Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алда ине ғүмер ағыштары, белмәй инек әле һағыштарын
Алда ине ғүмер ағыштары, белмәй инек әле һағыштарынБыл фотоға – 50 йыл. Унда төшкән малайҙарҙың саҡ танырлыҡ ҡына булыуына, ҡайһы бер баштарҙың “юғалыуына” күп ваҡыт үтеү сәбәпсе түгел, һүрәт тәүҙән үк шулай ине – ярты быуат элек фотоға төшөрөүҙең техник кимәлен бөгөнгө менән сағыштырырлыҡ та түгел, әлбиттә. Учалы районы Илсе мәктәбенең 4-се класс малайҙары 1968 йылдың йәйендә Ҡалҡан күленә экскурсияға китеп барғанда төшкәйнек ул фотоға. Алда кәмендә йөҙ йыл һымаҡ күренгән ғүмеребеҙҙә кемде нимә көтөрөн, тәбиғи, беребеҙ ҙә белмәй.

Патриотик тәрбиә
ил яҙмышын хәл итә


Ауылдан тураға иҫәпләгәндә 10 километр ғына арала ятҡан был күл беҙгә ул саҡта ғәйәт алыҫта урынлашҡан һымаҡ күренгәйне. Бик йыраҡ бит, тип ҡайһы берәүҙәр шөрләп бармай ҙа ҡалды. Киләсәктә Өфөнән Учалы районына автомобилдә көнөнә барып әйләнеп ҡайтырға була тиһәләр, берәү ҙә ышанмаҫ ине, моғайын. Хәйер, ул саҡта еңел автомобилдәр елдереп үтерлек юлдар булмауы бер хәл, көслө ямғыр яуып үткәндән һуң, йөк машиналары ла ауылдан сығып әллә ни ара китә алмай ине. Баш ҡала менән берҙән-бер бәйләнеш – Учалы ауылындағы (райондың элекке үҙәге) станциянан йөрөгән поезд. Ярты республиканы хеҙмәтләндергән Учалы – Күмертау поезын олораҡ быуындар хәтерләмәй булмаҫ. Ошо станциянан Өфө вокзалына хәтлем 15 сәғәт (!) килә инек. Миәс ҡалаһында поезд ярты сәғәт туҡтап ултыра, Златоуста – 50 минут... “Учалы поезы бағана һайын туҡтар инде”, тип һуҡрана ине ололар. Ә беҙгә, йәштәргә, тиңдәштәребеҙ менән аралашып барыу өсөн бик ҡулайлы булды был поезд. Йәнле аралашыу тигән айырым төшөнсә юҡ ул саҡта, сөнки башҡа төрлөһө була икәнлеген күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Ҡулда смартфон юҡ бит.
... Ауылдан төш мәлендә сығып китһәк тә, Ҡалҡан янына барып еткәндә, көн кискә ауышҡайны. Вожатыйыбыҙ Олег Мирсә­йетов (тыуыу таныҡлығында “башҡорт­салаштырып” Алик тип яҙылһа ла, үҙен Олег тип йөрөтөүҙе талап итә ине) беҙҙе төн ҡуныу өсөн ташландыҡ тирмән бинаһына алып килде. Тышҡы ишеге юҡ, ләкин тәҙрәләре урынында һәм, иң мөһиме, теҙелеп ятып йоҡлар өсөн һикеһе бар. Ауылдағы өйҙәребеҙҙә лә шундай уҡ ҡаты һике, карауат бик һирәк йорттарҙа ғына күренә ине, шуға күрә малайҙар аптырап торманы, әлеге һикегә теҙелде. Етмәһә, һаламын кемдер түшәп ҡуйған. Күрәһең, райондың башҡа ауылдарынан да экскурсияға киләләр бында. Ҡайҙалыр алыҫ ҡалаларҙы барып күреү өсөн транспортты ҡайҙан алаһың, поезына билет алырға аҡса ла юҡ, сөнки атайҙарға колхоз хеҙмәт хаҡы түләмәй, “трудодень” генә яҙа.
Иртән тороп усаҡта сәй ҡайнатып эсеүгә (йәй һайын бесән сапҡанда усаҡ яғып өйрәнгән бала-сағаға был һис тә ҡыйын эш түгел), вожатыйыбыҙ иҙән йыйыу буйынса сират та төҙөп өлгөргәйне. Беҙ күлдең төньяғында урынлашҡан пионер лагеры яғынараҡ барып килгәнсе, ике уҡыусыбыҙ беҙ йоҡлаған бүлмәнең йышылмаған таҡтанан түшәлгән иҙәнен йыуып та сығарған. Ләкин Айҙар тигән егетебеҙ ...илап ултыра. “Экскурсияға алмағанға үпкәләйһеңме? Хәҙер икенсе кеше ҡаласаҡ дежурлыҡҡа...” – тибеҙ. “Юҡ, ауылды һағындым”, – тип үкһей был. Вожатыйыбыҙ пыр туҙа: “Шулай бер кискә лә түҙмәгәс, нисек һеҙ армияла хеҙмәт итергә уйлайһығыҙ?! Совет Армияһына ундай мәмәйҙәр кәрәкмәй! Һеҙ бит пионерҙар!” Армия тигәндәй, ул үҙе был тәңгәлдә ауыл кешеләре араһында ҙур ғына абруй ҡаҙанды: Төньяҡ Боҙло океандағы Франц-Иосиф Ерендә хеҙмәт итте. Ошо йылдарҙа әсәһе урамда кем менән һөйләшеп торһа ла, һәр әңгәмәне бер үк юҫыҡҡа бора ине: “Минең малайҙың моряк икәнен ишеткәнһеңдер? Үҫтергәс, теләһә кем итеп үҫтермәйем инде мин уны!” Әйтергә хаҡы ла булғандыр: бер үҙе ҡарап үҫтерҙе бит малайын, йәшлек осоро ирҙәрҙе ҡырып һалған һуғыш йылдарына тура килде шул.
Бала сағы ошо заманда үткәндәрҙән: “Пионер саҡтағы ниндәй ваҡиға иң ныҡ иҫегеҙҙә ҡалған?” – тип һораһаң, моғайын: “Тимер-томор һыныҡтары йыйыу”, – тип әйтер. Шулай уҡ тимурсылар хәрәкәте, “Зарница” хәрби-патриотик уйыны, “Алтын шайба” һәм “Күн туп” ярыштары ла илде иҡтисади яҡтан да, хәрби йәһәттән дә иң ҡеүәтле держава итәсәк быуын тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған. Нисек тормошҡа ашты был маҡсаттар – уныһы икенсе (һәм йыш ҡына бәхәсле) мәсьәлә. Әммә герой пионерҙар һәм комсомолецтарҙың ҡаһар­манлығында ла, йыһанға беренсе булып осоуҙа ла, сиҙәмде үҙләштереүҙә лә тап әлеге идеологик линия ята. Хатта “һалҡын һуғыш” идеологы Аллен Даллестың директиваһы ла СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүендә беҙҙең илдәге патриотик тәрбиәнең ролен танырға мәжбүр икән, тимәк, Рәсәйҙең киләсәк яҙмышы өсөн был сәйәсәт хәл иткес булған.

Беҙ “ҡара эштән” ҡурҡманыҡ

Дәһшәтле яу йылдарынан һуң егерме йыл ғүмер уҙһа ла, көслө заттың етешмәүе үҙен ныҡ ҡына һиҙҙерә ине әле. Дөрөҫ, йәштәрҙең колхоз эшенә егелерлек быуыны үҫеп еткәйне-етеүен, ләкин уларҙы хеҙмәткә һәм тормош тәжрибәһенә өйрәтерлек, кәрәк саҡта ҡатыраҡ тота алырлыҡ олпат йәштәге ирҙәр аҙ ине. Улар минең хәтерҙә ауыр эштән йонсоған, күпселеге үтә ябыҡ, ауыҙҙарынан тәмәке төшмәгән ағайҙар булараҡ ҡалған. Беҙ кибеттең эргәһендә генә йәшәнек. Шуға ла ике-өс ағай бергә йыйылып, тиндәрен ҡушып, бер “сикүшкә” алһалар (йәки һатыусы көтәсәккә бирһә), беҙҙең ихатаға инеп, әсәйҙән бер көрөшкә һорап алып, утынлыҡтағы бүкәндәр өҫтөндә шуны эсеп сығып китәләр ине. Күрәһең, ауыр эш аҙағынан ниндәйҙер “разрядка” алыу булғандыр инде улар өсөн.
Бала-сағаны ла йыл әйләнәһенә тип әйтерлек эштән бушатмайҙар ине. Үҙ ихатабыҙҙағы мал-тыуарҙан һәм ауыл ситендәге бәрәңге баҡсаһынан тыш, колхоз мәктәпкә йөкмәткән бурыстарҙы ла башҡарырға тура килә: яҙ баҫыуҙа “Беларусь” арбаһы артынан йөрөп таш сүпләү, йәй ҡарағай үҫентеләрен тәрбиәләү, сөгөлдөр утау һәм һирәкләү, олораҡ клас­тар бесән йыйырға һәм күбәләргә лә сыға, көҙ ырҙында иген елгәрергә ярҙам итеү...
Сентябрь башында бер нисә көн генә уҡығас та, дәрестәрҙе октябргә хәтлем туҡтаталар: колхоз баҫыуына бәрәңге йыйырға сығабыҙ. Икһеҙ-сикһеҙ күренгән баҫыуҙың ситенән тағы шул арба таҡҡан “Беларусь” тракторҙары төшә, ә беҙ кемуҙарҙан биҙрә менән бәрәңге ташыйбыҙ. Артыҡ мыштырларға ярамай, сөнки күршелә генә эшләгән класс алғараҡ сығып китһә, трактор арбаһы ла улар тәңгәленә күсә, арттараҡ ҡалғандарға тулы биҙрә менән йөрөү йырағая. Тиҙерәк ҡыуып етер өсөн вағыраҡ бәрәңгене аяҡ менән тиҙ генә күмеп китәбеҙ, сөнки уларын сүпләү оҙағыраҡ. Быны күреп ҡалған уҡытыусыбыҙ: “Вағын да ҡалдырмағыҙ, уларын сусҡа фермаһына оҙатасаҡтар”, тип иҫкәртеү яһай. Колхоз милкен хәстәрләү ҡанға һеңгән заман ине шул. Әллә халыҡ араһында һөйләгәндә генә шулай хәстәрлекле булыуҙарын күрһәтергә тырыштылармы икән? Ни өсөн тиһәң, төндәрен фураж, көнбағыш, һалам урлап алып ҡайтыу, һауынсыларҙың ферманан һөт сәлдереүе лә ғәҙәти күренеш ине бит. Ара-тирә колхоз рәйесе йәки бригадир ҙа килеп китә: “Юғалтыуһыҙ ғына йыйып алайыҡ, дәүләттән задание бирелгән, ҡалалағы йәшелсә базалары көтә”, тиҙәр.
Класс етәксебеҙ Мәстүрә Яппарова апайҙың “Ауыл балаларына ял юҡ инде ул, ҡаланыҡылар лагерҙа ял итә рәхәт­ләнеп” тип әйткәне иҫтә. Николай Мельни­ковтың 1995 йылда яҙылған “Ауылға һәйкәл ҡуйығыҙ” тигән шиғыры тап беҙҙең бала саҡ тураһында кеүек. Әле генә аңлайым: беҙ баҫыуҙа эшләгән осорҙа ҡала балалары мәктәптә партала ултырған һәм шуға ла уларҙың белем кимәле крәҫтиән балаларына ҡарағанда юғарыраҡ.
Шулай ҙа ауыл тормошона рәхмәтле­мен, ул “ҡара” хеҙмәттән ҡурҡмаҫҡа өйрәтте, көрәк-һәнәк һәм балта-бысҡы менән эшләү күнекмәләре бирҙе.... Хәҙер ҙә, 40 йылдан ашыу ҡалала йәшәһәм дә, мин баҡса үҫтермәгән, йорт төҙөмәгән йәки фатирын үҙаллы ремонтлай алмаған, автомобиль йөрөтмәгән, ҡулына дрель йәки перфоратор тотоп ҡарамаған ирҙәргә эстән генә булһа ла түбәнһетеп ҡарайым.
Йәштәр беҙҙең заманда уҡ ауылдан күпләп китә башлағайны инде. Йәштәрҙең Бөтә Союз ленинсы коммунистик союзының “Бөтә класс менән – колхоз фермаһына!” тип аталған һәм башҡа акциялары көткән һөҙөмтәне бирмәне. Ҡалала эш көнөнөң сәғәтләп сикләнеүен, хеҙмәт хаҡын аҡсалата һәм ваҡытында биреүҙәрен, аҙна һайын ял көнө һәм йыл һайын отпуск алып эшләүҙәрен, бөтә уңайлығы булған фатирҙа йәшәгәндәрен күреп торабыҙ бит. Йәш саҡта заводта эшләгән саҡта үҙем кисерҙем: сменанан һуң бер сәғәткә тороп ҡалһаң да, хеҙмәт хаҡына өҫтәмә яҙыла. Ә колхозда талап итеп ҡара шуны... Атайымдың “Колхозда ҡалма, улым, бында һин кеше булмайһың”, тигәнен һис онотаһым юҡ. Ә ул нимә әйтергә белгән, сөнки бөтә ғүмере колхозда үткән кеше бит. Төрлө Маҡтау грамоталарынан тыш, ул һис ниндәй матди баһа алмаған, тракторҙа 40 йыл тир түгеп тә шуның утыҙ йылы самаһында хеҙмәт хаҡы түләмәгәндәр.
Әлеге заманда үҙҙәре йәштән үк Өфөлә йәшәгән, үҙҙәре “юҡҡа колхозды бөтөрҙө­ләр, кәрәк улар” тип зарланған оло ағай-апайҙар ғәмәлдә шулай бушлай эшләргә, натураль хужалыҡ иҫәбенә генә туҡланырға риза булыр инеме икән? Өфөлә төрлө офистарҙа компьютерҙа ғына эшләп ултырған улдары колхозға тракторсы, ә ҡыҙҙары һауынсы булып барыр инеме икән? Рәсәйҙең тәүге Президенты Борис Ельциндың колхоздарҙы таратыу тураһындағы ҡарары заманы өсөн дөрөҫ булған тип иҫәпләйем. Ул бит коллектив хужалыҡтар булдырыуҙы тыйыуға түгел, ә “колхоз системаһы” тип аталған ҡоролошто бөтөрөүгә йүнәлтелгәйне. Ә коллектив булып – кооперативмы ул, ширҡәтме, башҡа төрлө аталһынмы – эш башлауға ул саҡта ла, хәҙер ҙә һис ниндәй тыйыу юҡ.
Дөрөҫ, беҙҙең ауыл хужалығы сит ил аҙыҡ-түлеге менән конкуренцияға һәләтле тип әйтеп булмай әлегә, крәҫтиән хужа­лыҡтары ла, етәкселәр үҙ сығышында күпме әйтеп ҡараһа ла, һаман коопера­тивтарға берләшә алмай. Белгестәр нисек уйлайҙыр (хәйер, төрлөһө төрлөсә фекер йөрөтә), ә миңә ҡалһа, был – хеҙмәткә һәм табышлы эшләүгә әлеге колхоз системаһы тыуҙырған насар ҡараштың эҙемтәһе. Бесән сабыу йәки иген урыуҙа егәрлелек буйынса беҙҙең халыҡ башҡа алдынғы илдәрҙән һис ҡалышмайҙыр, ләкин аграр бизнес ҡағиҙәләрен һәм алымдарын Көнбайыш йөҙҙәрсә йыл үҙләштергән бит, ә беҙҙә өҫтән ҡушыу буйынса ғына эшләп өйрәнгән быуындар үҫеп еткәйне.

Үткәндәрҙе хәтергә төшөрөү зыян итмәҫ


...Кис ҡараңғы төшкәс көтөүҙән ҡайтмаған малды эҙләп алып ҡайтырға кәрәк. Малдың ваҡытында ихатаға ҡайтмауына уның көтөүҙә ашап туймауы сәбәпсе, ә быныһы көтөүсенең үҙ бурысына нисек ҡарауына бәйле. Аҙаҡ ул өйрәнеп тә китә – йылға буйҙарында рәхәтләнеп үҙе теләгәнен ашап йөрөй, берәү ҙә сыбыртҡылап ҡыумай. Хәтеремдә, бер йыл яҙ өй аръяғындағы баҡсаға кукуруз ултыртҡайным. Ус аяһындай ғына ер инде ул. Колхоздар, Н. Хрущевтың әмеренә ярашлы, был культураны йөҙҙәрсә йәки тиҫтәләрсә гектарҙа ултыртһа, йорт янында баҡсаларында ул булмай ине. Йәй уртаһындараҡ үҙем эҙләп алып ҡайтҡан һыйырға көн һайын кис берәр кукуруз өҙөп бирә башланым. Йотлоғоп ашап ҡуя мәхлүгең. Шунан көн дә көтөүҙән ваҡытында йүгереп ҡайта башланы был! Тәмен көнө буйы онотмай йөрөй, тимәк. Ә беҙ малдың хәтере юҡ тигән булабыҙ...
Ҡышҡы миҙгелдә эш бермә-бер кәмей. Ҡар көрәү, урманда диләнкә ҡырҡыу, утын бысыу, малды ашатыу һәм аҫтын таҙартыу, тирмәнгә он тарттырырға барыу һәм башҡа эштәр “генә” ҡала. Бесән кәбәнен атай тракторы менән тарттырып алып ҡайта торғайны. Кәбәнде беҙҙең яҡта өс-дүрт ҡайынды таратып һалып һәм төп яҡтарын трос менән ҡуша бәйләп, шуның өҫтөнө өйәләр, техника менән тарттырыу өсөн ифрат уңайлы. Ҡышҡы ҡарлы юлда ҡайындар ышҡылып туҙып өлгөрмәй. Атай уны ихатаның арт яғындағы бәрәңге баҡсаһы яғынан алып инә лә, һарай янында ысҡындырып, тракторы менән алғы ҡапҡа аша урамға сығып китә. Кәбәнде лапаҫ башына ҡабаланмай ғына бушатырға йә малды эргәһенә ебәрергә лә мөмкин. Баҫылған бесән булһа ла, мал уны еңел һурып сығарып ашай, баштарын тығып “өң” эшләргә тотоналар. Тракторҙар күп түгел, шуға колхоз идараһы халыҡтың кәбәндәрен тарттырып ауылға алып ҡайтыуға сират булдыра. Ә кем көтөп тормай йәки малына ашарға бөгөндән кәрәк, улар ат санаһы менән бара, уныһы мәшәҡәтлерәк инде – бесәнде яланда ла тейәргә кәрәк, ҡайтҡас тағы бушатырға...
Малға бесән һалыр алдынан уларҙы йылғаға алып барып эсереп ҡайтырға кәрәк. Уйылған мәкене шул тирәлә йәшәгәндәр боҙҙан таҙартып тора. Беҙ арҡанға бәйләнгән биҙрәне шул мәкегә сумырабыҙ ҙа тартып сығарабыҙ. Мәкенең сите, биҙрәне алғанда һыу түгелгеләп, шымара һәм талғын ғына тайғаҡ юл булып аҫҡа китә. Нисек шунда беребеҙ ҙә мәкегә суммағанбыҙ... Түгелгән һыу әле туңып өлгөрмәгән боҙҙа атлағанда быйма йәбешеп-йәбешеп алыусан. Бәлки, шул ярҙам иткәндер таймаҫҡа.
...Хәҙерге тормош уңайлыҡтары ул саҡтағынан ер менән күк араһындағы кеүек айырылғанда һәм барыбер күп нәмәнән ҡәнәғәт булмай йәшәгән заманда ярты быуат элек ниндәй илдә һәм мөхиттә йәшәгәнебеҙҙе хәтергә төшөрөү зыян итмәҫтер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512