Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Белемле юғалмаҫ
Белемле юғалмаҫЙыл башында Бөрйән районының инвалидтар ойошмаһы хоҡуҡи, финанс грамоталылыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән Президент грантына эйә булғайны. Ошо арауыҡ эсендә проектты тормошҡа ашырыу буйынса нимәләр эшләнгән, нисә кеше белемле булған, һөҙөмтәһе бармы? Был турала мәғлүмәт биреүен һорап, ойошма рәйесе Ғәзиз ИШКИНИНға мөрәжәғәт иттек.


— Оло быуын, мөмкинлектәре сиклән­гән граждандарҙың күбеһе заман технологиялары менән эш итә белмәй. Һөҙөмтәлә улар интернет аша мәғлүмәт алыуҙан, электрон хеҙмәттәрҙән файҙа­ланыуҙан мәхрүм. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәргә ауырға тура килә: ниндәйҙер белешмә, йә иһә нимәгәлер түләү өсөн дә ваҡыт, аҡса сарыф итеп район үҙәгендә төрлө инстанциялар буйлап йөрөргә мәжбүрҙәр. Уларҙың тормошон аҙ булһа ла еңеләйтеүгә йүнәлтелгән беҙҙең проект. Ниндәйҙер сәбәп менән эшһеҙ, ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы һәм башҡа категория граждандарына ла ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 96 кеше хоҡуҡи һәм финанс белемен камил­лаштырҙы. Юғары хоҡуҡ һәм иҡтисад белеменә эйә булған өс уҡытыусы нисек итеп өйҙә генә ултырып электрон юл менән дәүләт хеҙмәттәрен ҡулланырға өйрәтә, кредит, ипотека юллау нескәлектәренә төшөндөрә, мутлыҡ ҡорбанына әйләнмәү ҡағиҙәләре, финанс өлкәһенә ҡағылышлы закондар менән таныштыра.
– Дәрестәр төркөмдәргә йыйып та, ауылдарға сығып шәхсән рәүештә лә ойошторола, — ти ойошма рәйесе.
Иҫке Собханғолдан Руслан Сәғитов, ҡыҫҡартылыуға эләгеп, ваҡытлыса эшһеҙ ҡала. Өс бала атаһы үҙ автомашинаһы менән такси хеҙмәтенә эшкә урын­ла­шырға була, әммә водитель таныт­маһының срогы сығып, тиҙ арала алмаштырыу кәрәклеге тыуа.
— Өйҙә компьютер булһа ла, электрон юл аша дәүләт хеҙмәттәренән файҙалана белмәй инем. Хоҡуҡи һәм финанс грамоталылығы дәрестәренә йөрөп, водитель танытмаһын юлланым. Ваҡыт та, аҡса ла экономияланды, сөнки “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша эш итһәң, дәүләт пошлинаһы өсөн 30 процентҡа аҙыраҡ түләйһең, танытманы әҙерләү срогы ла ҡыҫҡара, — тип ҡыуанысын йәшермәй Руслан Ғәли улы.
Фларет Алмаев Себерҙә бейектә төҙөүсе-монтажсы булып эшләп йөрөгән ваҡытында бәләгә тарый – юғарынан йығылып төшөп, билен һындыра. Бөгөн ул I төркөм инвалиды, коляскала хәрәкәт итә.
— Хәлемә ҡарап, аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр дәрестәргә йөрөйөм. Хәҙерге заманда финанс, хоҡуҡи яҡтан грамоталы булыу бик мөһим. Компьютер аша дәүләт хеҙмәттәренән дә ирекле ҡуллана башланым. Күптән түгел тормош иптәшемдең паспортын алмаштырҙыҡ. Портал аша булғас, 30 процентлы ташламанан да файҙаландыҡ, тиҙ ҙә булды, — ти Фларет Миҙәхәт улы.
Хоҡуҡи һәм финанс грамоталылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән проект йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.
— Белем алырға теләгән кешеләр күп, дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөйҙәр. Ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға ярҙам итә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, — ти Ғәзиз Фәсхетдин улы.

Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840