Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фажиғә: Һыу инеп тә өлгөрмәнек әле...
Ә йәй үҙенең ҡорбандарына иҫәп асып та ҡуйҙы. Күптән түгел генә Волгала 11 кеше батып үлде.

Волгоград янында була был фажиғә. Баржа менән катамаран төкөшә. Һөҙөмтәлә катамаран бик тиҙ һыу төбөнә китә. Биш кеше сығып өлгөрә – уларҙы баржа экипажы ҡотҡара һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Әжәлдән ҡотолоп ҡалғандар бәрелешеүҙең ҡапыл булыуын билдәләй, ә баржа капитанының фекере башҡасараҡ: “Катамаранда билдә уттары ике йөҙ метр ҡалғас ҡына тоҡанды, унда ла беҙҙең сигналдарға, туп-тура ут яҡтыртыуға иғтибар итеүсе булманы, күпме генә тырышһаҡ та, бәрелешеүҙән ҡотолоу мөмкин түгел ине”.
Судно капитаны шулай уҡ һыуҙан сығарылған кешеләрҙең ныҡ иҫерек булыуы тураһында һөйләгән. Ғөмү­мән, катамаранда ял итеүселәрҙең эсеп күңел асҡанлығы хаҡында күп яҙалар. Шул уҡ ваҡытта ҡазаға та­рыусы­ларҙың шәхестәрен башҡарма власть, ЮХХДИ системаһына ла бәйләйҙәр.
Тормошта улар ниндәй кешеләр генә булмаһын, ҡайһылай ғына ял итмәһен, фажиғә тетрәндерә, әлбиттә. Ошо мәлдә хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә өҫкә ҡалҡып сыға. Эйе, яуапһыҙ­лыҡҡа барып төртөлә күп осраҡта бындай фажиғәләр: бер сәбәп икен­сеһенә ялғана, унан өсөнсөһөнә... Батып үлһендәрме, тереләй янһын­дармы, шартлаһындармы... Аҡса өсөн законһыҙ рәүештә ҡултамға ҡуйылған рөхсәт ҡағыҙынан башлап, шул судно, бина, состав, лайнер, автобус менән идара иткән кешеләргә тиклем. Әлеге катамаран да тик көндөҙ генә йөрөргә тейеш булған бит, пассажирҙар өсөн ял ойоштороу тыйылған, тиҙәр.
Иҫләйһегеҙҙер, бынан ете йыл элек ошо уҡ Волга йылғаһында 122 кеше, шул иҫәптән утыҙға яҡын бала, “Болғар” теплоходында һыу төбөнә китте. Унда ла экипаждың хатаһы арҡаһында судно бер нисә минут эсендә һыуға батты. Ел сығып, теплоход бер яҡҡа ҡыйшая башлағас, тәүге минутта уҡ илле тонна һыу тулған, тип әйтәләр. Ҡотҡарыу, ҡотолоу сараһын күреү түгел, бахырҙар эштең нимәлә икәнлеген аңлап та өлгөрмәгәндер. Өҫтәүенә, йәшенләп ямғыр ҡойған.
Әлбиттә, ил кимәлендә бындай фажиғәләр элек-электән булып тор­ған. Мәҫәлән, 1949 йылдың 7 октяб­рендә Волгала бер юлы 200-ләп кеше һыуға батҡан. Тик был мәғлүмәт йәшерелгән һәм ҙур фажиғә булған көндәрҙә урындағы гәзиттәр ауыл хужалығы уңыштары тураһында репортаж биргән. Заман башҡа – заң башҡа, кеше ғүмеренән башҡа ҡим­мәттәр өҫтөн ҡуйылған шул. Туңдыра башлаған һыуыҡ көндә Горькийҙан йылға буйлап Бор ҡалаһына пас­сажирҙар алып китеп барған был пароходты йәнә баржа төрттөрә, тик был юлы баржа экипажы иҫерек була һәм ҡылыҡтарын башта аңлап та бөтмәй. Нисек кенә булмаһын, капитанды ни бары ун йылға төрмәгә ебәрәләр, башҡаларҙы бер ус иген өсөн шунса ваҡытҡа ултыртып ҡуйған заманда...
Борҙағы фажиғәлә күптәр пароходтан һикерә һалып, яҡындағы ярға табан йөҙә башлай, тик үҙәктәргә үтеп инерлек көҙгө һалҡын һыу уларҙы тереләй туңдыра.
Ил кимәлендә лә, донъяуи күҙ­лектән сығып һүҙ йөрөткәндә лә, кешелекте ҙур-ҙур һыу фажиғәләре урап үтмәй. Әлбиттә, киң билдәле “Титаник” ваҡиғаһы күптәрҙе әле лә шаҡ ҡатыра, шулай ҙа иң ҙур һәләкәт 1945 йылда була. Германияның госпиталь карабы һыу төбөнә киткәндә туғыҙ мең кеше үлгән, тиҙәр. Фажиғәнең ҙуры-бәлә­кәйе булмай, ошондай хәлдәрҙән артабан Хоҙай үҙе аралаһын инде.
...Аҙна башынан көндәр йылытты. Эҫелек кешеләрҙе һыу буйына ҡыуа. Карапта йөҙгәндә генә түгел, ятыуҙа ҡолас ташлап һыу ингәндә лә хәүеф­һеҙлек, яуаплылыҡ хаҡында онот­майыҡ, йәмәғәт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516