Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 7 – 13 майға йондоҙнамә
Йондоҙҙарға ҡарағанда, аҙнаның тәүге яртыһы уңышлы булмаҡсы. Яңы уй-ниәттәр менән янырһығыҙ, әүҙем булыуығыҙ арҡаһында барлыҡ пландарығыҙҙы ла тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Иң мөһиме – ҡабаланмаҫҡа, һәр аҙымды алдан үлсәп эш итергә генә кәрәк. Ниндәйҙер яңы проектҡа тотонаһығыҙ икән, уны үҙаллы атҡарырға әҙерләнегеҙ. Бары тик шул саҡта ғына аҙағы уңышлы булыр. Уй-фекерегеҙҙе әйтергә ҡурҡмағыҙ. Ҡыйыулыҡ һәм асыҡ булыуығыҙҙы баһаларҙар. Аҙна уртаһында кем менәндер һүҙгә килеүҙән һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә оҡшамаған кешеләр менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ. Һөйләшкән ваҡытта әңгәмәсегә баҫым яһамағыҙ. Ошо арала насар уйҙарға бирелмәгеҙ, уларҙың тормошҡа ашыуы ихтимал. Аҙнаның икенсе яртыһы ла ыңғай хәл-ваҡиғаларға бай булыр. Үҙегеҙҙең баһағыҙҙы белегеҙ. Уңышҡа өлгәшер өсөн башҡарған эшегеҙгә мөмкин тиклем күберәк кеше йәлеп итегеҙ. Дүшәмбе көнө мөһим эштәргә төштән һуң тотонһағыҙ, улар ыңғай барыр. Шишәмбе әллә ни эш атҡара алмаһағыҙ ҙа, алып барған эшлекле һөйләшеүҙәрегеҙ уңышлы буласаҡ. Шаршамбы башлаған эшегеҙҙе аҙағына тиклем атҡарығыҙ. Кесе йома социаль саралар өсөн уңайлы. Йома көндө үҙегеҙҙе иркен тоторһоғоҙ, шул арҡала артығын һөйләп ташлауығыҙ ихтимал. Һаҡ булығыҙ.

ҠУҘЫ (21.03 — 20.04).

Әңгәмәсегеҙҙе ишетәһегеҙме, юҡмы? Уйлап ҡарағыҙ. Әлбиттә, гел һеҙ генә һөйләһәгеҙ, быны эшләүе ҡыйын. Аҙна башында үҙегеҙҙе яҡшы тойорһоғоҙ. Техника һатып алыу өсөн һәйбәт мәл. Яҡындарығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Аҙна һөҙөмтәле үтер.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Эштә тәжрибәле һәм абруйлы кешеләрҙән кәңәш һорарға ҡурҡмағыҙ. Балалар менән театр, кино, циркка барып килгәндә, һәйбәт булыр. Артыҡ борсолмағыҙ, һаулығығыҙ ҡаҡшауы ихтимал. Алыҫ юлға сығыуҙы кисектереү мөмкинлеге булһа, форсаттан файҙаланығыҙ. Һеҙҙе рухландырып ебәрерҙәй, пландарығыҙҙы үҙгәртерҙәй һәйбәт хәбәр килер.

ИГЕҘӘКТӘР (22.05 — 21.06).

Кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ ныҡ ярҙам итер. Уңышлы сығыш яһап, артабанғы үҫешкә нигеҙ һаласаҡһығыҙ. Ошо осорҙа һеҙҙең өсөн йәрәхәтләнеү ҡурҡынысы арта – һаҡ булығыҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 23.07).

Аҙнаны кеше йомошон башҡарып үткәрәсәкһегеҙ. Үҙегеҙгә үпкәләгеҙ, ярҙам итәм тип һүҙ бирмәҫкә ине. Дуҫтар менән осрашыу өсөн ҡулай ваҡыт. Ә бына шәхси тормошта аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыуы ихтимал. Араларҙы көйләп йәки мөнәсәбәттәрҙе асыҡлап маташмағыҙ, сөнки мөнәсәбәттең бөтөнләй боҙолоуы ихтимал.

АРЫҪЛАН (24.07 — 23.08).

Һеҙгә хәл-ваҡиғаларҙың барышы оҡшамай икән, тимәк, уларҙы үҙгәртергә ваҡыт. Маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыр. Аҙна уртаһында эш өйөлөр. Ихтыяр көсөгөҙҙө егеп, уларҙы ахырына еткерергә тырышығыҙ.

ҠЫҘ (24.08 — 23.09).

Бер-береһенә оҡшаған проекттарға тотонмағыҙ. Буталып китеүегеҙ ихтимал. Аҙна аҙағында абруйлы кешенең кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ. Шәхси тормошта иһә саҡ ҡына түҙемлек ҡамасауламаҫ.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).


Ниндәйҙер ярышта ҡатнашһағыҙ, финишҡа беренсе булып барып етерһегеҙ. Ғаиләгеҙҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәр боҙолмаҡсы. Болоттарҙы ҡуйыртмағыҙ. Уларҙың таралыуын тыныс ҡына көтөгөҙ. Йоманан һуң ҙур әйбер алыу уңышлы булыр.

САЯН (24.10 — 22.11).

Эштә хәлдәр бик үк шәптән түгел, ахыры. Шулай ҙа ғариза яҙырға ашыҡмағыҙ. Барыһы ла яйлап көйләнер. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ боҙолоуы ихтимал. Быны булдырмаҫ өсөн үҙегеҙгә саҡ ҡына ял бирегеҙ.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Тәгәрмәсегеҙгә таяҡ тығып маташһалар ҙа, башлаған эшегеҙҙе аҙағына тиклем атҡарып ҡуясаҡһығыҙ. Был күп көс талап итәсәк, шулай ҙа һеҙҙең иң ҙур еңеүҙәрегеҙҙең береһе лә булмаҡсы. Аҙна аҙағында йорт эштәре менән булығыҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Эштә яңы проект тәҡдим итеү отошло түгел. Ул уңышһыҙлыҡҡа дусар булыр, һөҙөмтәлә һеҙҙе ғәйепле итәсәктәр. Йышыраҡ мәҙәни сараларға сығырға тырышығыҙ.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).


Әле төҙөлгән хеҙмәттәшлек шарттарын яңынан ҡарап сығығыҙ. Һеҙҙе алдамайҙармы? Йортоғоҙға, ғаиләгеҙгә күберәк иғтибар бүлегеҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Көсөргәнешле аҙна көтә. Төрлө осрашыуҙар, аралашыуҙар күп булыр. Өҫтөгөҙгә эш өйөлһә лә, борсолмағыҙ, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итмәй тороғоҙ.
Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508