Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Ҡара” риэлторҙар – рәшәткә артында

“Ҡара” риэлторҙарҙың насар ҡылығы тураһында хәл-ваҡиғалар ишетелеп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙан зыян күргәндәр ҙә бар. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды присяжныйҙар вердиктына таянып, ошондай алты “ҡара” риэлторға ҡарата хөкөм сығарҙы.


2014 йылдың ноябрендә Енәйәт эшенең фигуранты, туғанының паспортын урлап, унда бер әшнәһенең фотоһын йәбештерә. Ялған документ ярҙамында ошо ирҙең Өфөләге фатирҙағы өлөшөн йәшерен рәүештә 430 мең һумға һатып ебәрәләр.
Еңел табыш оҡшап ҡалған, күрәһең. Бер йылдан “ҡара” риэлторҙар баш ҡаланың Инорс биҫтәһендәге ике бүлмәле фатиры булған ирҙе урлап алып китеп, документтарын тартып алалар. Уны Белорет районында бер өйҙә бикләп тоталар. Меҫкен фатир хужаһы ҡасып маташа, әммә уны тотоп алалар һәм Өфө – Белорет юлында үлтерәләр, кәүҙәһен текә ярҙан ташлап китәләр. Енәйәтселәрҙең береһе, төҫө оҡшаңҡырағаны, ирҙең фатирын һатып маташа. Әммә “ялған хужа”ның документтарҙа дөрөҫ ҡултамға ҡуя алмағанын абайлаған Росреестр хеҙмәткәре килешеүҙе туҡтата.
Бынан тыш, 2014-2015 йылдарҙа енәйәт төркөмө аҡса менән мутлашыуҙар ойоштороп, банкоматтан 55 мең һум урлай. Шулай уҡ юғалған паспортты файҙаланып, 25 мең һум күләмендә кредит та алалар.
Енәйәтте ҡаплау маҡсатында кеше үлтереү һәм урлау, мутлашыу, алдашыу, паспорт урлау, кешене хоҡуғынан законһыҙ мәхрүм итеү, ялған документтар әҙерләгән өсөн улар язаға тарттырылды. Төп ойоштороусы иһә 18 йыл ғүмерен ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк.

Туҡта! Таможня!

Бынан ары федераль таможня хеҙмәткәренең талабы буйынса транспорт сараһын туҡтатмаған өсөн водителдәргә штраф һалына башлаясаҡ.


Был тәҡдим менән Рәсәй Хөкүмәте сығыш яһаған. Дәүләт Думаһы ошо хаҡта законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.
Законға ярашлы, ил сигенә ҡараған төбәктәрҙә таможня хеҙмәткәре талабын үтәмәгән өсөн 500-ҙән 800 һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Бынан тыш, таможня хеҙмәткәрҙәренә ошо өлкәләге административ эштәрҙе ҡарау вәкәләттәре лә бирелә.

Ипотекаға һорау арта

Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан торлаҡ һәм өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу өсөн ипотека алырға теләгәндәр артҡан.


Быйыл тәүге биш айҙа өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып, кредит алғандар һаны былтырға ҡарағанда 40 процентҡа артҡан. Йәғни 2017 йылда 4524 кеше ошо мөмкинлектән файҙаланған, быйыл – 6 315. Торлаҡ ипотекаһын алғандар хатта 50 процентҡа күберәк: былтыр йәмғеһе – 19 560, быйыл – 29 277.
Ошондай тотороҡло үҫеш 2015 йылдан күҙәтелә. Былтыр ҙа өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеүҙәр теркәү 15 процентҡа үҫеп, 17 200 самаһы тәшкил иткән. Ипотека буйынса 78 300 килешеү теркәлгән. 2016 йыл менән сағыштырғанда был һан 11 процентҡа күберәк. Быйыл биш айҙа милекте электрон теркәүҙе һорап 26 575 кеше мөрәжәғәт иткән, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артығыраҡ.
Шул уҡ ваҡытта быйыл мөлкәткә теркәлгән хоҡуҡ, килешеүҙәр һәм өҫтәмә бурыс, алдағы йыл менән сығыштырғанда, 17 процентҡа кәмеп, 228 051 тәшкил иткән.

“Уңышлы” йығылған...

Былтыр Өфө ҡалаһының ҙур сауҙа үҙәгендә 54 йәшлек ҡатын, аҙыҡ-түлек алып, түләү өсөн кассаға юллана. Әммә еүеш иҙәндә тайып йығылып, тән йәрәхәте ала. Һөҙөмтәлә ул ике аҙна буйы дауаханала ята.


Ҡатын тайғаҡ иҙәндә йығылған өсөн матди һәм рухи зыянды ҡайтарыуҙы һорап судҡа мөрәжәғәт итә.
Өфө ҡалаһының Киров район суды, был эште ҡарап, “УралСиб” страховка компанияһынан зыян күреүсегә 100 мең һум күләмендә – рухи, 99 мең һум матди зыянды түләттереү тураһында ҡарар сығара. Баҡтиһәң, сауҙа үҙәге һаулыҡҡа килтерелгән зыян өсөн яуаплылыҡты ошо компанияла страховкалаған.

Ауыҙыңды уйлап ас

Өфөлә йәшәгән 36 йәшлек иргә власть вәкилен үҙ бурыстарын үтәгән саҡта ғәм алдында кәмһеткән өсөн (Рәсәй Енәйәт кодексының 319-сы статьяһы) ете мең һум күләмендә штраф һалына.


Ир, Өфө ҡалаһының Кувыкин урамында йәмғиәткә ҡарата насар ҡарашта булыуын белдереп, насар һүҙҙәр әйтә, үткән кешеләргә бәйләнә. Полиция хеҙмәткәрҙәренең законлы талабын һанға һуҡмай, уларҙы ла кәмһетә. Хәҙер иһә ул ауыҙын уйлап асыр.

Аңламағас аңламай инде...

Бер ҡатын үҙенең танышына 0,04 грамм наркотик матдәне 500 һумға тәҡдим итә. Тыйылған тауарҙы тапшырған мәлдә ул ҡулға алына.


Суд уны Рәсәй Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 1-се бүлеге буйынса ғәйепле тип таба һәм ике йылға иркенән мәхрүм итә. Быға тиклем дә был ҡатын ошондай уҡ енәйәт өсөн хөкөм ителгән була. Аңламаһа кеше аңламай икән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506