Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ өсөн уңайлы булһын
Халыҡ өсөн уңайлы булһынБөгөн “Рәсәй почтаһы” нисек йәшәй, улар күрһәткән хеҙмәт, шарттар заман талаптарына яуап бирәме? Байрамдары айҡанлы, ошо маҡсаттан журналистар өсөн матбуғат сәйәхәте ойошторолдо.

Иң тәүҙә Өфөнөң Ленин урамындағы почта бүлексәһе менән танышабыҙ. Ыҡсым ғына бүлмә ялт итеп тора. Баҡһаң, бер нисә йыл элек бында ремонт эштәре башҡарылған. Почта хеҙмәткәрҙәренең дә, клиенттарҙың да эшен еңеләйтеү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­ды­рылған, электрон сират булдырылған. Теге йәки был кешенең посылкаһы ҡайһы кәштәлә ятҡанын компьютерҙан йәһәт кенә аныҡлау эште еңеләйтә.
Бүлексә начальнигы Ксения Саблина әйтеүенсә, 18 мең тирәһе кешене хеҙмәт­ләндерәләр, айына халыҡтан 300 самаһы посылка ҡабул ителә, үҙҙәре меңдән ашыуҙы тарата.
Унан һуң Цюрупа урамындағы почта бүлексәһенә юлланабыҙ.
– Был – заман шарттарына яраҡлаш­тырылған бина, – тип таныштырҙы уның ме­нән корпоратив клиенттарға һатыу бүлеге етәксеһе Гүзәл Харисова. – Бөгөн Өфөлә ошондай алты почта бүлексәһе эшләһә, республикала – һигеҙ.
Ысынлап та, уңайлылығы менән һоҡ­ланыу уятты был бүлексә. Пандустар ҡуйылған. Бында махсус йәшниктән посылканы тәүлек әйләнәһенә килеп алырға мөмкин. Шунда уҡ үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү урыны бар. Кәштәләрҙән кәрәкле ҡумтаны алып, посылкаңды төрә алаһың.
Беҙ бүлексә менән танышҡан арала бынан кеше өҙөлмәне. Берәүҙәр коммуналь түләүҙәрен ҡаплау өсөн сират көтә, икенселәр посылка ала. Заман үҙгәрһә лә, почта хеҙмәте үҙенең әһәмиәтен юғалтмай.
Әйткәндәй, “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Баш­ҡортостандағы филиалына 25 почтамт, магистраль сортировкалау үҙәге һәм автобаза инә. Республика буйынса 1278 почта бүлексәһе халыҡты хеҙмәтләндерә, шуның 1030-ы – ауылдарҙа. Өс күсмә бүлексә бар. Бөгөн филиалда 9,5 мең кеше халыҡҡа 80 төр почта, финанс, мәғлүмәт коммуникациялары хеҙмәте күрһәтә.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518