Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Майҙа "майлап", көҙөн кинән
Майҙа "майлап", көҙөн кинәнМай — баҡсасы өсөн тынғыһыҙ мәл. Тап ошо осорҙа үҫемлек менән әүҙем туҡланған ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәш башлана.
Айҙың тәүге көндәрендә апрелдә тамамлай алмаған үрсетмәлек сәсеү, ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ашлау кеүек эш аҙағына еткерелә. Йәш үрсетмәлекте ултыртҡанда, уның аҫтына — ашлама, башҡа үҫентегә тиреҫ һалалар.
Ҡурай еләге ҡыуағының ике яғынан 30-ар сантиметр алыҫлыҡта бураҙналар ҡаҙып, эсенә ашлама һалып, ер менән күмеп ҡуйырға кәңәш ителә. Барлыҡ үҫентенең зыян күргән өлөшөн киҫеп алырға һәм яғырға кәрәк — ауырыу артабан таралмаҫ.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, май — ҡоротҡос бөжәктәрҙең ҡоторған мәле. Уларға ҡаршы көрәштә ағыулы химикаттарҙы ҡулланып, тәбиғәттәге барлыҡ тере йәнгә, шул иҫәптән үҙебеҙҙең организмға ла, зарар килтерәбеҙ. Механик ысулды ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, "хәйләкәр билбау" тигән алым бар: 30 — 50 сантиметр киңлегендәге тоҡ ярпыһын йәки күрек кеүек бөрөлгән ҡағыҙҙы, үҙенсәлекле "итәк" кеүек итеп, олонға "кейҙерәбеҙ". "Ҡапҡан"ға эләккән ҡоротҡостар кире сыға алмаҫ. Ҡарышлауыҡтарға ҡаршы көрәшкәндә, билбауға кесерткән майына дегет ҡушып яһалған елем һөртәләр. "Итәк"те йәй аҙағына ҡәҙәр тоторға, алмаштырып торорға кәрәк.
Алмағас, сейә һәм ҡурай еләге ҡорттарын, аҫҡа йәйелгән түшәккә һелкетеп төшөрөп, юҡ итергә мөмкин. Был ҡоротҡостарҙың иртәнге һалҡыныраҡ һауала реакцияһы аҡрын була, шунлыҡтан улар осоп китеп өлгөрә алмай. Зарарлы күбәләктәрҙе иһә хуш эҫ бөркөп торған өс литрлыҡ банка менән алдаштырырға була. Был "ҡапҡан"ды кискеһен ағасҡа элеп ҡуялар. Иртәнсәк банканы алырға кәрәк, сөнки уның эсенә файҙалы бөжәктәрҙең дә инеп китеүе ихтимал.
Ай башында, сейә сәскә атҡанда, алмағас менән армытты ашлайҙар. Ҡырағай үҫенте сыҡмаһын өсөн, алдан ашланған ағас, ҡыуаҡты тикшереп торорға кәңәш ителә. Сатыр барлыҡҡа килтерер йәшел шытымды һындырып торорға кәрәк. Виноградтың асылған бөрөләре араһында күп йыллыҡ үренделәгеләрен алып ташларға, икәү ҡушылғандарҙың берәүһен генә ҡалдырырға, шытымдағы артыҡ ян үрендене мотлаҡ йолҡоп алырға кәңәш ителә.
Үҫентенең тупрағын һәр саҡ дымландырып торорға кәрәк. Ер еләге түтәлен, ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник аҫтын даими йомшартып тороу һәйбәт булыр.
Майҙа һауа температураһына ныҡлы иғтибар итегеҙ. Һыуыҡтан һаҡланыу сараһына әҙер булырға кәрәк.
Хеҙмәт емеше мул булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 605

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504