Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемдер таяныр, кемдер...
Кемдер таяныр, кемдер...Дәүләт Думаһының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты үҙенсәлекле закон проекты тәҡдим итте. Бер ҡараһаң, әллә ни аптырарлығы ла юҡ — байтаҡ кеше көтә ине уны. Был ҡанун йорт хайуандарына ҡағыла. Ләкин барыһына ла түгел, әҙәм ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған ҡурҡыныстарына ғына. Дума комитеты башлығы Владимир Бурматов аңлатыуынса, ҡәҙимге һаналған эт, бесәйҙәр инмәй.


Закон ҡабул ителгәс, 2019 йылдың 1июленән башлап һуғыш, махсус алыш тоҡомло эттәр, экзотик һаналған һәм ҡурҡыныс тыуҙырған йәнлектәр мотлаҡ теркәлергә тейеш. Закон проектында ҡырағай хайуандар, йәнлектәрҙе күп фатирлы йорттарҙа тотоу тыйыла йәки сикләнә. Был баҡса участкаларында, шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарға ла ҡағыла. Ундай төркөмгә тигр, леопард, айыу һымаҡтар инә. Шулай уҡ проект исемлеккә башҡа ҡырағай йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе өҫтәү мөмкинлеге ҡалдыра. Уныһын Рәсәй Хөкүмәте билдәләйәсәк. Быларҙан тыш, киләһе йылдың 1 июленә тиклем алынғандарын да хужаһы мотлаҡ теркәтергә тейеш.
Ҡырағай йәнлектәрҙе теркәү тураһындағы закон проекты күп яҡты иҫәпкә алып эшләнгән. Бында кеше мәнфәғәте, хәүефһеҙлеге генә ҡайғыртылмай, кейек-ҡоштарҙың яҙмышы ла иғтибарға алына. Мәҫәлән, ветеринар хеҙмәт күрһәтелеүе, тотоу шарттары булдырылырға тейешлеге күп нәмә тураһында һөйләй. Һис сер түгел, һуңғы йылдарҙа ҡалыныраҡ кеҫәле хужалар өсөн кейек-ҡош байлыҡты билдәләүсе әйбергә лә әйләнде. Экзотик йәнлек, ҡош-ҡорт, хатта йыландар ер шарының төрлө тарафтарынан килтерелә, тулы ғына иҫәбе лә билдәле түгел. Климат шарттары ла төрлөсә. Барыһы ла законлы юл менән түгел икәнлеге тураһында әленән-әле ишетеп торабыҙ. Күҙәтеү булмағас, йоғошло ауырыуҙар ҙа сығыуы бар. Был йәһәттән ҡарағанда ла теркәтеү, ветеринар хеҙмәт күрһәтеү һис насар түгел.
Йәнлектәр яҙмышы өсөн дә борсола экологтар. Мәҫәлән, кейектәр күптән алыш-биреш сығанағына әйләнгән тигән фекерҙә улар. Тәүҙә алып, һуңынан сығарып ебәреүсе хужалар ҙа юҡ түгел. Ошо айҙа Силәбелә шундай хәл күҙәтелде: тәртип һаҡсыларына, экологтарға бер машина кузовында ун көн буйы йәнлек тауыштары сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Саҡырыуға килеүселәр кузовты асып ҡараһа, аптырап китә — унда эттәрҙән тыш тигр балаһы ла була! Машина хужаһы Ҡаҙағстанға гастролгә сығырға ниәтләүен, әле документтар юллап йөрөүен белдерә. Хужа әйтеүенсә, төрлө инстанцияларҙан рәсми ҡағыҙ, справкалар йыйыуы үҙе бер михнәт икән. Закон проекты көсөнә инһә, былары ла еңелләшә, имеш.
Мотлаҡ теркәтеү тураһындағы ҡағиҙә рәсми булған ойошмалар — цирк һәм зоопарктарға ла ҡағыла. Ҡырағай йәнлектәрҙе тотоуҙы сикләү тураһындағы закон проекты бер йыл эсендә исемлекте төҙөп, раҫлауҙы күҙаллай. Ә хужалар 2020 йылдың 1 июленә тиклем теркәтергә бурыслы.
Барыбыҙ ҙа бер ҡояш аҫтында йәшәгән һымаҡ, тормошта мәнфәғәтте ҡайғыртҡан, ҡурсалаған, көйләгән ҡанундарыбыҙ ҙа күп. Хатта бер нәмәгә ҡағылған әллә нисәмә төрлөһө бар. Ғәмәлгә инеп, урындарҙа эшләмәгәндәре лә етерлек. Тик барып төртөлгәс йәки бәләгә тарығас ҡына сәбәбен асыҡлай башлайбыҙ, “стрелочниктар”ҙы — ғәйеплеләрҙе эҙләйбеҙ. Ә бит, бер уйлаһаң, һәр нәмә үҙебеҙҙән, бер-беребеҙгә иғтибарлы булыуҙан ғына тора. Күп осраҡта закондар ҙа, айырым ҡарарҙар ҙа кәрәкмәгән һымаҡ. Тик “һымаҡ” ҡына шул. Һәр хәлдә, был йәһәттән киләсәктә кемгәлер абынғанда таяныр, кемдер тыңлашмағанда башына “тондорор” өсөн яңы “таяҡ” булыр. Яңы закон көсөнә ингәс, тим...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509