Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярлыҡауға түгел, ярҙамға мохтаждар
Дәүләтебеҙ социаль ярҙам күрһәтеүгә йылына 2,2 триллион һум аҡса түгә, был иһә эске тулайым продукттың 3,2 проценты тигән һүҙ, ләкин иҡтисади бөлгөнлөк әленән-әле йоғонто яһап торған ҡатмарлы заманда был ярҙамдың һөҙөмтәлелеге кәмей, мохтаждарға ошо ташламалар һәм өҫтәмә түләүҙәрҙе ғәҙел бүлергә, үҙгәреп торған хәл-ваҡиғаларға тиҙ арала яраҡлашырға ҡамасаулай. Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социаль анализ һәм күҙаллау институты белгестәре күптән түгел был ярҙам системаһын үҙгәртергә кәрәк тигән һығымтаға килде.

– Беҙ ике төркөмдө – “Хеҙмәт ветераны” исеменә эйә булған өлкән йәштәгеләрҙе һәм балалы ғаиләләрҙе – өйрәндек, – ти ошо институт ғалимы Елена Гришина. – Фәҡирлекте килем күләме буйынса ғына түгел, ә был төркөмгә ҡараған кешеләрҙең нимәнән мәхрүм булыуы күҙлегенән дә тикшерергә кәрәк, сөнки килеме йәшәү минимумынан юғарыраҡ булған һәм рәсми рәүештә фәҡир тип танылмаған ҡайһы бер кешеләргә лә үҙҙәрен сикләп йәшәргә тура килә.
Белгес раҫлауынса, беҙҙең илдә ғаиләле балаларҙың 65 проценты алдан күҙалланмаған сығымдарҙы түләргә һәләтле түгел. Яртыһы самаһы иҫке мебелде яңы йыһазға алмаштыра алмай. Өстән бер өлөшө йыл барышында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн үҙ ваҡытында иҫәпләшеү проблемаһы менән осраша. Был төркөмдөң 20 проценты көн аша булһа ла ит һәм балыҡ ашауҙан мәхрүм.
Ғаилә ҙурыраҡ булған һайын мохтажлыҡ арта, ләкин заманса тормош талап иткән барлыҡ сығымдарҙы күтәрә алмай, сөнки уларҙың килеме йән башына аҙыраҡ тура килә. Әлеге ваҡытта балалы ғаиләләрҙең 20 процентының көнитмеше йәшәү минимумының 1,5 кимәле самаһына торошло. Икенсе төрлө әйткәндә, аҙмы-күпме иҡтисади ҡыйынлыҡтар тыуыу менән – мәҫәлән, эшһеҙ ҡалыу йәки сирләү арҡаһында – был кешеләр фәҡирҙәр сафын тулыландырасаҡ.
Шуныһы ла хәлде ауырайта: балалы ғаиләләрҙең 45 проценты һуңғы йыл эсендә бер ниндәй ҙә пособие алмаған. Ошо иҫәптән 30 проценты – был пособиены уның тураһында мәғлүмәт булмауы һәм уны юллауҙың ҡыйынлығы арҡаһында.
Оло йәштәгеләр менән икенсе мәсьәлә: уларҙың төрлө түләүҙәр һәм кредиттар буйынса бурысы юҡ, әммә ҡарттарҙың йыйған аҡсаһы үтә аҙ һәм мебель алмаштырыу, кейем яңыртыу, ял итеү кеүек төп матди сығымдарға хәлдәренән килмәй. Улар йыш ҡына еләк-емеш, ит һәм балыҡ ашауҙы сикләргә, күп кенә медицина хеҙмәтләндереүе төрҙәренән баш тартырға мәжбүр.
Яңғыҙлыҡ та ҡарттар өсөн ҙур проблема булып тора. Хеҙмәт ветерандарының 35-40 проценты һаулығының насар булыуы арҡаһында йорт эштәрен тейешенсә башҡарырға һәм кибеткә аҙыҡ-түлек артынан барырға хәленән килмәүе, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж булыуы тураһында белдергән. Әлеге заманда оло йәштәгеләрҙең дүрт проценты (80 йәштән өлкәнерәк булғандарҙың – 15 проценты) социаль хеҙмәтләндерелә. Тимәк, күпселек осраҡта уларға туған-тыумасаһы һәм балалары ярҙам күрһәтә. Киләсәктә оло быуынды бындай социаль хеҙмәтләндереү төрҙәре менән киңерәк солғап алыу ғына түгел, ә ошо эштең сифатын тамырынан яҡшыртыу ҙа талап ителә. Үҙҙәренең олатай һәм өләсәйҙәрен ҡарауҙа ҡыйынлыҡ кисергән ғаиләләрҙең 30 проценты, мәҫәлән, уларҙы ҡарттар йортона тапшырырға теләмәй, сөнки бындай учреждениеларҙа тейешенсә тәрбиәләрҙәренә ышанмай.
– Әгәр ҙә беҙ ҡаҙнаның социаль ярҙамға тәғәйенләнгән өлөшөнөң ғәҙел бүленеүенә, фәҡирҙәр һанының аҙайыуына ирешергә теләйбеҙ икән, аҙ килемле ғаиләләргә ярҙам системаһын үҙгәртергә бурыслыбыҙ, – ти Елена Гришина. – Был осраҡта пособие рәүешендәге матди ярҙамды ғына түгел, ә айырым мохтажлыҡ төрҙәрен – мәҫәлән, тейешенсә туҡланыуҙы, медицина ярҙамын ала алыуҙы – иҫәпкә алырға һәм улар буйынса фәҡирлекте бөтөрөү өҫтөндә даими эшләргә тейешбеҙ. Бында төп йөктө дәүләт үҙ елкәһенә алырға бурыслы.

Был сығымдар хәлегеҙҙән киләме?

Коммуналь хеҙмәтләндереү йәки ҡуртым өсөн бурысһыҙ йәшәү.
Торлаҡты тейешенсә йылытыу.
Алдан күҙалланмаған сығымдарҙы түләү.
Ит менән балыҡты көн аша булһа ла ашау.
Аҙна һайын йорттан ситтә ял итеү (мәҫәлән, дуҫтарҙың баҡсаһында).
Автомобиль.
Компьютер һәм йорттағы интернет.
Иҫке кейемде яңыһына алмаштырып тороу.
Бер юлы ике пар уңайлы аяҡ кейеме ҡулланыу.
Ял сараларында даими ҡатнашыу.
Дуҫтар йәки туған-тыумаса менән айына бер булһа ла ҡунаҡҡа саҡырышыу.
Аҙна һайын үҙ мохтажлығығыҙға күпмелер аҡса тотоноу.
Иҫке мебелде яңыһына алмаштырыу.

Ошо 13 пункттың бишеһен генә булһа ла даими ҡуллана алмаһағыҙ, Социаль анализ һәм күҙаллау институты белгестәре фекеренсә һәм Европа стандарттарына ярашлы, фәҡирлек менән сиктәш йәшәйһегеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518