур. Айгөл дә, Айвар менән Алмаз да – кадеттар! Шуныһы иғтибарға лайыҡ: балаларҙың йәш араһы ҙур булһа ла, улар дуҫ-татыу, берҙәм, тырыш. Ял көнө еттеме – 100 квадрат метр­ҙан ашыу майҙанлыҡ фатир гөр килеп тора. Барыһы ла әсә янына ял табынына йыйыла. Ул-ҡыҙҙар, ейәнсәрҙәр, килен... – был көндә Лилиә Айрат ҡыҙы тиҫтәнән ашыу балаға әсә. Кем уйнай, кем бейей, көлөшөү-шаярыу...
...Тормош һәүетемсә генә дауам итмәй шулай ҙа: һынауҙарын да, балҡыштарын да әҙерләп тора. Ғаиләлә сираттағы бер боролоштан һуң ҡатын үҙендә йәнә үҙгәреш тоя – тағы ла бер сабый тәрбиәләгеһе килә. Юҡ, был юлы ул тәбиғәт ҡанундары буйынса әсә булмай, ә етем ҡалған ҡыҙ алырға тигән ниәт ҡуя һәм тейешле органдарға мөрәжәғәт итә. Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәйҙер изгелек ҡылырға тип тотона ул был маҡсатына. Ә әсә булыуҙан да ҙур изгелек бармы ни донъяла?!.
– Йыһанға осҡан ҡәҙәре булдым, яҡшы тикшерҙеләр, – тип шаярта Лилиә ханым, бала алырға йөрөгән мәлдәрен иҫләп. Шулай ҙа, бер аҙ көткәс, шылтыратыу була, тик Ҡолдобаев­тарҙың ҡотло ғаиләһенә ҡыҙ урынына бер юлы өс малай килә. Оло йөрәкле әсәгә бер туған Дауыт, Самир һәм Ильяс исемле малай­ҙар (тәрбиәгә алынған балалар­ҙың исеме үҙгәртелде) тәрбиәләр­гә ышаныс күрһәтелә. Был ваҡи­ғаға ла инде ике йыл ваҡыт үткән.
Бала алып ҡарау тигәс, тәү ҡарашҡа, аҡса эшләргә йыйын­май­ҙармы икән, тигән фекер тыуа. Тик балаға түләнгән 5 200 һумлыҡ дәүләт ярҙамы менән нисек аҡса эшләргә мөмкин? Әңгәмәсем әйтеүенсә, яңыраҡ ҡына малай­ҙарҙы медицина учреждениеһына алып барыу өсөн һәммәһенә 5 мең һум аҡса тотонолған. Ашатыу, кейендереү, түңәрәктәр... Ғөмүмән, фекерҙең хаталы икәненә инанып ҡуяһың.
Әлбиттә, баланы алып ҡайт­тың да ултыртып ҡуйҙың түгел. Беренсе көндән үк тынғыһыҙ, мәшәҡәтле мәл башлана – тәрбиә эше. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына элекке ғаиләһендәге хаталар аша психикаһы боҙолған, сәләмәтлеге ҡаҡшаған балалар улар. Шуға кемдер был һынауҙы күтәрә алмай, сабыйҙарҙың өмөтөн ҡабат­тан селпәрәмә килтереп, кире тапшыра, кемдер ырыҫлы ғаилә булып йәшәп китә. Аңлауығыҙса, Ҡолдобаевтар бәхетле, сөнки әсәләре улдарына дөрөҫ юл күр­һәтә алған, һынауҙарҙы лайыҡлы күтәргән. Инде шәхес булып фор­малашҡан балаға аҡты ҡаранан айырырға өйрәтеү еңел түгелдер ул.
– Балаҡайҙарым, элекке тормоштарын иҫләп, ҡайһы берҙә әле булһа ҡурҡып китә, шуға уларҙы үҙемдекеләрҙән бер нисек тә айырмаҫҡа, барыһына ла тигеҙ ҡарарға тырышам, үҙҙәре лә бер-береһенә ныҡ һыйына, кейен­дерешә, йорт эштәрен тигеҙ үтәй, – ти Лилиә Айрат ҡыҙы улдары хаҡында. – Барыһы ла –өйҙөң йәме.
Беҙҙең өйҙөң йәме тигәс, Мостай Кәримдең ошо исем менән Башҡортостанға ғына түгел, сит илдәргә лә киң таралған әҫәре иҫкә төшә. Хәл-ваҡиғаларҙа уртаҡлыҡ та бар төҫлө. Тик айырма шунда: әҫәрҙә Оксана етем ҡалып, Йәмилдәргә һуғыш мәлен­дә йәшәргә килә, ә был малайҙар Ҡолдобаевтарға – тыныс тормошта! Күтәрә алмаҫтайҙы күтәрә әҙәм балаһы, ә бына рәхәтенә түҙеп ҡара! Эскелек, әҙәпһеҙлек, яуапһыҙлыҡ... Хәйер, малайҙар­ҙың үткәнендә соҡонмайыҡ әле, бөгөнгөһө ҡәҙерле – улар бәхетле! Лилиә ханымды “әсәкәйем” тип бер килеп ҡосаҡлауҙары ғына ни тора!
...Өй – эш – ҡаланың 4-се мәктәбе – 20-се мәктәп – 92-се балалар баҡсаһы – 64-се балалар баҡсаһы – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе. Был Лилиә ханымдың көндәлек маршруты. Балаларҙы башта мәктәптән ҡаршылай, кемделер өйҙә ҡалдырып, баҡсаға китә, унан күмәкләп биш улын һәм ике ейәнсәрен етәкләп йүгерә-йүгерә театрға, милли бейеү түңәрәгенә, килеп инә улар. Шулай, мең мәшәҡәте араһында ҡайһы берәүҙәр шикелле һылтауҙарға таянмай, балаларын рухлы итеп үҫтерергә лә ваҡыт таба әңгә­мәсем. Малайҙарҙың намаҙға баҫыуы – айырым иғтибарға лайыҡ күренеш.
Ысынлап та, әсәнең көнөнә мәшәҡәте мең булып китәлер. Лилиә Ҡолдобаева урам һепереүсе булып эшләй, үҙе рулдә йөрөй (ике машина туҙҙырып, өсөнсөһөн алған инде), балаларға ашарға бешерергә кәрәк, йыйыштырырға.... Изге йөрәкле, тырыш ҡатындың рухи көсөнә, дәртенә күҙ теймәһен. Үҙ ояһын булдырып, нисек итеп донъя көтә! Бәғзе берәүҙәр шикелле ярҙамға мохтаж түгел, ә үҙе булышлыҡ ҡылырға әҙер. Оҙаҡ йылдар таң һарыһынан ҡышҡы селләлә урам таҙартып, хеҙмәте өсөн ҙур фатирлы булған, баҡсаһында балалары менән йәшелсә-емеш үҫтереп, үҙҙәрен бағалар, хеҙмәт тәрбиәһе үтәлә. Ә бит улар башҡа ишле ғаиләләр һымаҡ бушлай ер ҙә, Әсәлек капиталы ла алмаған, тәүге бала тапҡан өсөн түләүҙәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Итәк тултырып бала үҫтереү өсөн шарттарҙан бигерәк теләк кәрәк шул...
Ҡолдобаевтарҙың ҡото артабан да китмәһен, ә Лилиә ханымға, ошоларға өҫтәп, ҡатын-ҡыҙ бәхете лә теләге килә.
...Теге саҡтағы һымаҡ уңдағы-һулдағы күршеләренең ихата­һына баҡмай хәҙер Лилиә, уның быға ваҡыты ла юҡ, сәбәбе лә...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518