Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һынауҙы яратҡандарына ебәрә”
“Һынауҙы яратҡандарына ебәрә”“Ҡартлыҡ – үҙе шатлыҡ”, – ти Нәсибаш ауылынан Фридира Хафизова. Ғүмеренең алтын миҙгелендә ҡәҙерле әсәй, ҡәйнә, өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә ул.


– 1942 йылғымын. Районы­быҙҙың Ҡалмаҡ ауылында дүрт балалы ғаиләлә үҫтем, – ти апай. – Бәләкәйҙән елкәгә эш “ҡамыты” кейергә тура килде. Кейәүгә лә иртә сыҡтым. Ирем Миңлехан Ғарип улы Нәсибаш егете ине. Килен булып төшкәс үк, был ауылдың хозур тәбиғәте, урмандары кү­ңе­лемде әсир итте, халҡының ябайлығы, ихласлығы хайран ҡалдырҙы. Нәсибашты шунда уҡ изге төйәгем кеүек күрҙем.
Ғаиләлә ике бала үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фридира апай сәскә кеүек сағында – 25 йәшендә – ҙур бәләгә тарый.
– Ширҡәттән урман ҡырҡыр­ға ебәргәйнеләр, – тип моңһоулыҡ менән иҫкә ала ул. – Шунда өҫтөмә ағас ауҙы. Эргәмдәгеләр мине ҡарағай аҫтынан һөйрәп сығарып, дауаханаға оҙатты. Умыртҡа һөйәгем һынғайны... Табиптар оҙаҡ дауаланы, әммә ыңғай һөҙөмтә булманы. “Башҡаса үҙ аяҡтарыңда йөрөй алмаясаҡһың...” тигән һүҙҙәр ҡара ҡайғыға һалды.
Унан инвалидлыҡ бирҙеләр. Бына хәҙер илле йылдан ашыу инде ғәрип яҙмышын кисерәм. Өйҙә имгәкләп йөрөйөм, инвалид арбаһында урамға сығып инәм. Гел генә йәйҙең йылы килеүен теләйем: тышта оҙаҡ булыуҙан, бөтөн ауылдаштарымды күреп аралашыуҙан йән рәхәте алам. Янымдағы улым, киленем, ейән-ейәнсәрҙәрем шул ҡәҙәр хәстәрлекле, игелекле. Йәшәүгә көс бирә улар миңә. Иремдең баҡыйлыҡҡа күскәненә ике тиҫтә йылдан ашыу инде. Унан тороп ҡалһам да, балаларым яңғыҙ итмәне, Аллаға шөкөр.
Ғәрип кеше – Раббыбыҙҙың изге бәндәһе, тиҙәр. Шулай ҙа еңел түгел был һынау. Һау-сәләмәт булыуға ни етә?! Бына үҙ аяҡтарым менән атлап китһәм, осоп ҡына йөрөр, ер емертеп эшләр инем!..
Апай тынып ҡалды, сикәһенән әсе күҙ йәштәре тәгәрәне...
– Ҡуй, ҡәйнәм, – тип тыныс­ландырырға ашыҡты уны килене Ирина. – Ни хәл итмәк кәрәк? Аллаһ Тәғәлә һынау­ҙарҙы яратҡан кешеләренә ебәрә бит.
Ирина менән Фәнис Хафизовтар өс балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙарының икәүһе ситтә үҙаллы донъя көтә, кинйәләре ауыл мәктәбендә быйыл бишенсе класты тамамлаған. Ғаилә башлығы Себергә йөрөп аҡса эшләй, йорттоң бөтөн мәшәҡәттәре – хужабикә иңендә. Ирина ханым да, бәләкәй ҡыҙы ла дин юлында.
– Малаяҙҙан имам-хатип Хәмзә хәҙрәт ауылыбыҙға килеп дәрестәр үткәрә, – ти ҡыҙ. – Ете бала йөрөйбөҙ, динебеҙ нигеҙен, ғәрәпсә яҙырға, уҡырға өйрәнәбеҙ. Барыбыҙға ла оҡшай. Ислам тәрбиәһе дөрөҫ йәшәргә, тормошто, кешеләрҙе яратырға өйрәтә.

Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509